Кирпичников Пётр Иванович

Петр Иванович Кирпичников (19031980) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, инженер-техник хеҙмәттәр генерал-майоры (24.01.1944).

Кирпичников Пётр Иванович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1903
Тыуған урыны Семёнов[d], Түбәнге Новгород губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1980
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө полководец
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы орден Кутузова II степени орден Кутузова I степени «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

1903 йылда Түбәнге Новгород губернаһының Семенов ҡалаһында тыуған.

1918—1921 йылдарҙа «Центропечать» Семенов өйәҙе агентлығы экспедиторы.

1922 йылдан 1928 йыл буйынса Түбәнге Новгород пристандәрендә һәм Ленинград портында йөк ташыусы, Ленинград вагон-төҙөлөш заводында слесарь ярҙамсыһы булып эшләй.

1933 йылда Ф. Энгельс исемендәге Ленинград халыҡ хужалығы институтын тамамлай.

1933 йылдан Ленинград өлкә башҡарма комитеты һәм ҡала советы План комиссияһының иҡтисадсыһы, тау-химия һәм төҙөлөш сәнәғәте төркөмө етәксеһе, сәнәғәт секторы мөдире, рәйес урынбаҫары.

1939 йылдан СССР Госпланының Ленинград һәм Ленинград өлкәһе буйынса вәкиле.

1940 йылдан СССР Госплан рәйесе урынбаҫары, һуғыш осоронда (бер үк ваҡытта) Дәүләт оборона комитетының ҡоралланыу мәсьәләләре буйынса вәкиле урынбаҫары, һуңынан — Госплан оборона сәнәғәте идаралығы начальнигы, оборона продукцияһы сығарыуҙы контролдә тота.

СССР Халыҡ комиссарҙары Советының 1944 йылдың 24 ғинуарындағы 83-сө ҡарары менән Кирпичниковҡа «инженер-техник хеҙмәттәр генерал-майоры» хәрби званиеһы бирелә[1].

СССР Министрҙар Советының 1946 йылдың 13 майындағы № 1017—419 сс «реактив ҡоралланыу мәсьәләләре» ҡарары менән СССР Министрҙар Советы янында реактив техника буйынса махсус комитет булдырыла. Кирпичников был Комитет ағзаһы итеп тәғәйенләнә[2]. 1947 йылдың 10 майында СССР Министрҙар Советының № 1454—388 ҡарарына ярашлы реактив техника буйынса махсус комитет СССР Министрҙар Советы янындағы Икенсе баш идаралыҡ итеп үҙгәртелә, Кирпичников унда элекке вазифаһында эшен дауам итә.

1949 йылдан халыҡ хужалығы өсөн квалификациялы эшселәр әҙерләү буйынса ойошмаларҙа эшләй, СССР хеҙмәт резервтары Министрлығының коллегия ағзаһы.

1954 йылдан СССР Министрҙар Советы янындағы Хеҙмәт резервтары баш идаралығы начальнигы урынбаҫары, 1959 йылдан РСФСР Министрҙар Советы янындағы производство-техник белем биреү баш идаралығы начальнигы, 1965 йылдан 1970 йылға тиклем — РСФСР Министрҙар Советының профессиональ-техник белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

1970 йылдың октябренән алып ғүмеренең аҙағына тиклем РСФСР Министрҙар Советы аппараты кәңәшсеһе булып тора.

Урта белемле эшсе кадрҙар әҙерләүгә күсеү менән бәйле, профессиональ-техник белем биреүҙе реформалау процессына; ПТУ-ларҙы йыһазландырыуға һәм уҡыу биналары төҙөүгә ҙур өлөш индерә.

РСФСР Юғары Советының 7-се саҡырылыш депутаты (1967—1971).

1980 йылда вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән (уч. № 7, 4-се рәт, 10-сы урын).

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

- Ленин ордены

- I дәрәжә Кутузов ордены (16.09.1945)

- II дәрәжә Кутузов ордены (18.11.1944)[3]

- өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (шул иҫәптән 29.05.1944)

- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

- миҙалдар

  • // Военно-исторический журнал. — М.: «Красная Звезда», 1997. — № 1. — С. 141.
  • Устинов Д. Ф. Во имя Победы. — М.: Воениздат, 1988.
  • Задача особой государственной важности. Из истории создания ракетно-ядерного оружия и Ракетных войск стратегического назначения (1945-1959 гг.) / Сост. В. И. Ивкин, Г. А. Сухина. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — 1207 с. — 800 экз. — ISBN 978-5-8243-1430.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление Совета Народных Комиссаров Союза ССР от 24.01.1944 — О ПРИСВОЕНИИ ВОИНСКИХ ЗВАНИЙ тт. ВАННИКОВУ Б. Л., УСТИНОВУ Д. Ф., БОРИСОВУ Н. А. и КИРПИЧНИКОВУ П, И./ Газета Красная звезда — 25.01.1944. № 20 (5700)
  2. ПОСТАНОВЛЕНИЕ СОВЕТа МИНИСТРОВ СССР № 1017-419сс от 13 мая 1946 г.
  3. «За образцовое выполнение заданий Командования по обеспечению действующей Красной Армии артиллерийским вооружением и боеприпасами» — Указ Президиума Верховного Совета СССР от 18.11.1944 — О НАГРАЖДЕНИИ ГЕНЕРАЛОВ, ОФИЦЕРОВ И КОНСТРУКТОРОВ ПРОМЫШЛЕННОСТИ ВООРУЖЕНИЯ И БОЕПРИПАСОВ/ Газета Красная звезда — 19.11.1944. № 274 (5954)

Һылтанмалар

үҙгәртергә