Китабханә (шулай уҡ «китабхана», «көтөпхана»; ғәрәп. һәм фарс. «китаб», фарс. «хане» — йорт һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән) — урта быуат ислам илдәрендә китапхана-оҫтахана.

Рәссамдар һәм каллиграфтар эше. Могол миниатюраһы. 1590-95 йй. Принц Саҙруддин Аға ханйыйылмаһы.

Тәүҙәрәк ислам киң таралған илдәрҙә бары тик Ҡөрьән һәм хәҙистәр генә күсереп яҙыла. Яҡын Көнсығышта яҙма материал сифатында элек-электән папирус ҡулланылған, ул Мысырҙа етештерелгән, тотош индустрия тәшкил иткән (бигерәк тә Ҡөрьәндең ҡиммәтле даналары пергаменда ҡайһы берҙә алтын буяу менән яҙылған). Тәүге ислам дәүләт берәмектәре-дәүләттәр Өмәүиҙәр һәм Ғәббәсиҙәр — был йәһәттән Мысырға ныҡ бәйле була, сөнки бөтә эшлекле хаттар папируста яҙыла. Ғәрәп хәлифәлегенә папирусҡа ҡарағанда арзаныраҡ һәм уңайлы ҡағыҙҙар Талас һуғышынан һуң үтеп ингән . 912 йылдан ҡағыҙҙа даталанған документтар барлыҡҡа килә, ә 935 йылдан даталанған папирустар бөтөнләй туҡтатыла[1].

Күсермәселәр һәм иллюстраторҙар Ғәзнәүиҙәрҙең (977—1118) һәм Фатимиҙарҙың (910—1171) дәүләт ихаталарында эшләгән. Әммә Фатимиҙар ҡолатылғандан һуң каллиграфтар һәм рәссамдарҙың бер өлөшө ғәббәсиҙәр ҡулына Бағдадҡа күсенә.

Китап туплауҙан тыш, башҡа телдәрҙән тәржемә ителгән, дини генә түгел, әҙәби һәм фәнни әҫәрҙәрҙең күсермәләре эшләнгән беренсе ысын китабханә Бағдадта хәлифә һарайында барлыҡҡа килгәндер. Беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән ғәрәп манускрипттарының иң тәүгеләре XII быуат аҙағына ҡарай. Артабан китабханәләр Яҡын һәм Урта Көнсығыштың бөтә ихаталарында һәм ҙур ҡалаларында күренә башлай. Иң ҙур китап йыйынтыҡтарында бер нисә тиҫтә мең манускрипт иҫәпләнә (мәҫәлән, Тәбриздәге Сәфәүиҙәр шаһы китабханәһендә яҡынса 70 000 китап һаҡланған).

Рухи һәм мәҙәни әһәмиәте

үҙгәртергә

Китабхане бик ҡиммәтле, ҡайһы берҙә бик боронғо ҡулъяҙмалар тупланмаһынан ғибәрәт. Китабханда улар күсереп яҙылған йәки миниатюралар һәм нәфис тышлыҡтар менән яңынан биҙәлгән. Асылда, китабханә Урта быуаттарҙа ҡаланың, өлкәнең йәки хаким һарайының бөтә рухи һәм мәҙәни тормошо тупланмаһы булған. Бында иң яҡшы рәссамдар, күсереп яҙыусы-каллиграфтар, шағирҙар һәм аҡыл эйәләре йыйылған. Иң ҙур китабханәләр шаһ ихаталарында булған.

Һанап үтелгәндәрҙән тыш, китабханәләр сәнғәт мәктәптәре йәки институттары булған, уларҙа йәш рәссамдар уҡыған, нәфис сәнғәт яңылыҡтары, ҡулъяҙмаларҙы иллюстрациялау өсөн яңы алымдар уйлап сығарылған.

Китап етештереүселәр

үҙгәртергә

Китабханә башында етәксе — китабдар тора, ғәҙәттә, был вазифаға иң талантлы каллиграфтарҙың береһен йәки рәссамды тәғәйенләйҙәр. Китапты төҙөүҙә ҡатнашалар:

  • ләвәғәт — бөтә китаптың биҙәүсеһе, аранжировкалаусыһы
  • ҡәриб — иҫәп алыусы
  • хаттат — каллиграф
  • нәҡҡәш йәки мүсәввир — рәссам-миниатюрасы
  • мүкәвассаз — төпләүсе
  • униван — орнаменталист, орнаменттар эшләүсе;

шулай уҡ алтын һәм көмөш менән эшләүселәр, күнгә йәки ҡатырғаға семәрләп һырлау һәм баҫып биҙәктәр төшөрөү оҫталары.

Китабханәләр мосолман Көнсығышында XIX быуатта баҫма станок тарафынан тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарылғанға тиклем йәшәп килгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Адам Мец. Мусульманский ренессанс. М. Наука. 1973. стр. 372.
  • Деннике Б. Иран Һынлы Сәнғәте. — М., 1938.
  • Ҡазый Әхмәт. Каллиграфтар һәм рәссамдар тураһында трактат. — М. — Л., 1947.
  • Сәнғәт тураһында сәнғәт оҫталары. — М., 1965. — т. I.
  • Кильчевская Э. Два портрета Кемалетдина Бехзада // азия һәм Африка илдәре сәнғәте Хазиналары-М., 1975. — Вп. I.