Кесе Юлдаш
Кесе Юлдаш[1][2] (рус. Малоюлдашево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Плешаново ауыл биләмәһе составына инә.
Ауыл | |
Кесе Юлдаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Атамаһы
үҙгәртергәЯңы Юлдаш (рус. Новоюлдашево) һәм Кесе Юлдаш (рус. Малоюлдашево) ауылдары халыҡ телендә — Абдулла ауылы. Абдулла ауылының уртаһынан изге шишмә үтә. Ауыл кешеләре бер-береһен аръяҡтар, биръяҡтар тип йөрөтә. Шул аръяҡ менән биръяҡты икегә бүлеп, рус телендә ауылды айырып Новоюлдашево, Малоюлдашево тигән исем биргәндәр.
Тарихы
үҙгәртергәРеволюциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Абдулла ауылы зыяратыны урынлашҡан тауҙың битендә, үрҙәрәк, әүлиә ҡәбере бар. Ололар һөйләүе буйынса, был яҡтарға дин таратырға 17 мосолман килгән булған. Шуларҙың береһе эсе ауыртыуына сыҙамай мәмерйә алдында тәгәрәп йөрөп үлгән. Уны Абдулла ауылының тауына ерләгәндәр. Халыҡтан аҡса йыйып, 2017 йылда был ҡәбер кәртәләнеп алына.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе |
---|
2010[3] |
143 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (93 %) йәшәй[4].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы (1916—1994) — актриса. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1969).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Йосопов Р. М., Әбсәләмова Ю. М. Ырымбур башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Красногаврдейский районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- YouTube сайтында «Орнамент»: Сауап алыу // авторы С. Р. Сурина.
Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар юҡ. |