Кесе Буғаҙаҡ
Кесе Буғаҙаҡ - рус. Малый Бугодак - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районындағы күл. Оло Буғаҙаҡтан көньяҡтараҡта урынлашҡан.
Кесе Буғаҙаҡ | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе һәм Үрге Урал районы |
Географияһы
үҙгәртергәВерхнеуральскиға тиклем – 18 км, Силәбегә – 230 км, Екатеринбургҡа – 300 км.
Координаты: 53°49'37"N 58°57'42"E [2]
Тасуирламаһы
үҙгәртергә- Уртаса тәрәнлеге: 3,8 м
- Максималь тәрәнлеге: 7,8 м
- Майҙаны: 3,6 км²
- Тектоник рәүештә барлыҡҡа килгән
- Төбө: ҡомло-ләмле
- Һыуы аҡмай
Этимологияһы
үҙгәртергәКүлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Бугодак (Богодак, Багадак), Большой и Малый, озеро, поселок, Большой и Малый, Верхнеуральский район. От старотюркского мужского имени Бугадак, с основой буга — «бык», в значении «глава», как отражение скотоводческого культа, и имяобразующего аффикса -дак -дык [4][5].
Буға (үгеҙ) һүҙе башҡорт телендә ысынлап та булған (мәҫәлән, киң билдәле эпос Ҡуңыр буға һәм башҡорт халыҡ йыры "Ҡуңыр буға" [6]), хәҙер ул һүҙлектәргә йондоҙлоҡ (зодиак) атамаһы булараҡ ҡына индерелгән [7] Был һүҙ яңғыҙлыҡ ҡушма исемдәрҙә лә осрай (Әле лә Тайбуғин фамилиялы кешеләр бар).
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәЯрҙарында һирәк осрай торған үҫемлектәр һәм йән эйәләре бар, был йәһәттән өлкәлә уға тиңдәр юҡ. Мәҫәлән, орхидея һымаҡтар.
Күл буйында һирәк осрай торған ике төрлө ҡырмыҫҡа, формика прессилабрис, махаон йәшәй.
Балыҡлы йылға. Күлдә суртан, сабаҡ, алабуға, шырт балыҡ, шамбы, карп, ҡарабалыҡ, алабалыҡ , ҡыҙылғанат, суртан тереклек итә, рипус-гибрид ебәрелгән[3].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Озеро Малый Бугодак 2019 йыл 18 ноябрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 МАЛЫЙ БУГОДАК
- ↑ Шувалов Н.И. Бугодак// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Ҡуңыр буға (башҡорт халыҡ йыры) 2019 йыл 28 май архивланған.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 169-сы бит Буға.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- МАЛЫЙ БУГОДАК
- МАЛЫЙ БУГОДАК
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области (недоступная ссылка).
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 169-сы бит Буға.
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7