Кеми
Кеми (фин. Kemi, швед. Kemi, с-саамск. Giepma) — Финляндияла Лаппи провинцияһында ҡала коммунаһы. Ботник ҡултығының яры буйында, Кемийоки йылғаһы тамағы эргәһендә, Торнио ҡалаһынан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан.
Кеми коммунаһы 747,44 км² майҙанды биләй, шуның 102,59 км² майҙаны ҡоро ер, ҡалғаны ҡултыҡтың яр буйы һыуҙары һәм һыу ятҡылыҡтарына тура килә.
Коммунаның халҡы 22 581 кеше тәшкил итә.
Тарихы
үҙгәртергәҠултыҡҡа сығыуҙы тәьмин итеү өсөн Кемиға 1869 йылда император Александр II указы буйынса нигеҙ һалына.
1883 йылда целлюлоза заводы төҙөлә, ә 1927 йылдан целлюлоза етештереү башлана.
Коммунаһы.
үҙгәртергәРайондары
үҙгәртергәКеми ҙур Саувосаари, Койвухарью, Кивикко, Сювякангас һәм Хепола райондарына бүленә. Кеми үҙәге Саувосаари районында урынлашҡан.
Иҡтисады
үҙгәртергәҠаланың иҡтисади нигеҙен ҡағыҙ һәм ҡатырға етештереү тәшкил итә.
Рәсәй ҙән туристарҙы йәлеп итеү акценты менән
туристик бизнес үҫешә[15].
Транспорты
үҙгәртергәКеми тимер юл станцияһы дәүләт тимер юлы компанияһы VR идаралығы аҫтында.
Кеми аша автомагистраль 4 һәм (фин. 4 Valtatie) һәм E8, E75 европа маршруттары үтә.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- Кеми сиркәүе, 1902 йылда неоготик стилдә төҙөлгән.
- Ҡар замогы — LumiLinna
- Аҫыл таштар галереяһы
- «Сампо» боҙватҡысы
- Jähti елкәнле судноһы, XIX быуаттағы караптар өлгөһө буйынса төҙөлгән.
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Тони Какко, Sonata Arctica төркөмөнөң вокалисы .
- Томми Портимо, Sonata Arctica төркөмөндә музыкант.
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергә- Тромсё (Норвегия, 1940 йылдан)
- Волгоград (Рәсәй, 1953 йылдан)
- Североморск (Рәсәй)[16]
- Липтовски Микулаш (Словакия)
- Ньютаунардс (Төньяҡ Ирландия)
- Секешфехервар (Венгрия)
- Висмар (Германия)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://tietokortit.maanmittauslaitos.fi/nimisto/paikka/10746999 — National Land Survey of Finland.
- ↑ http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
- ↑ Kuntien ja kielisuhdeluokituksen 2024 välinen luokitusavain, Klassificeringsnyckeln mellan kommuner och språklig indelning år 2024, The correspondence table between municipalities and language distribution in 2024 — Статистический центр, 2024.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Kuntien ja seutukuntien vuoden 2024 välinen luokitusavain — Статистический центр.
- ↑ https://web.archive.org/web/20240602161709/https://ubc.net/cities/
- ↑ (unspecified title)
- ↑ Population growth biggest in nearly 70 years — Статистический центр.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 Kansainvälinen toiminta ja yhteistyö — Кеми.
- ↑ https://www.szekesfehervar.hu/kemi
- ↑ 11,0 11,1 Kansainvälinen toiminta ja yhteistyö
- ↑ 12,0 12,1 12,2 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
- ↑ Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.) — MML.
- ↑ 14,0 14,1 (unspecified title)
- ↑ Северный город Кеми пытается привлечь туристов из России // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 3 ғинуар 2014. (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2014)
- ↑ Города-побратимы Мурманской области // Кольская энциклопедия. В 5-и т. Т. 1. А — Д / Гл. ред. А. А. Киселёв. — Санкт-Петербург : ИС ; Апатиты : КНЦ РАН, 2008. — С. 502.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт Кеми (фин.), (инг.)
- Kemi Travel Guide — Путеводитель по Кеми в Викигиде (инг.)
- The Arctic Comics Festival 2007 йыл 5 февраль архивланған. — the World’s Northernmost Comics Festival (фин.), (швед.), (инг.)
- О городе Кеми (фин.)