Илмән ҡурсаулығы
В.И. Ленин исемендәге Илмән дәүләт ҡурсаулығы - рус. Ильме́нский государственный запове́дник имени В. И. Ленина — дәүләт ҡурсаулығы, структура йәһәтенән Рәсәй Фәндәр Академияһының Көньяҡ Урал фәнни үҙәге составына инә[2].
Илмән ҡурсаулығы | |
Нигеҙләү датаһы | 14 май 1920 |
---|---|
Тау һырты | Илмән тауҙары |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Уральское отделение Российской академии наук[d] |
Әһәмиәтле урын | Мейәс |
Майҙан | 303,8 км² |
Рәсми сайт | igz.ilmeny.ac.ru |
Илмән ҡурсаулығы Викимилектә |
Силәбе өлкәһенең үҙәк өлөшөндә Мейәс ҡалаһына яҡын урынлашҡан. 1920 йылдың 14 майында В. И. Ленин декреты буйынса Илмән тауҙары минералогик ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә, ул Рәсәйҙә тәүге шундай ҡурсаулыҡтарҙың береһе була. Хәҙер ул үҙе биләгән майҙаны буйынса илдәге ҡурсаулыҡтар араһында 34-се урын биләй[3]. Был Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе составында институт статусына эйә тәбиғәтте һаҡлау, фәнни-тикшеренеү дәүләт учреждениеһы.
Геология
үҙгәртергәИлмән тау комплексы Сысерть-Илмән антиклинорийының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Составы буйынса магма тау тоҡомдары һәм метаморфик тоҡомдарҙан тора. Күп һанлы уникаль пегмат тармаҡтарында топаз, аквамарин, фенакит, циркон, сапфир, турмалин, амазонит, төрлө һирәк минералдар осрай. Бында донъяла тәүге итеп 16 минерал — ильменит, ильменорутил, калийсаданагаит, канкринит, макарочкинит, монацит-(Ce), поляковит-(Ce), самарскит-(Y), свяжинит, ушковит, фергусонит-бета-(Се), фторомагнезиоарфведсонит, фторорихтерит, хиолит, чевкинит-(Ce), эшинит-(Ce) асылған.
Географияһы
үҙгәртергәКөнбайыш өлөшөндә рельефы бейек булмаған тауҙарҙан тора. Илмән тауҙарының һәм Ишҡол һыртының уртаса бейеклеге диңгеҙ кимәленән 400-450 м, максималь ҡалҡыулыҡ билдәһе 747 м. 85 % майҙанын урман, яҡынса 6 % — дала биләй. Флора үҫемлектәре, эндемиктарҙың 1200-ҙән ашыу төрө осрай.
1930 йылдан бында А. Е. Ферсман ойошторған минералогик музей эшләп килә. Бында Илмән һыртында табылған 200 төрлө минерал һаҡлана.
1991 йылдан «Арҡайым» тарихи-ландшафт археологик ҡомартҡы филиалы ойошторолған, уның майҙаны 3,8 мең га. Б.э.т. XVII — XVI быуаттағы Арҡайым тарихи төбәге айырым әһәмиәткә эйә.
Ҡурсаулыҡ һандарҙа
үҙгәртергә- Ҡурсаулыҡ майҙаны — 303,8 км²
- Илмән һыртының төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 41 км
- Иң юғары нөктәһе — Илмәнтау тауы, бейеклеге 747,3 метр.
- Ҡурсаулыҡтың гидрологик селтәре майҙанының 9 % тәшкил итә.
- Ҡурсаулыҡта 30 күл.
- Иң тәрән күле — Оло Киҫегәс, 34 метр тәрәнлектә.
- Иң оҙон йылғаһы — Оло Черемшанка — 9,8 км.
Минералдар, тау тоҡомдары
үҙгәртергә- Минералдар — 268
- Донъяла тәүге тапҡыр Илмәндә асылған — 16
- Тау тоҡомдары — 70-тән ашыу
- Ҡаҙылма соҡорҙары — 400-ҙән ашыу
Үҫемлектәре
үҙгәртергә- Урмандар ҡурсаулыҡтың 85 процент майҙанын биләй. Яҡынса 55 % - ябай ҡарағай урманы, 40 % - ҡайынлыҡ.
- Юғары үҫемлектәр — 955 төр, уларҙың 50 төрө - реликт һәм 20-нән ашыу эндемиктар.
- Ҡурсаулыҡта 138 төр мүк, 173 төр бәшмәк, 479 төр ылымыҡтар.
Хайуандар донъяһы
үҙгәртергә- Һөтимәрҙәр — 58 төр
- Ҡоштар — 173 төр, уларҙың 125 төрө ҡурсаулыҡ территорияһында оя ҡора
- Амфибиялар — 5 төр
- Рептилиялар — 6 төр
- Балыҡтар — 18 төр
Умыртҡаһыҙҙар фаунаның дөйөм күләменең 10-12 мең төрө йәшәй[4]
Археология
үҙгәртергә- Боронғо кешеләр торған урындар — 50
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә- 1824 йылда немец минералогы И. Н. Менге Илмәнгә килә һәм уның тәүге тасуирламаһын яҙа. 1825 йылда ул ошондай һүҙҙәр әйткән:
Донъяның бөтә минералдары бер ғәжәйеп һыртта йыйылған кеүек һәм алда был йәһәттән күп асыштар көтә әле |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Южно-Уральский научный центр, Структура/Научные организации. Официальный сайт Российской академии наук (Уральское отделение).
- ↑ География Челябинской области / Автор М. А. Андреева, А. С. Маркова — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2002. — С. 122. — 20000 экз.
- ↑ Общие сведения . Сайт Государственного Ильменского заповедника . Дата обращения: 28 февраль 2015. Архивировано 28 февраль 2015 года.
- ↑ Летопись (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка) Оренбургского края
- ↑ География Челябинской области / Автор М. А. Андреева, А. С. Маркова — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 2002. — С. 124. — 20000 экз.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Березин Б. А. Путеводитель по Ильменскому государственному заповеднику. Миас, Южный Урал, Челябинская область / АН СССР. — М.; Л.: Изд-во АН СССР, 1935. — 96 с. — 2665 экз.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ильмены
- Сайт Ильменского заповедника
- Насекомые из Красной Книги РФ в фауне Ильменского заповедника и перспективы их сохранения 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
- Об организации Ильменского заповедника 2007 йыл 19 ноябрь архивланған.
- Ilmeny: Mineralogy of Pegmatites by Vladimir A. Popov and Valentina I. Popova 2019 йыл 28 декабрь архивланған.
- Воздействие антропогенных факторов на территорию Ильменского заповедника 2007 йыл 2 ноябрь архивланған.
- Цикл публикаций об Ильменском заповеднике (к 80и летию) . Архивировано из оригинала 9 март 2009 года. 2009 йыл 9 март архивланған.
- Растительный мир Ильменского заповедника