Кеше яҙмышы (опера)
Кеше яҙмышы — М. А. Шолоховтың шул исемдәге хикәйәһе сюжеты буйынса И. И. Дзержинскийҙың операһы.
Кеше яҙмышы | |
Нигеҙләү датаһы | 1959 |
---|---|
Нигеҙендә эшләнгән | Кеше яҙмышы |
Сәнғәт формаһы | Опера |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | XX быуат |
Композитор | Иван Иванович Дзержинский[d] |
Либретто авторы | Иван Иванович Дзержинский[d] |
Беренсе тапҡыр башҡарыла | 17 октябрь 1961 |
Действие происходит в эпоху | Бөйөк Ватан һуғышы |
Место действия | СССР |
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны | 3 Акт һәм 11 картина |
Ижад итеү тарихы
үҙгәртергә1956 йылдың 31 декабрендә һәм 1957 йылдың 1 ғинуарында «Правда» гәзитендә баҫылған «Кеше яҙмышы» хикәйәһен Дзержинский шундуҡ опера өсөн сюжет итеп ҡабул итә. Композитор, тексҡа ҙур булмаған үҙгәрештәр индереп, либретто яҙа. Ул геройҙы ентекле һүрәтләгән ҡайһы бер эпизодтарҙы төшөрөп ҡалдыра, яңы эпизодик персонаж — Зинканы индерә. Либретто тексына Е. Каретникова, Д. Осин, А. Прокофьев, А. Фатьянов, А. Чуркин шиғырҙарынан өҙөктәр индерелгән. 1959 йылда опера фортепиано изложениеһында тамамлаған. Автор речитативтан баш тартырға хәл иткәс, вокаль һәм инструменталь номерҙар йәнле һөйләү тексы менән сиратлаша. Советтар Союзының өс опера театры — Мәскәүҙә, Ленинградта һәм Киевта — "Кеше яҙмышы"н сәхнәлә ҡуйырға ҡаршы була.
1961 йылдың 17 октябрендә — КПСС-тың XXII съезын асыу көнөнә Киров исемендәге Мария Ленинград театрында һәм Мәскәүҙәге Ҙур театрҙа «Кеше яҙмышы» операһының премьераһы үтә.
Тасуирлама
үҙгәртергәМузыкаль-драматик спектаклдең композицион сиселеше үҙенсәлекле ҡоролған: хәҙерге һәм үткән заман ваҡиғаларын сағылдырған сәхнәләр сиратлаша, шунан хикәйәләүсенең иҫтәлектәре йәнле сәхнәләләр менән күрһәтелә. Был үҙәгендә урыҫ кешеһенең ныҡлығы һәм рухи күркәмлеге кәүҙәләнеше булған Андрей Соколов — йыйылма образ торған опера-монолог. Операла йырҙар, башлыса яңғыҙ йырҙар әһәмиәтле урын биләгән. Күмәк сәхнәләр фон ролен уйнай. Опера традицион акттарға түгел, ә өс өлөшкә бүленә: киноэкрандағы кеүек, ул өлөштәр берен-бере алмаштырған бик күп сәхнәләрҙән тора. Күмәк кеше ҡатнашҡан сәхнәләр яңғыҙ сәхнә менән, халыҡ ғазабы темаһы — тыныс тормош хаҡындағы кинәнесле иҫтәлектәр менән сиратлаша.
Күмәк, дуэт һәм дивертисмент сәхнәләр фонында төп герой Андрей Соколов образының лирик музыкаль үҙасылышы көйлө музыкаль хикәйәләүгә кәрәкле художество бөтөнлөгө һәм баҙыҡлыҡ бирә.
Б. Штоколов үҙәк партияның иң яҡшы башҡарыусыһы була. Андрей Соколов образы йырсы һәләтлеге менән генә түгел, ә уның тормош тәжрибәһе, ысын урыҫ патриоты шәһүәтлелеге менән байытыла. Операның финалында артистың баланы ҡулына алып зал буйлап атлауы тамашасыларҙы катарсис хәленә килтерә.
Ҡатнашыусылар
үҙгәртергә- Андрей Соколов, Совет Армияһы сержанты, бас
- Ирина, уның ҡатыны, меццо-сопрано
- Анатолий, уларҙың улы, тенор
- Совет офицеры, командование вәкиле, баритон
- Полковник, баритон
- Мюллер, хәрби әсирҙәр лагеры коменданты, баритон
- Зинка, тотҡон ҡыҙ, меццо-сопрано
- Әйлән-бәйләндә уйнаусы ҡыҙ, сопрано
- Хәрби табип, бас
- Ҡарт һалдат, тенор
- Матрос, баритон
- Взводный, бас
- Крыжнев, һатлыҡ йән, бас
- Татар, тенор
- Йәш яугир, тенор
- Ваня, ҡараусыһыҙ малай, йырламай
- Авторҙан, йырһыҙ
- Совет һалдаттары һәм офицерҙары, немец һалдаттары һәм офицерҙары, Еңеү Көнөндә герман әсирлегенән азат ителгән совет кешеләре
Ваҡиғалар барған ваҡыт: Бөйөк Ватан һуғышы.
Либреттоһы
үҙгәртергә«Кеше яҙмышы» операһындағы ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бара. Далала йылға яры буйлап малай етәкләгән мамыҡ фуфайка кейгән ир атлап килә. Кисеү эргәһендә ул ял итергә ултыра, ә малай ҡасып китә. Ир кеше осраҡлы әңгәмәләшсеһенә үҙенең тормошон, башынан үткәндәрен һөйләй.
Тимер юл станцияһында ҡатын-ҡыҙ һалдаттарҙы фронтҡа оҙата, улар араһында Андрей Соколов та ғаиләһе менән хушлаша.
Оккупацияланған станцияла немецтәр сиркәүҙе зинданға әйләндергән. Бындағы лазаретта табип врач әсир Андрейҙың тайған ҡулын урынына ултырта, шунан һуң әсирҙәр араһынан йөрөп яралыларҙы эҙләй. Иҫтән яҙған сағында Андрейҙың күҙ алдынан үткән бәхетле йылдары, ҡатыны Ирина һәм улы Анатолий үтә, Андрей Ирина артынан йөрөй. Уға хыянатсы Крыжневтың тауышы ишетелә: «Һин, взводный, йәшеренмә… Мин һинең өсөн яуап бирергә теләмәйем, мин иң беренсее һиңә күрһәтәм…». Взводныйҙы ҡотҡарыу өсөн, Соколов хыянатсыны быуып үлтерә.
Әсирҙәр лагерында тотҡондарҙы эшкә алып китергә йыйыналар. Андрей ҡаралған норма менән риза түгел: «Уларға дүрт кубометр кәрәк, ә беҙгә ҡәбергә кәрәк тә күҙ өсөн — бер кубометр!». Андрейҙы лагерь комендантына, эсэсовец Мюллерға, алып киләләр. Комендант бүлмәһендә немецтәр эсеп ултыра, һәм улар тотҡон ҡыҙ Зинканы йырлатмаҡсы итәләр, шул саҡта улар янына Соколовты килтерәләр. Уны атыу менән янайҙар, ләкин шул саҡ Зинка тыуған ер тураһында йыр һуҙа. Немец Мюллер Андрейға, үлер алдынан немец ҡоралының еңеүе өсөн эсергә тәҡдим итә. Андрей баш тарта. «Улай булғас, ти фашист, — бәлки урыҫ үҙенең үлеме өсөн эсер?». Андрей бер стакан араҡы эсә, шунан һуң Мюллер Соколовты атмаҫҡа була, һәм үҙенең шәхси шофёры итеп ала.
Соколов ғаиләһендә улына ла һуғышҡа барыу сираты етә. Уның ҡатыны, Ирина, ике ҡыҙы менән тороп ҡала. Туранан-тура бомба эләгә, һәм өйҙәре урынында тәрән соҡор ғына ҡала. Соколовтың ҡатыны һәм балалары һәләк була.
Соколов Мюллерҙы фронт һыҙығы аша совет ғәскәрҙәре урынлашҡан ергә алып китә. Йәҙрәләр һыҙғырып баш осонан оса, Андрей беҙҙекеләр янына барып етә, ул тыуған еренә йығыла, уны ҡосаҡлап үбә.
Берлинда Еңеү көнөндә барыһы ла сикһеҙ шат. Бар ерҙә ҡыуаныслы тауыштар гөрләй, әммә Андрейға күңелһеҙ. Сөнки ул ғаиләһенең һәләк булыуын ишетә. Уны улының дошманға ҡаршы һуғышҡанын белеүе генә йыуата. Андрей тыныс тормош, буласаҡ ейәндәре хаҡында уйлай, ләкин шул саҡта уға фашист снайперы улын атып үлтергәнен хәбәр итәләр.
Өйөнә ҡайтҡас, Андрей мәрхүмә ҡатыны Ирина һәм ҡыҙҙары менән хушлаша. Һәм шул ваҡыт ул сүп өйөмөндә ҡаҙынған малайҙы шәйләп ҡала. Ваня исемле был малайҙың атаһы фронтта һәләк булған, әсәһен бомба ярсығы үлтергән. Андрей малайҙы күтәреп ала ла, мин һинең атайың, тип әйтә. Малай, шатлығынан ырғып, Соколовты муйынынан ҡосаҡлай.
Шул ерҙә Андрей Соколов хикәйәһен тамамлай, малайҙы ҡулына ала һәм үҙ юлы менән китә[1].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шолоховская энциклопедия/ Колл. авторов; глав. ред. Ю. А. Дворяшин; вступ. ст. М. М. Шолохов. — М.: Издательский дом «СИНЕРГИЯ», 2013. — 1216 с.: ил. ISBN 978-5-94238-022-9