Кесе Һуңыкүл
Кесе Һуңыкүл (бәлки, Кесе Һунакүл, рус. Малый Сунукуль) — Силәбе өлкәһендә , Сыбаркүл районында, Сыбаркүл ҡаланан төньяҡтараҡ урынлашҡан күл.
Озеро | |
Малый Сунукуль | |
---|---|
К:Википедия:Страницы с ошибками в национальном названииВ параметре «Национальное название» нарушен синтаксис: его верное заполнение: «код языка/название/код второго языка/название». Пожалуйста, исправьте данную ошибку! | |
Морфометрия | |
Абсолют бейеклеге | 328 м |
Майҙаны | 1,08 км² |
Уртаса тәрәнләк | 2 м |
Гидрология | |
Үтә күренеүсәнлеге | 3,5 м |
Урынлашыуы | |
55°05′26″ с. ш. 60°22′06″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]] | Сыбаркүл районы |
Идентификаторы | |
Код в ГВР: 14010500911111200008638 | |
Географияһы
үҙгәртергәКесе Һуңыкүл эргәһендә Оло Һуңыкүл, Кесе һәм Оло Киҫегәс һәм Оло Тәрәнкүл күлдәре урынлашҡан. Һыу ятҡылығының көньяғында урынлашҡан ҡылымыҡ аша Ҙур Һуңыкүл күле менән тоташа. Йәй көнө был ҡылымыҡ кибә, ә ҡышын туңа. Шулай итеп, Кесе Һуңыкүлдең Оло Һуңыкүл менән бәйләнеше миҙгелдәр араһындағы ғына булып ала.
Эргәлә генә тиерлек Непряхино ауылы ята. Илмән ҡурсаулығы менән сиктәш булып тора.
Административ яҡтан Непряхин ауыл биләмәһенә инә.
Кесе Һуңыкүл Силәбенән - 90 саҡрым, Екатеринбургтан 260 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Кесе Һуңыкүл күл көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан ял базалары һәм балалар лагерҙары менән уратып алынған. Төньяҡтан күлгә ҡарағай урманы терәлеп тора. Был яр туристарҙың бик ныҡ яратҡан урыны. Йыл һайын йәй көнө бында палаткалар ҡаласығы үҫеп сыға. "Энергетик" ял базаһының көнсығышғышында ла палатка ҡаласығы барлыҡҡа килә.
Күл төбө тектоник юл менән барлыҡҡа килгән. Көньяҡ Уралдың көнсығыш һырттарын һәм Урал аръяғы райондарының бөтә убалы тигеҙлеген бүлгән араның сүгеүе, аҫҡа иңкәйеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Кесе Һөйкөкүл - ландшафтарҙың тау итәгенән тигеҙ урман-дала далаларына күсеү зонаһында, ылыҫлы һәм ҡайынлы урмандар сигендә урынлашҡан.
Һүрәтләмә
үҙгәртергәКүлдең һыу көҙгөһөнөң майҙаны:1,1 км2,
һыу массаһының күләме:4,5 миллион м3 самаһы,
иң юғары тәрәнлек төньяҡ яр буйында - 9,8 метр, уртаса - 4,1 метр.
Иң ҙур оҙонлоғо: 1.5 км етә.
Һыуҙың асыҡлығы:380 сантиметр.
Күлде тулыландырыусы сығанаҡтар юҡ. Һыуы епшек ҡар, шулай уҡ грунт һыуҙары иҫәбенә тулылана. Төбө ләмле.Әммә һаҙланыу күренеше көслө түгел
Көньяҡ-көнбайыштан һыу ятҡылығына ярымутрау инеп тора.Шул Кесе Һуңыкүлгә түңкәрелгән «Г» хәрефе формаһын бирә. Илмән төркөмөнә ингән күлдәр араһында Кесе Һуңыкүл һыу өҫтөнөң юғары булыуы менән айырылып тора.Диңгеҙ кимәленән 332,9 метр бейеклектә урынлашҡан һәм Түргеяҡ күле кимәленән 13 метрға юғарыраҡ.
Күлдең төбө тигеҙһеҙ. Яр буйында тәрәнлектең кинәт артыуы күҙәтелә.
Яр буйы линияһы бер аҙ телгеләнгән. Тау тоҡомдары сыҡҡан күлгә сыҡҡан ерҙәрҙә ярҙар ҡырҡҡысланған һәм текә. Күл тулыһынса урман эсендә урынлашҡан. Яр буйын көнсығыштан ҡайын урманы, төньяҡ һәм көнбайыштан ҡарағай урманы уратып алған. Ағастар һыу өҫтөнә эйелеп ултыра.
Исеме
үҙгәртергәКүлдең атамаһы башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа таралған ир-ат исеме "Һуңғыул" килеп сыҡҡан. Йәғни ғәиләлә тыуыу тәртибендә «һуңғы», «һуңғараҡ» бала булараҡ ҡушылған исемдән барлыҡҡа килгән
Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы
үҙгәртергәКүл төбө тигеҙ һәм ләмле. Бында ҡорман, сабаҡ, табан балык, ҡарабалыҡ, алабуға, шыртбалыҡ, суртан һәм карп тереклек итә. 2007 йылда бында өҫтәп рипус һәм шамбы ебәрелә.
Һылтанма
үҙгәртергә- СУНУКУЛЬ МАЛЫЙ
- Малый Сунукуль 2021 йыл 3 март архивланған.
- Малый Сунукуль, озеро 2020 йыл 28 октябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 б. — ISBN 5-7688-0157-7.