Карл күпере (рус. Ка́рлов мост), (чех Karlův most) — Прагалағы Влтава йылғаһы аша урта быуаттарҙа һалынған күпер.

Карл күпере
чех Karlův most
Нигеҙләү датаһы 1357
Рәсем
Рәсми атамаһы Karlův most[1][2]
Кем хөрмәтенә аталған Карл IV (Изге Рим империяһы императоры)
Дәүләт  Чехия
Административ-территориаль берәмек Прага-1[d], Старе-Место[d] һәм Мала-Страна[d]
Йылға тамағына тиклем алыҫлыҡ 52,9 km
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән ҡомташ[d]
Архитектор Петр Парлерж[d]
Архитектура стиле готик архитектура[d]
Рәсми асылыу датаһы 1402
Построено на месте Юдитин мост[d]
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Влтава[d]
Следующая переправа ниже по течению Манесов мост[d]
Следующая переправа выше по течению Мост Легионов[d]
Несёт на себе Via Czechia - Midland Trail (hiking)[d]
Число пролётов 16
Наибольший пролёт 23,38 метр
Мираҫ статусы Национальный памятник культуры Чешской Республики[d] һәм памятник культуры Чехии[d]
Оҙонлоҡ 515,76 метр
Киңлек 9,5 метр
Бейеклеге/буйы 13 метр
Һештег KarluvMost
Вид в ночное время
Яуаплы Technická správa komunikací hl. m. Prahy[d]
Зимнее изображение
Номер моста V-015
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from Charles Bridge[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Charles Bridge[d]
Карта
 Карл күпере Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Күпер Мала Страна һәм Старе Место тигән тарихи урындарҙы тоташтырған урта быуат ҡоролмаһы.

Күпер оҙонлоғо — 520 метр, киңлеге — 9,5 метр. Күпер 16 ҡеүәтле аркаға таянып тора, улар ҡомташтан юнып эшләнгән блоктар менән тышланған. Таш күпер тәүҙә Прага күпере тип аталған, 1870 йылда Изге Рим империяһына императоры Карл IV хөрмәтенә рәсми рәүештә уның исеме менән атай башлайҙар. Уны башлыса дини йөкмәткеле утыҙ скульптура биҙәй.

Күпер Пражский град һәм Старе Место (Старый Город) тигән ике урынды тоташтырып тора. Күпер аша "Королева юлы" үткән, хәҙер иһә Прага марафонын ошонан йүгереп үтәләр.

Күпер менән ҡаланың тарихындағы күп кенә мөһим ваҡиғалар бәйле. Мәҫәлән, 1420 йылда гуситтарға Мала Странаға эләгергә ярҙам итә, ә 1648 йылда шведтар уң ярҙағы Старе Местоға һөжүм итә.Шуға тиклем улар Град менән Мала Странаны яулап алып, талап сыҡҡан була.

Юдита күпере

үҙгәртергә

Юдита күпере — Карл күперенән алдағыһы, 1172 йылда Владислав II һәм уның ҡатыны королева Тюринг Юттаһы осоронда төҙөп, тамамлап ҡуйылған. Күпер Люксембургля Карл IV идара итә башлаған ваҡытта уҡ файҙаланылыуға инә, әммә сауҙа, төҙөлөш һәм ижтимағи үҫеш һөҙөмтәһендә заманса күпергә ихтыяж барлыҡҡа килә. 1342 йылда Юдита күперен һыу баҫа, һәм ул тулыһынса тиерлек емерелә. Аркаларҙың береһенең ҡалдыҡтары Лужицкая семинария, 82 подвалында һаҡлана(Мала Страна)[3]

Яңы күпер

үҙгәртергә
 
Карл күпере төнөн

Люксембурглы Карл IV яңы күпер төҙөргә була. Уны Юдита күпере урынында тиерлек төҙөйҙәр. Төҙөлөш 1357 йылдан XV быуат башына тиклем бара. Уны төҙөү Петр Парлержҡа ҡушыла. Күперҙең Старе Место ярындағы башняһын да 1380 йыл тирәһендә Петр Парлерж оҫталары төҙөй.

Легенда буйынса,[4][5] чех тарихсыһы һәм астрономы Зденек Горский тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә,[6][7] тәүге ташты Карл IV 9.7.1357 иртәнге 5:31 сәғәттә һалған. Был дата һәм ваҡыт астрологтар кәңәше менән һайлап алынған.[8].

Ул ваҡытта магик һандарға бик ҙур әһәмиәт бирелә. Шундай датала һалынған күпер быуаттар буйы торорға тейеш булған.

Риүәйәт буйынса, тап Карл күперенән тоҡ эсенә һалып Чехияла хөрмәт менән менән иҫкә алынған изге Ян Непомуцкий һыуға ташланылған булған.

Изге кеше батҡан урында һыу өҫтөндә йәнәһе 5 йондоҙ ялтырағанын күргәндәр. Шул ваҡыттан алып Непомуцкий баш өҫтөндә биш йондоҙ менән һүрәтләнә. Уны һыуға ырғытҡан урында күпер яндауырына тәре һәм ике баҡыр сөй ҡағып ҡуйылған.

1890 йылдың 2 - 5 сентябрендә ҡот осҡос һыу баҫыу Карл күперенә ҙур зыян килтерә. Ике йыл буйы тергеҙеү эштәре бара, күпер яңынан 1892 йылдың 19 ноябрендә асыла.

1908 йылға тиклем Карл күпере буйынса конка - атлы тимер юл һалынған булған. 1905 йылда электр үткәрелә һәм трамвай йөрөтә башлайҙар. 1908 был маршрут ябыла.

Старо Место күпер башняһы

үҙгәртергә

Старо Место күпер башняһы Старе Место яғына үтеү урыны, атама шунан алып бирелгән. Башня һыу өҫтөндә тора. Бейеклеге Карл күпере кимәленән 47 метр өҫтә. Көньяғынан ҡоролма эсенә баҫҡыстар һалынған. Башня юғары сәнғәт кимәлендә төрлө фигуралы пластика менән биҙәлгән. Көнбайыш башня яғынан үткән юлдағы селтәрле көмбәҙ иғтибарға лайыҡ. Башнянынң ҡыйығы бейек, ул ошондай ҡоролмаларға хас эйәр рәүешле һәм мөйөштәре осло шпилдәр менән биҙәп эшләнгән [9].

1648 йылда Праганы ҡамаған шведтар башняны биҙәгән бай скульптураларҙы емереп бөтөрәләр. 1848—1849 йылдарҙағы Австрия империяһы болғаныштарында күперҙә баррикадалар төҙөлгән булған.

Мала Страна күпере башнялары

үҙгәртергә
   
Мала Страна күпере башнялары

Мала Страна күпере башнялары төрлө ваҡытта төҙөлгән. Тәүгеһе тәпәшерәк, ҡеүәтлерәк, роман стилендә булған, 1591 йылда Ренессанс стилендә үҙгәртеп ҡоролған. Король Йиржи (Подебрадынан) 1464 йылда икенсе, бейегерәк башня һалынған. Стиле һәм архитектура йәһәтенән ул һыу ашаһындағына оҡшаған. Король Вацлав IV осоронда башнялар араһында ҡапҡа төҙөлгән. Күпер буйлап скульптуралар ҡуя башлағансы башнялар берҙән-бер ҡупшылыҡ булған.

Скульптуралар

үҙгәртергә

Барокко осоронда күпер уникаль скульптуралар галереяһы менән биҙәлгән. Уларҙы атаҡлы оҫталар: Матиаш Бернард Браун, Ян Брокоф һәм уның улдары Михал Ян Йозеф һә [Брокоф Фердинант Максимиллиан эшләгән. Күперҙә барлығы 30 скульптура һәм скульптуралы төркөмдәр тора, күпселеге 1683 -1714 йылдар арауығында ҡуйылған. Башлыса улар Прагалағы Милли музейҙа торған төп нөсхәләрҙең теүәл күсермәһе.

Кампаға күпер

үҙгәртергә

Монументаль неоготик баҫҡыс Карл күперенең архитектура комплексының бер өлөшө булып тора, ул туранан-тура Влтава йылғаһындағы Кампа утрауына алып барып сығара. Баҫҡыс 1844 йылда элекке ағастан эшләнгәне урынына төҙөлгән.

Күпер кинола

үҙгәртергә

Карл күпере бик күп фильмдарҙа күренә. Брайан Де Пальманың «Миссия невыполнима» триллерында Карл күперендә геройҙарҙың береһен үлтерәләр. Тим Бёртон төшөргән сәғәт рекламаларында күпер ҡыйыҡ ролен үтәй, унда ролик геройҙары ойпалаша.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Реестр территориальной идентификации, адресов и недвижимости (RUIAN) Чехии
  2. https://pamatkovykatalog.cz/soupis/podle-relevance/1/seznam?katCislo=1000001651
  3. Neživá příroda Prahy a jejího okolí, Academia, Praha, 2001
  4. MOSTY.CZ — Karlův most 2011 йыл 18 июль архивланған.
  5. Charles' Bridge (Karluv most) | Prague Spot 2014 йыл 29 ғинуар архивланған.
  6. Zdeněk Horský: Založení Karlova mostu a kosmologická symbolika Staroměstské mostecké věže, Praha 1979
  7. Pražský orloj — The Prague Astronomical Clock — Zdeněk Horský
  8. Статья про Карлов Мост на сайте Пражской информационной службы (на чешском языке)
  9. Ювалова Е.П. Чешская готика эпохи расцвета 1350-1420. — Москва: Наука, 1998. — С. 126. — 224 с.