Колизей
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Колизей (лат. colosseus "бик ҙур" һүҙенән) йәки Флавий амфитеатры (лат. Amphitheatrum Flavium) — Боронғо Римдағы архитектура ҡомартҡыһы, амфитеатр; боронғо заманда төҙөлөп беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған мәшһүр ҡоролма. Травертин менән биҙәлгән.
Амфитеатр | |
Колизей
Anfiteatro Flavio, Colosseo | |
Колизей. 2007 йылдың апреле | |
Ил | Италия |
Ҡала | Рим |
Проект авторы | билдәһеҙ |
Нигеҙләүсе | Веспасиан |
Нигеҙләнгән | 72 |
Төҙөлөшө | 72—80 йылдар |
Төп ваҡиғалар: | |
Бөгөнгө хәле | реконструкция |
Сайт | Рәсми сайт |
Колизей Викимилектә |
Римдағы Эсквилин, Палатин һәм Целиев ҡалҡыулыҡтарының уйпатлығында урынлашҡан.
Флавийҙар династияһы императорҙары берләшеп төҙөгән боронғо донъяның ҡоролмаһы һигеҙ йыл буйы төҙөлә: Веспасиан императоры дәүерендә беҙҙең эраның 72 йылда башлана, беҙҙең эраның 80 йылында тамамлана һәм император Тит тарафынан изге тип иғлан ителә. Амфитеатр Нерондың алтын йорто урынында урынлаша.
Тарихы
үҙгәртергәТөҙөлөш тәүшарты
үҙгәртергәКолизей тарихы 68 йылдан башлана, был ваҡытта ун дүрт йыл буйы сикләнмәгән власть менән хакимлек итеүсе Неронды, хыянат итеүсе проториан гвардияһы һәм хөкөм итеүсе сенат, Рим янындағы виллала үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр итә. Нерондың үлеме ун һигеҙ айлыҡ граждандар һуғышына сәбәпсе була, һуғыш 69 йылда тамамлана. Һуғышта Тит Флавий Веспасиан еңеп сыға, беҙҙең көндәрҙә уны Веспасиан тип йөрөтәләр.
Император булғансы Веспасиан66 йылда башланған йәһүдтәр восстаниеһын баҫтыра. Бынан һуң, Нерон һәм граждандар һуғышы сарыф иткән дәүләт финанстарын тәртипкә килтереү өсөн бай бай көнсығыш сигендә Веспасиан менән Тит һалым йыя. 71 йылда улар йәһүдтәрҙе еңеүҙе байрам итеү өсөн Римгә әйләнеп ҡайта.
Веспасиан император булып алған, үҙенән алдан килеүсе Нерон тураһында хәтерҙе юҡҡа сығарып, Рим үҙәген реконструкциялап үҙ культын булдыра. Бер хәл ителмәгән мәсьәлә ҡала: Рим үҙәгендә эргәһендәге паркы менән 120 гектар ер биләгән Алтын йорт тип аталған Нерон һарайы менән нимә эшләргә. Веспасиан был урында империя учреждениеларын урынлаштырырға, йорт янындағы күлде күмергә, уның урынына халыҡ күңел асһын өсөн амфитеатр төҙөргә ҡарар итә. Нерон файҙаланған ерҙә амфитеатр төҙөп халыҡҡа тапшырыу яҡшы уйланған ҡарар була.[1]
Амфитеатр төҙөлөшө
үҙгәртергәИмператор Веспасиан йәһүдтәрҙе еңгәс амфитеатр төҙөй башлай. Амфитеатр һуғыштан һуң килгән табышты һатыу аҡсаһына төҙөлгән тип иҫәпләнә.[2]
Иудеяла ҡулға алынған 100 мең тотҡон ҡол итеп Римға килтереле. Ҡолдар карьерҙан таш сығарыу һәм 20 миль алыҫлыҡҡа Римға ташыу кеүек ауыр эштә файҙаланылалар. Колизей төҙөлөшөндә професиональ төҙөүселәр, инженерҙар, художниктар, декораторҙар командаһы ҡатнаша.[3]
Амфитеатр төҙөлөшө император Тит хакимлек иткән осорҙа 80 йылда тамамлана. "Тамашалар китабы"нда императорҙы Цезарь тип атап Мапциал былай тип яҙҙы:[2]
Нерон амфитеатр төҙөттө, Цезарь фатихаһы ҡушҡанса Рим яңынан төҙөлдө. |
Колизей Боронғо Римда
үҙгәртергәКолизей асыу тантанаһында төрлө уйындар үткәрелә; был турала Светоний яҙа[4]:
Амфитеатрҙы һәм эргәһендң ҡабалан ғаны төҙөлгән мунсаларҙы асыу тантанаһында ул (Тит) ҡупшы һәм тантаналы гладиаторҙар һуғын курһәтте; элекке урында диңгеҙ бәрелешен күрһетте, һуңынан гладиаторҙарҙы сығарып уларға биш мең ҡырығай йәнлекте һөсләтте |
Тәүҙәрәк Колизей төҙөүсе император нәҫеле исеменән Флавий (лат. Amphitheatrum Flavium) амфитеатры тип атала, хәҙерге (лат. Colosseum, Colosaeus , итал. Colosseo) исеме, VII быуаттан башлап, уның ғәйәт ҙур булғаны өсөн йәки уның эргәһендә, Нерон төҙөткән, ғәйәт ҙур статуя булған өсөн тағылған (лат. Amphitheatrum Flavium).
Римда йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн Колизей оҙаҡ ваҡыт күңел асыу урыны була, бында гладиаторҙар һуғышы, йәнлектәрҙе һөсләтеү, диңгеҙ бәрелештәре кеүек тамашалар күрһәтелә.
Императоре Макрин дәүерендә 217 йылда Колизей янғындан көслө зыян күрә, һәм Александр Север указы менән реставрациялана. 248 йылда император Филипп Римдың мең йыллығын Колизейҙа үткәрә. Гонорий 405 йылда, ул заманда өҫтөнлөк алған, христианлыҡ рухы менән килешмәй тип гладиатор һуғыштарын тыя. Әммә хайуандарҙы һөсләтеү уйындары Теодорих үлгәнсе дауам итә.[5] Шунан һуң Флавий амфитеатрына аяныслы ваҡыт етә.
Колизей Урта быуаттарҙа һәм Яңы быуатта
үҙгәртергәВарварҙар ябырылғандан һуң Флавий амфитеатры буш ҡала һәм емерелә башлай. XI быуаттан 1132 йылға тиклем Франджипани и Аннибальди фамилиялы нәҫелдәрҙең ҡоролмаға хужа булыу өсөн бәхәс урынына әйләнә. Аннибальди үҙ өлөшөн император Генрих VII тапшыра, ә үл үҙ сиратында Рим сенатына һәм халҡына тапшыра. 1332 йылға тиклем урындағы аристократия үгеҙҙәр көрәшен үткерә, ошо ваҡыттан башлап Колизей емереле башлай.
1349 йылға Римдағы ер тетрәүҙә Колизейҙың көньяҡ өлөшө емерелә.[6] Бынын һуң төҙөлөш өсөн таш сығарыу урыны итеп ҡарай башлайҙар, ватылмаған урынынан да таш ватып алып башҡа төҙөлөштә ҡулланы башлайҙар. Шулай итеп, XV һәм XVI быуаттарҙа Рим папаһы Павел венециан һарайы өсөн, кардинал Риарио — канцелярия һарайы (Cancelleria), Павел III — палаццо-Фарнезе һарайы төҙөү өсөн таш ала. Шулай булыуға карамаҫтан, амфитеатр йәмһеҙленһә лә, уның ҙур өлөшө һаҡланып ҡала. Сикст V кейеҙ фабрикаһы итеү өсөн нийәтләнә, ә Климент IX Колизейҙы селитра эшләү заводына әйләндерә.
XVIII быуат уртаһында папалар боронғо төҙөлөш сәнғәтенә ыңғай ҡарай башлай, Бенедикт XIV (1740-58) уны һаҡлау яғында була. Ул Христостың дәртле рухына бағышланған урып тип, ҡаны ҡойолған христиан ыҙа сигеүселәре хөрмәтенә арена уртаһына ҙур тәре ҡуйырға, Голгофта еңеү билдәһе итеп тирә яғына алтарь ҡуйҙырта. 1874 йылда был тәре һәм алтарь Колизейҙан алып ташлана. Бенедикт XIV-нәң һуң килеүсе папалар, айырыуса Пий VII һәм Лев XII ҡоролманың һаҡлау хәстәрлеген күрә, бинаны һаклау өсөн эстән нығытмалар эшләтә. Пий IX эстәге баҫҡыстырҙы йүнәтеү хәстәрлеген күрә.
Бөгөнгө көндә Колизей һаҡлана, ватылған таштары мөмкин ҡәҙәр урынына ҡуйылған. Арена урынында ҡаҙыу эштәре аҫтында кешеләрҙе һәм хайуандарҙы сығарыу өсөн подвалы булыуын күрһәтте. Быуаттар буйы кисергән михнәттәргә, емерелеүҙәргә, элекке тышҡы һәм эске биҙәлеше бөтөүгә ҡарамаҫтан, Колизей бөгөн дә үҙенең ҡырыҫ бөйөклөгө менән һоҡландыра.
Ямғыр һыуы үтеп инеүе, атмосфера бысраныуы (күберәк автомобиль төтөнө менән) һәм ҡала транспорты йөрөүҙән вибрация нәтижәһендә Колизей хәле бөгөн киҫкен хәлдә.
Хәҙерге көндә Колизей Рим символына һәм туристар килә торған урынға әүрелде. XXI быуатта 2007 йылдың 7 июлендә тауыш биреү буйынса Колизей Донъяның 7 Яңы мөғжизәһе тип танылды.
Колизей архитектураһы
үҙгәртергәРимдың башҡа амфитеатрҙары кеүек үк Флавий Амфитеатры эллипс формаһында төҙөлгән, эсенде шулай уҡ эллипс формаһында арена, арена тирәләй ҡулса буйлап тамашасылар өсөн урын ҡуйылған. Башҡа ҡоролмаларҙан Колизей үҙенең ҙурлығы менән айырылып тора. Был иң ҙур амфитеатр: тышҡы эллипс оҙонлоғо 524 м, эллипстың ҙүр күсәре — 187,77 м, бәләкәй күсәре — 155,64 м, арена оҙонлоғо — 85,75 м, киңлеге 53,62 м; стеналар бейеклеге — 48—50 метрға тиклем. Эсенә 50 меңгә тиклем тамашасыны һыйҙырған. Флавий амфитеатры 13 метр ҡалынлығындағы фундамент өҫтөндә төҙөлгән.
Колизей стеналары Тиволи ҡалаһы эргәһендә алынған эре таштарҙан һәм блоктарҙан төҙөлгән. Блоктар барлығы 300 тонна ҡорос бәйләүестәр менән нығытылған, эске биҙәү өсөн урындағы туф һәм кирбес ҡулланылған. 80 инеү-сығыш юлы булған. Тамашысылар 15 минут эсендә залды тултыра алған һәм бушата алған.
Тамашасылар өсөн урындар
үҙгәртергә354 йылға Хронограф буйынса амфитеатр 87 000 кеше һыйҙырған, әммә хәҙерге иҫәпләүҙәр буйынса Колизей 50 000 кешене һыйҙыра ала. Рәттәр кешенең дәрәжәһе һәм ҡатламына ҡарап бүленгән. Арена яҡшы күренгән урындар император һәм весталдар өсөн тәғәйенләнгән. Шул уҡ кимәлдә сенаторҙар урын алған, уларға үҙҙәре менән ултырғыс алып килергә рөхсәт ителгән. Ҡайһы бер урындарҙа V быуаттағы сенаторҙарҙың исемдәре сыйып яҙылған. Сенат кимәленән өҫтәрәк рәттә Боронғо Римдың өҫтөнлөклө ҡатламы — һыбайлылар урын алған, уларҙан өҫтәрәк Рим граждандары өсөн рәттәр ҡуйылған. Улар ике категорияға бүленгән: хәлле граждандар һәм әҙ тәьмин ителгән ярлы граждандар.
Һуңыраҡ, император Домициан хакимлек иткән заманда ярлы граждандар, ҡолдар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсон, иң бейектәге рәт төҙөлгән.
Йыш ҡына баҫып ҡарай торған урындар булған. Бынан тыш, ҡәбер ҡаҙыусыларға, актёрҙарға һәм элекке гладиаторҙарға Колизейға инеү тыйылған булған.
Колизей образы
үҙгәртергәЭйфель башняһы Париж символы, «Биг-Бен» — Лондон символы, Мәскәү Кремленың Спасс башняһы — Мәскәү символы, Пиза башняһы — Пиза символы, Карл күпере — Прага символы булған кеүек Колизей ҙа донъялағы иң мөһәбәт ҡоролма булараҡ Рим символына әйләнде. Карталарҙы Римды Колизей рәсеме менән күрһәтәләр.
Колизей образын ҡулланған башҡа өлгөләр:
- Брюс Ли менән Чак Норрис һуғышҡанын Колизейҙа төшөрәләр.
- Песня рок-группы Ария рок-төркөмө йыры, «Колизей».
- Age of Empires, Civilization III, Civilization IV, Assassin's Creed: Brotherhood, Ryse:Son Of Rome уйындарында.
- «Гладиатор» (2000) фильмы
- «Телепорт» фильмы, (2008)
Гладиаторҙар тураһында фильмдар Колизейҙа төшөрөлмәй, сөнки киноға төшөү өсөн бик насар һаҡланған. Колизей урынына ҙурлығы буйынса икенсе урында булған Тисдре ҡалаһындағы Марк Антоний Гордиан амфитеатрында (Эль-Джем, Тунис) төшөрәләр.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Берд М., Хопкинс М. «Колизей», 2007, с. 32
- ↑ 2,0 2,1 Берд М., Хопкинс М. «Колизей», 2007, с. 34
- ↑ Building the Colosseum 2012 йыл 27 декабрь архивланған. (инг.)
- ↑ Светоний. Жизнь двенадцати цезарей: Тит, VII, 3 . Архивировано 1 декабрь 2012 года.
- ↑ Claridge Amanda. Rome: An Oxford Archaeological Guide. — First. — Оксфорд, Великобритания: Oxford University Press, 1998, 1998. — P. 276–282. — ISBN 0-19-288003-9.
- ↑ История Рима / Рим развлекается 2014 йыл 16 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Колизей // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Берд М., Хопкинс М. Колизей = M. Beard, K. Hopkins «The colosseum». — Москва: Эксмо, 2007. — ISBN 978-5-699-23900-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергәФото Викимилектә |
- Сайт о Колизее (англ., ит.) . Архивировано 1 декабрь 2012 года.
- Конструкция Колизея в журнале «Архитектура и строительство» . Архивировано 1 декабрь 2012 года.
- 3D-обзор Колизея . Архивировано 1 декабрь 2012 года.
- Колизей . Архивировано 1 декабрь 2012 года.
- Колизей вчера и сегодня . Архивировано 1 декабрь 2012 года.