Кесе Мейәс (Силәбе өлкәһе)
Кесе Мейәс (рус. Ма́лое Миассо́во, "Миассовое" - Рәсәй Урал тауҙарының көнсығыш итәгендә, Силәбе өлкәһендәге күл[2]
Кесе Мейәс | |
Күлдән аҡҡан йылғалар | Ҡараһыу (Мейәс ҡушылдығы) |
---|---|
Илдәрҙә объекттың бассейны | Рәсәй |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәСиләбе ҡалаһынан 62 км алыҫлыҡта төньяҡтараҡ, Мейәс ҡалаһынан 10 км көнсығыштараҡ урынлашҡан. Бында Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл һәм Арғаяш райондары сиге үтә. Өлөшләтә Илмән ҡурсаулығына инә.
Ярҙарында Арғаяш районының Яратҡол ауыл биләмәһенә ҡараған Ураҙбай, Кесе Ҡуйһары, Крутолапова һәм Сыбаркүл районы Непряхин ауыл биләмәһенә ҡараған Үрге Ҡараһыу ауылы урынлашҡан.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәТектоник сығышлы, ҡылымығы аша Оло Мейәс күле менән тоташҡан. Күл һыу үҫемлектәренә бай, һаҙлыҡлы участкалары осрай, ярҙарында урманлы ҡырластар бар. Төбө башлыса ташлы, урыны менән ләмле. Һыуы инештәр һәм ҙур булмаған йылғалар менән туйына.
Күлдәрҙә сабаҡ, алабуға, суртан, этеш, ҡарабалыҡ, табан, шамбы, алабалыҡ тереклек итә.
Ярҙарында ҡарағай һәм ҡатнаш урман үҫә. Таш теҙмә булып тау тоҡомдары төрҙәренең, һандыҡташтар, һибелмә таш киҫәктәре сығып ята [3]
Күренекле урындары
үҙгәртергәКүл эргәһендәге археологик иҫтәлекле урындар бар. «Йүкәле ҡултыҡ» (Липовая курья) тигән 5 мең йыл элек йәшәгән ҡәбиләләрҙең туҡталҡаһы бар. Бөтәһе 30-ға яҡын боронғо тораҡ урындары һәм күп төрлө артефакттар: биҙәкле балсыҡ вазалар, таш бысаҡтар, ҡырғыстар табылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Шувалов Н. И. Курлады // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7..
- ↑ Озеро Малое Миассово [1].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Федорищев В.Г. Язык земли миасской [2] 2019 йыл 24 март архивланған.
- Ресурсы поверхностных вод СССР: Гидрологическая изученность. Т. 11. Средний Урал и Приуралье. Вып. 2. Тобол / под ред. В. В. Николаенко. — Л.: Гидрометеоиздат, 1965. — 240 с.
- Обзорно-географический Атлас России. — Картография, АСТ, Астрель, 2010. — С. 60—61.