Килмөхәмәтов Олег Зөфәр улы

опера йырсыһы, педагог

Килмөхәмәтов Олег Зөфәр улы (рус. Кильмухаметов Олег Зуфарович; 26 август 1952 йыл) — опера йырсыһы (бас), педагог. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы директоры, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, республика конкурсы лауреаты.

Килмөхәмәтов Олег Зөфәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 август 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө опера йырсыһы, уҡытыусы
Эш урыны Өфө сәнғәт училищеһы
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
Биләгән вазифаһы директор[d]
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Кемдә уҡыған Вәлиева Баныу Нурғәли ҡыҙы
Йырсы тауышы бас[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Олег Зөфәр улы Килмөхәмәтов 1952 йылдың 26 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған. «Яңғыҙ йырлаусы опера артисы» һөнәре буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Педагогы — Вәлиева Баныу Нурғәле ҡыҙы.

2007 йылдан — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһы директоры, бер үк ваҡытта Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы булып эшләй. Театрҙың ағымдағы репертуарындағы һәм яңы постановкаларындағы спектаклдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Репертуарында 80-гә яҡын партия бар.

Төп партиялары:

Дирижёрҙар: А.Анисимов, Е. В. Бражник, Я. А. Вощак, Ю. Л. Кочнев, А. А. Людмилин, Ф. Ш. Мансуров менән эшләй.

Шулай уҡ репертуарын башҡорт композиторҙарының лирик һәм патриотик йырҙары биҙәй: «Дуҫлыҡ йыры» (Р. Тимерғәлиев), «Йырлайым мин» (Заһир Исмәғилев), «Йәшәргә лә әле йәшәргә» (Рәил Өмөтбаев), «Ҡаһармандар йыры» (Шамил Ҡолбарисов), «Өфө йүкәләре» (Рим Хәсәнов ), «Салауат батыр» (Хөсәйен Әхмәтов) һ.б.[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы ();

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә