Кизеветтер Александр Александрович
Кизеветтер Алекса́ндр Алекса́ндрович (10 (22 май) 1866, Санкт-Петербург – 9 ғинуар 1933, Прага) — урыҫ тарихсыһы, публицист, сәйәси эшмәкәр. 1932—1933 йылдарҙа Урыҫ тарихы йәмғиәте рәйесе.
Кизеветтер Александр Александрович | |
рус. Александр Александрович Кизеветтер | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 10 (22) май 1866[1] |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 ғинуар 1933[1][2] (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Дейвице[d], Прага 6[d], Прага 6[d], Прага-6[d], Прага, Чехословакия[2] |
Ерләнгән урыны | Orthodox cemetery in Prague[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, тарихсы |
Эш урыны |
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты Русский народный университет[d] |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының тарих-филология факультеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Конституционно-демократическая партия[d] |
Кизеветтер Александр Александрович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Александрович Кизеветтер 1866 йылда Санк-Петербургта тыуа. Ҡарт олатаһы, музыкант, сығышы менән Тюрингиянан Рәсәйгә күсенә. Атаһы статский советник, Александр Иванович Кизеветтер, Санкт-Петербург университетының юридик факультетын тамамлай, Төп штабтың архивы мөдире була; әсәһе — Олимпиада Николаевна Турчанинова, композитор һәм сиркәү протоиерейы П. И. Турчаниновтың ейәнсәре, Дини академияның тарих уҡытыусыһы ҡыҙы, Смольный институтын тамамлаған. 1868 йылда ғаилә Ырымбурға күсенә, унда А.И. Кизеветтер генерал-губернатор янындағы Хәрби министрлыҡтың вәкиле вазифаһын биләй. Ер үлсәүсе Н.В. Ремезовҡа ярашлы, Кизеветтерҙың атаһы «башҡорт ерҙәрен талау» тип аталған ваҡытта 2271 һумға 1952,9 дисәтинә ер һатып ала[3]
А. А. Кизеветтер белемде башта Ырымбур ирҙәр гимназияһында ала, аҙаҡ Мәскәү университетының тарих-филология факультетында уҡый (1884—1888), унда В.О. Ключевскийҙың һәм П.Г. Виноградовтың лекцияларын тыңлай; Рәсәй тарихы тарихнамәһе буйынса махсус уҡыу курсын П.Н.Милюков уҡый. Университетты тамамлағандан һуң кандидат дәрәжәһендә раҫлана һәм Ключевский етәкләгән урыҫ тарихы кафедраһы буйынса профессор дәрәжәһенә әҙерләү ҡалдырыла. Педагогик эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә: Лазарев көнсығыш телдәр институтында тарих һәм география уҡыта, Политехник музей бинаһында педагогия курстарында урыҫ тарихы буйынса лекциялар уҡый, шулай уҡ Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында Герьела бер нисә лекция уҡырға өлгөрә.
Университетта А.А. Кудрявцев менән бергә уҡый, уның вафатынан һуң ғаиләһе тураһында хәстәрлек күрә һәм уның тол ҡатыны, тыумыштан Фраузенфельдер, Екатерина Яковлевна Кудрявцеваға өйләнә[4][5]. 1895 йылда ҡыҙҙары тыуыу менән Кизеветтер йәшерен советник Аполлон Иванович Грушканың Оло Никололесковский тыҡрығындағы йортонан — ғәмәли статский советник Владимир Львович Клумов йортона күсенә (34-се йорт, кв 9); 1897 йылда ғаилә Кесе Никита урамына, Александр Васильевич Шуберт йортона күсенә (№ 27-29); 1899 йылда Кизеветтерҙар 23 йылға Моховая урамында (А.А Кизеветтерҙың Рәсәйҙән һөрөлгәненә тиклем) Туғандар йәмғиәтенең йортонда төпләнә (№ 10, кв 8).
Мәскәү университетында (1897 йылдан) тарихнамә, XIX быуат беренсе яртыһының эске сәйәсәте, 1861 йылғы крәҫтиән реформаһы буйынса махсус курс уҡый. Урыҫ тарихы кафедраһы буйынса приват-доцент (1898), ғәҙәти профессор (1909). 1903 йылда урыҫ тарихының магистр дәрәжәһенә «Посадская община в России XVIII столетия» темаһына диссертация яҡлай. Урыҫ тарихы буйынса журналдарҙа («Русская мысль», «Русское богатство», «Образование», «Журнал для всех», «Журнал Министерства народного просвещения»), шулай уҡ «Донская Речь» китап нәшриәтендә айырым брошюра булып баҫылып сыҡҡан бер нисә мәҡәлә баҫтырып сығара. 1905 йылдан «Русские ведомости» гәзите менән хеҙмәттәшлек итә башлай.
1904 йылда «Азатлыҡ союзына» инә. 1905 йылда Конституцион-демократик партияһының I (ойоштороу) съезында ҡатнаша; 1906 йылдың ғинуарында партияның II съезында Үҙәк комитет составына һайлана. 2-се Дәүләт думаһы депутаты була; 3-сө Дума һайлауҙарына депутатлыҡҡа кандидат була[6].
1909 йылда «Городовое положение Екатерины II» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, ул магистрлыҡ диссертацияһының дауамы булып тора.
Ижтимағи фәндәрҙе эшләү өсөн А.И. Чупров исемендәге Йәмғиәт Советына инә.
1911 йылда сәйәси мотивтар буйынса (Кассо эше) Мәскәү университетынан китә; уның уҡытыу эшмәкәрлеге Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарына, Коммерция институты һәм Шанявский университетына йүнәлтелә. 1917 йылдың мартында ул Мәскәү университетына ҡайта. 1918 йылдың декабренән Бәләкәй театр эргәһендәге драма курстарында урыҫ тарихы буйынса лекциялар уҡый башлай. 1917 йылдың 25 июнендә конституция демократтар исемлеге буйынса Мәскәү ҡала думаһы гласныйы итеп һайлана[7].
1919 йылдың февралендә Дәүләт архив фонды бүлеге мөдире, 2-се Мәскәү дәүләт университеты профессоры һәм Ауыл хужалығы Юғары Советының үҙәк архивы мөдире.
1928 йылдың 15 декабрендә «СССР Фәндәр академияһы менән бәйләнеште юғалтҡаны өсөн» СССР Фәндәр академияһынан сығарыла.
Эмиграция
үҙгәртергәКизеветтер Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш Комиссияһы тарафынан аманат кеүек өс тапҡыр ҡулға алына; 1919 йылдың сентябрендә «Милли үҙәге» эше буйынса; 1922). ГПУ Коллегияһы ҡарары буйынса 1922 йылдың 25 авгусында сит илгә Берлинға ебәрелә. Октябрь айында «Oberbürgermeister Haken» пароходында тыуған ерен ташлап, [8], ҡуйын дәфтәренә былай тип яҙа: «Рус революцияһы диңгеҙе аша, " үҙебеҙҙең“ рулде ҡулдан ысҡындырмайынса, беҙ ҡабат туған Рәсәйгә, ҡәҙерле ватаныбыҙ еренә — уны эшкәртергә һәм үҫтерергә ҡайтырбыҙ тип ышанам»[9]. 1922 йылдың сентябрь— декабрь айында ғаиләһе менән Берлинда йәшәй, 1923 йылдың ғинуарында — Прага ҡалаһында, ҡалған ғүмерен шунда үткәрә. Рус юридик институтта, Халыҡ университетында, Карл университетында ватан тарихы буйынса лекциялар уҡый, Күп һанлы лекцияларҙы чех провинцияһында (Ужгород, Мукачево), шулай уҡ Эстония, Латвия, Германия, Болгария, Серб, хорват һәм словендар короллегендә уҡый, рус колонияһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Сит илдә Рус академия союзы ойошмаһы ағзаһы. 1932 йылдан — Рус тарих йәмғиәте рәйесе.
1933 йылдың 9 ғинуарында, 66 йәшендә, Кизеветтер үҙенең Прага фатирында вафат була. Прагала Ольшанский зыяратында ерләнә. Ҡәберендәге һәйкәл Рус тарих йәмғиәтенең аҡсаһына ҡуйыла.
1993 йылдың 3 февралдә Генераль прокуратураһының «б» ст. 5 РФ Законының 1991 йылдың 18 октябрендәге «сәйәси репрессия ҡорбандарын реабилитациялау» буйынса 3-сө бойороғо нигеҙендә аҡлана. 1990 йылдың 22 мартында СССР Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышы ҡарары менән исемендә тергеҙелә.
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны: Екатерина Яковлевна (ҡыҙ фамилияһы Фрауенфельдер; беренсе никахта Кудрявцева) (1864/1863?—1924), педагог.
Үгәй улы: Всеволод Александрович Кудрявцев (1885—1953), математик. ғаиләһе менәнСоветтар Союзында ҡала
Үгәй ҡыҙы: Кудрявцева Наталья Александровна (1886—1931), педагог.
Ҡыҙы: Екатерина (никахта Максимович) (1895—1990), педагог.
Кейәүе: Евгений Филимонович Максимович (1896—1965).
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә- Иван Грозный и его оппоненты. — М.: Гросман и Кнебель (И. Кнебель), 1898. — 86 с. — (Вопросы науки, искусства, литературы и жизни; № 21).
- Первый общедоступный театр в России. — М., 1901.
- Посадская община в России XVIII ст. — М.: Унив. тип., 1903. — 810 с.
- Русское общество в восемнадцатом столетии (1903)
- Иван Федоров и начало книгопечатания на Руси — М., 1904.
- Из истории законодательства в России XVII-XIX вв. — Ростов на Дону, 1904.
- День царя Алексея Михайловича. Сцены из жизни Москвы XVIII в.. - Москва: Тип. О-ва распространения полезных книг, аренд. В. И. Вороновым, 1904.
- Ломоносов. Москва: Тип. О-ва распространения полезных книг, аренд. В. И. Вороновым, 1905.
- О чем сказано в Манифесте 17 октября 1905 года. — М., 1905.
- Девятнадцатый век в истории России. — Ростов на Дону: «Дон. речь» (Н. Парамонов), 1906. — 48 с.
- Местное самоуправление в России. IX-XIX ст. (1910)
- История России XIX в. Курс.. — СПб.: А. и И. Гранат, 1910.
- XIX в. в истории России. СПб: А. и И. Гранат, 1907 – 1911
- Гильдия московского купечества. — М., 1915.
- Городовое положение Екатерины II 1785 г. Опыт исторического комментария. — М., 1909. — 473 с.
- Исторические отклики. — М., 1915.
- П.Н. Милюков. — М., 1917.
- Партия народной свободы и ее идеология (1917)
- Русский Север. Роль Северного Края Европейской России в истории русского государства. Исторический очерк. — Вологда. 1919.
- Театр. Очерки, размышления, заметки. — Москва: Книгоиздательство «Задруга», 1922. — 115 с.
- На рубеже двух столетий: (Воспоминания 1881—1914). — Прага, 1929. — 524 с.
- Исторические силуэты. Люди и события. — Берлин, 1931. — 307 с.
- Исторические силуэты: Биогр. очерки. — Ростов-на-Дону: Феникс, 1997. — 475 с. ISBN 5-85880-351-2
- Исторические очерки. — Москва ; Берлин : Директ-Медиа, 2021. — 181 с. — ISBN 978-5-4499-1911-3
Ҡулъяҙмалары
үҙгәртергә- Московский университет и его традиции. Роль Московского Университета в культурной жизни России.. — Прага, 1927.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Archiv hl. m. Prahy, Matrika zemřelých magistrátní úřadovny v Dejvicích, sign. MGDEJ Z7, s. 1 — Т. MGDEJ Z7. — Б. 1.
- ↑ Н. В. Ремезов, Очерки из жизни дикой Башкирии. Быль в сказочной стране (М. 1889) с. 292
- ↑ Революция 1905—1907 гг. глазами кадетов: (Из дневников Е. Я. Кизеветтер)
- ↑ Кизеветтер взял на себя воспитание двух её детей — Всеволода и Натальи. Первый стал впоследствии профессором математики в Московском университете, а вторая — учительницей. Через год родилась их общая дочь — Екатерина.
- ↑ Сегодня в «Русских ведомостях» помещено следующее письмо бывшего члена Государственной думы А. А. Кизеветтера: «Московский городской комитет партии народной свободы сделал мне честь своим решением включить моё имя в составленный им список кандидатов в члены третье Государственной думы. В виду предстоящей по поводу этого списка анкеты, я считаю нужным заявить, что по обстоятельствам личного свойства я не имею возможности выставить на этот раз свою кандидатуру» // Сибирская торговая газета. № 202. 18 сентября 1907 года. Тюмень
- ↑ Московская Городская Дума после Октября // Красный архив, т. 2(27), 1928, c. 58-109
- ↑ 1922 г.: Высылка интеллигенции .
- ↑ Шпаковская М. А. Одиннадцать лет в эмиграции (из жизни профессора А. А. Кизеветтера в Праге) — по материалам московских архивов // Вестник РУДН. — 2001. — № 1. — С. 164.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кизеветтер Александр Александрович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Бакунина Т. А. Воспоминания об А. А. Кизеветтере (К 60-летию со дня кончины) / Пред. и публ. А. И. Серкова // Археографический ежегодник за 1993 год. — М.: Наука, 1995. — С. 209—214.
- Вандалковская М. Г. П. Н. Милюков, А. А. Кизеветтер: история и политика / Отв. ред. акад. И. Д. Ковальченко. — М.: Наука, 1992. — 288 с. — 1 300 экз. — ISBN 5-02-008641-X.
- Вандалковская М. Г. Вечный россиянин: Александр Александрович Кизеветтер // Историки России. XVIII — начало XX века / Редколлегия: М. Г. Вандалковская, Р. А. Киреева, Л. А. Сидорова, А. Е. Шикло; Отв. ред. чл.-корр. РАН А. Н. Сахаров; Институт российской истории РАН. — М.: НИЦ «Скрипторий», 1996. — С. 626-657. — 688 с. — 2000 экз. — ISBN 5-7471-0003-3. (в пер.)
- Вандалковская М. Г. КИЗЕВЕТТЕР Александр Александрович // Императорский Московский университет: 1755—1917: энциклопедический словарь / составители А. Ю. Андреев, Д. А. Цыганков. — М.: Российская политическая энциклопедия (РОССПЭН), 2010. — С. 321—322. — 894 с. — 2000 экз. — ISBN 978-5-8243-1429-8.
- Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- Горинов М. М. Жизнь, связанная с Москвой // Московский журнал. — 2015. — № 8. — С. 2—27. — ISSN 0868-7110.
- Милюков П. Н. Два русских историка (С. Ф. Платонов и А. А. Кизеветтер) // Современные записки. 1933. № 51;
- Толстов В. А. А. А. Кизеветтер в научной и культурной жизни Рязани конца XIX — начала XX вв. // Рязанская старина. 2006—2008. — Рязань: Край-Music, 2013. — Вып. 4-6. — С. 269—285
- Флоровский А. А. А. Кизеветтер // Записки Русского исторического общества в Праге. 1937. Кн. 3;
- Шпаковская М. А. А. А. Кизеветтер в российской историографии / Российский университет дружбы народов. — М.: Изд-во РУДН, 2003. — 313 с. — ISBN 5-209-01560-2.
- Кочешков Г. Н. Университетские годы А. А. Кизеветтера // Ярославский педагогический вестник. — 2009. — Т. 61. — № 4. — С. 236 - 240.
- Фроянов И. Я. О зарождении евразийства в изучении русского средневековья // Сборник в честь В. К. Зиборова. (Опыты по источниковедению. Вып. 5). — СПб.: Скрипториум, 2017. С. 300-342. — ISBN 978-5-905011-15-3.
- Волошина В. Ю. А. А. Кизеветтер о роли народных масс в государственном строительстве России // Вестник Томского государственного университета. История. — 2011. — № 2. — С. 142 - 146. — ISSN 1998-8613.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Александра Александровича Кизеветтера РФА рәсми сайтында
- История России в XIX веке: Курс лекций, чит. на МВЖК в 1915—16 г. : Изд. по запискам слушательниц без просмотра авт. [Ч. 1-2] / А. А. Кизеветтер. — М.: тип. В. И. Воронова, 1916.
- Кизеветтер Александр Александрович . Летопись Московского университета. Дата обращения 12 октября 2017.