Кологрив урманы
Кологрив урманы ҡурсаулығы (рус. «Кологривский лес») — дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы. 2009 йылдан алып уға нигеҙ һалыусы һәм беренсе директоры Максим Григорьевич Синицын исемен йөрөтә. 2020 йылда ЮНЕСКО-ның биосфера резерваттары исемлегенә индерелә[1].
М.Г.Синицын исемендәге «Кологрив урманы» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 589,39 км² |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 21 ғинуар 2006 йыл |
Урынлашыуы | |
58°56′41″ с. ш. 43°51′03″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Кострома өлкәһеь |
Яҡындағы ҡала | Кологрив |
kologrivskiy-les.ru | |
Кологрив урманы Викимилектә |
Ҡурсаулыҡ Кострома өлкәһендә урынлашҡан. 2006 йылдың 21 ғинуарында ойошторолған. Кологрив һәм Мантуровка участкаларынан тора. Уның дөйөм майҙаны — 58 939,6 гектар, һаҡлау зонаһының майҙаны — 68 552,4 гектар. Ҡурсаулыҡ Рус тигеҙлегенең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, йылғалары — Волганың һул ҡушылдыҡтары.
Климаты
үҙгәртергәҠурсаулыҡ территорияһының климаты уртаса континенталь. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы 1,5 градус йылы. Теркәлгән иң түбән температура — −53ºC, максимум — +41 °C.
Ойошторолоуы
үҙгәртергәҠурсаулыҡ Рус тигеҙлегенең көньяҡ-көнсығыш тәбиғәт комплекстарын — ҡара ылыҫлы урмандарҙың уникаль экосистемаларын һаҡлау маҡсатында ойошторолған. Уның биләмәһенә ландшафт үҙгәрештәренә бирелмәгән көньяҡ Европа тайгаһының һаҡланып ҡалған (элекке «Кологрив урманы» — тейелмәгән ҡара ылыҫлы урман (майҙаны 918 гектар) һәм янғындарҙан һәм дауылдарҙан һуң аяҡҡа баҫҡан массивтары инә."Кологрив урманы" биләмәһендә Кострома өлкәһендә һирәк осраған һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған 72 үҫемлек төрөнөң 38-е үҫә. Өс төр Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ҡурсаулыҡ фаунаһына умыртҡалыларҙың 300-гә яҡын төрө инә. Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына хайуандарҙың 12 төрө индерелгән, 69 төрө һирәк осрай һәм юғалыу хәүефе аҫтында.
Флора һәм фаунаһы
үҙгәртергәҠурсаулыҡта 40-тан ашыу төр ағас һәм ҡыуаҡ үҫә. 550-нән ашыу төр көпшәле үҫемлек һәм 111 төр лишайник табылған, шуларҙың 70-кә яҡыны Кострома өлкәһенең Ҡыҙыл китабына, 8-е Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән[2].
Ҡурсаулыҡ фаунаһына яҡынса 15 төр балыҡ, 5 төр ер-һыу хайуандары, 5 төр һөйрәлеүселәр, 172 төр ҡош, һөтимәрҙәрҙең 55 төрө инә (иң ҙуры — айыу, һеләүһен, мышы, ҡабан, бүре). Шуларҙың 10-ы Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм 80-гә яҡыны (шул иҫәптән умыртҡаһыҙҙар) Кострома өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән. Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштарҙан ыласын, бөркөт, ҡарағош, йылан типкес ыласын, кәлмәргән бар. Һирәк осрай торған хайуандарға Европа шәшкеһе, ҡама, осар тейен, ярғанаттарҙың бер нисә төрө, росомаха инә[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Российский заповедник "Кологривский лес" включили в список биосферных резерватов ЮНЕСКО . ТАСС. Дата обращения: 7 ноябрь 2020. Архивировано 30 ноябрь 2020 года.
- ↑ 2,0 2,1 Жемчужина Костромского края // Вестник Комиссии Российской Федерации по делам ЮНЕСКО. — 2021. — № 45. Архивировано из первоисточника 2 август 2021.