Оло Буғаҙаҡ
Оло Буғаҙаҡ һәм Оло Буғдаҡ күле мәҡәләләрен берләштерергә! |
Оло Буғаҙаҡ - рус. Большой Бугодак - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районындағы күл. Халыҡ депутаттарының Силәбе өлкә Советы башҡарма комитетының 1989 йылдың 23 октябрендә ҡабул иткән № 407-се ҡарары менән Оло Буғаҙаҡ өлкә әһәмиәтендәге гидрологик тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә индерелгән[2].
Оло Буғаҙаҡ | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәОло Буғаҙаҡ Силәбе өлкәһенең Верхнеурал районында Урал тауының көнсығыш итәгендә урынлашҡан.
Географик координаттары: оҙонлоғо — 58°59′10.29″E (58.986192), киңлеге — 53°51′51.57″N (53.864324).
Ярындағы тораҡ пункттар: Оло Буғаҙаҡ һәм Степной ҡасабалары, Верхнеурал ҡалаһы[3].
Тасуирламаһы
үҙгәртергә- Уртаса тәрәнлеге: 4,5 м.
- Максималь тәрәнлеге: 8м
- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 2*3.км
- Һыу сығанағы: Ям йылғаһы
- Майҙаны: 6,48км2 [3]
Күлдең һыуы саф һәм йомшаҡлығы менән айырылып тора.
Минераллылығы 0,6-0,7 г/л. Тоҙ составы буйынса күл һыуы гидрокарбонатлы-натрийлы төркөмгә ҡарай.
Төбө һәм ярҙары туф һәм карбонат ҡатнаш һәүерташтарҙан тора. Көнсығыш яры ҡомло.
Һыуйыйғыс бассейны рельефы убалы. Көньяҡ-көнбайыш яры урыны менән һаҙлыҡлы.
Күлдең һыуы баҡсаларҙы һәм мал аҙығы культуралары сәсеүлектәрен һуғарыу өсөн тотонола.
Элгәре Оло Буғаҙаҡ та, Кесе Буғаҙаҡ та бер бөтөн күл хасил иткән булған, әммә ваҡыт үтеү менән улар һайығайып, икегә бүленгән. Хәҙер улар араһында Мүкле күлдәр барлыҡҡа килгән.
Оло Буғаҙаҡ күленә иң яҡындары: Мүкле, Оло Мүкле, Кесе Буғаҙаҡ, Өскүл күлдәре[3].
Күл ярында таш быуат кешеләре торған урын табылған [2].
Флора һәм фаунаһы
үҙгәртергәКөньяҡ-көнбайыш ярын ҡамыш баҫҡан. Убалары битләүендә ҡарағай урмандары үҫә. Тәпәш кенә тауҙарында ҙур булмаған сауҡалыҡтар, муйыллыҡтар, һоро ерек, төрлө талдар йыш осрай.
Күлдә суртан, сабаҡ, алабуға, шырт балыҡ, шамбы, карп, ҡарабалыҡ, алабалыҡ , ҡыҙылғанат тереклек итә[3].
Этимологияһы
үҙгәртергәКүлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Бугодак (Богодак, Багадак), Большой и Малый, озеро, поселок, Большой и Малый, Верхнеуральский район. От старотюркского мужского имени Бугадак, с основой буга — «бык», в значении «глава», как отражение скотоводческого культа, и имяобразующего аффикса -дак -дык [4][5].
Буға (үгеҙ) һүҙе башҡорт телендә ысынлап та булған (мәҫәлән, киң билдәле эпос Ҡуңыр буға һәм башҡорт халыҡ йыры "Ҡуңыр буға" [6]), хәҙер ул һүҙлектәргә йондоҙлоҡ (зодиак) атамаһы булараҡ ҡына индерелгән [7] Был һүҙ яңғыҙлыҡ ҡушма исемдәрҙә лә осрай (әле лә Тайбуғин фамилиялы кешеләр бар).
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Озеро Большой Бугодак(недоступная ссылка)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Бугодак Большой
- ↑ Шувалов Н.И. Шаблиш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Ҡуңыр буға (башҡорт халыҡ йыры) 2019 йыл 28 май архивланған.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 169-сы бит Буға.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бугодак Большой
- Озеро Большой Бугодак(недоступная ссылка)
- [ http://old.toposural.ru/html/(недоступная ссылка) От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. ]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 169-сы бит Буға.
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7