Висмар

Германияның Мекленбург — Алғы Померания ерендәге ҡала-порт

Ви́смар (немец. Wismar, Ipa ˈvɪsmaʁ, nds Wismer) — Германиялағы Балтик диңгеҙе буйындағы ҡала-порт (Мекленбург — Алғы Померания ере). Төньяҡ-Көнбайыш Мекленбург районы составына инә. Һанзаның иң беренсе һәм имен ҡалаларының береһе булараҡ, ЮНЕСКО һаҡлауы аҫтында торған кирбес готика стилендәге айырым йорттарҙан һәм ҡорамдарҙан торған тарихи үҙәге менән ғорурлана.

Висмар
нем. Hansestadt Wismar
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы XIII быуат
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы Wis[1]
Дәүләт  Германия[2]
Административ үҙәге Северозападный Мекленбург[d]
Административ-территориаль берәмек Северозападный Мекленбург[d]
Хөкүмәт башлығы Thomas Beyer[d]
Ойошма ағзаһы Wendish cities[d], Städte- und Gemeindetag Mecklenburg-Vorpommern[d][3] һәм Организация городов всемирного наследия[d][4]
Халыҡ һаны 44 022 кеше (31 декабрь 2023)[5]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 17 метр[6]
Туғандаш ҡала Кале[d][7], Ольборг[7], Любек[d][7], Кеми[7], Кальмар[d][7][8] һәм Поградец[d][7]
Майҙан 41,72 км² (31 декабрь 2017)[9]
Почта индексы 23966, 23970 һәм 23952
Рәсми сайт wismar.de
Урынлашыу картаһы
Вид с воздуха
Урындағы телефон коды 03841
Номер тамғаһы коды HWI һәм WIS
Карта
 Висмар Викимилектә

Майҙаны 41,36 км². 2013 йылдың 31 декабренә ҡарата баһалауҙар буйынса халыҡ һаны 42 219 кеше тәшкил итә[10].

Рәсми коды — 0 13 000 06.

Висмар биләмәһе, моғайын, Вишемир атамалы лаба буйы славяндары ултырағы булараҡ барлыҡҡа килгән. XIII быуаттың 1-се яртыһына ҡала хоҡуғын ала. Диңгеҙ юлбаҫарынан һаҡланыу өсөн 1259 йылда Росток һәм Любек араһында килешеү төҙөлгән һәм бынан Һанза үҫеп сыҡҡан. Урта быуаттарҙа Висмар сельдь һәм һыра сауҙаһы менән шөғөлләнә, бынан тыш, бында буҫтау етештергәндәр. Һанза союзына ҡағылған мәсьәләләр халыҡтың дөйөм йыйылыштарында хәл ителгән.

Әлегә тиклем Висмар элекке ирекле ҡалаларҙың үҙ флагына хоҡуҡҡа эйә булыу кеүек реликттарын һаҡлаған.1257 йылдан 1358 йылға саҡлы ҡала Мекленбург кенәздәренең резиденцияһы булып хеҙмәт иткән. 1376 йылғы Ҡара үлем халыҡтың байтаҡ өлөшөн ҡырған. Америка асылып, сауҙа юлдары Атлантикаға күскәндән һуң, Һанзаның башҡа ҡалалары кеүек, Висмар ҡалаһы элекке әһәмиәтен юғалтҡан.

Хужалыҡ тарҡалышын Утыҙ йыллыҡ һуғыш тамамлап ҡуйған. 1648 йылғы Вестфаль килешеүе буйынса Висмар Швед Померанияһы составына ингән һәм шведтарҙың көньяҡ Балтиҡ буйындағы иң ҙур ҡәлғәһенә әйләнгән.

1803 йылда Швеция ҡаланы Мекленбург герцогтарына, 100 йылдан һуң кире ҡайтарыу хоҡуғы менән, хаҡын 1258000 рейхсталерға тиңләп, залогҡа һалған. Һуңыраҡ, Висмар Германия империяһы составына де-факто инеүенә ҡарамаҫтан, швед властары 1903 йылға тиклем уға хоҡуҡтарын юғалтыуҙы танымаған.

«Дорнье» фирмаһының авиация заводтары урынлашҡан ҡала Икенсе донъя һуғышында көнбайыш создаштарының бомбаға тотоуҙарынан бик ҡаты зыян күргән. ГДР осоронда Висмар ҡалаһы дәүләттең (Ростоктан ҡала) әһәмиәте буйынса икенсе диңгеҙ гаваны булып торған. Айырым алғанда, уның порты аша калий ашламалары ташылған.

Висмарҙың һәм күрше Штральзундтың тарихи үҙәктәре 2002 йылда донъя мәҙәни мираҫы булараҡ ЮНЕСКО һаҡлауы аҫтына ҡуйылған.

2011 йылдың 1 июленән ҡала Төньяҡ-Көнбайыш Мекленбург районы составына инә. Быға саҡлы ер ҡарамағындағы ҡала статусына эйә булған.

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә

Висмарҙың йөрәге — Баҙар майҙаны. Иң һуңғы төҙөлөштәр араһында 1380 йылғы кирбес «Иҫке швед» айырылып тора. Был урта быуат йорто 1878 йылда, унда шул уҡ исемле ҡунаҡхана асылғандан һуң ғына, үҙенең был исемен алған.

1602 йылда майҙан уртаһында Филипп Брандин һыҙмалары буйынса һолланд ренессансы стилендәге 12 ҡырлы павильон төҙөлгән. Wasserkunst тип аталған павильон, 1897 йылға саҡлы 220 торлаҡ һәм 16 йәмәғәт бинаһын тәьмин итеүсе һыу таратыу пункты булараҡ хеҙмәт иткән.

Висмапҙағы Мәрйәм Ана сиркәүе һуғышҡа тиклем кирбес готика стилендәге иң ҙур төньяҡ герман сиркәүҙәренә ҡараған. Уның архитекторы, Иоһанн Грот, Любектағы Мария сиркәүенең өс нефлы базиликаһын нигеҙ итеп алған. 1945 йылдың апрелендә бомбаға тотоу ваҡытында төп бина ныҡ зыян күргән. 1960 йылда емереклектәр тулыһынса шартлатылған. Сиркәүҙән бары тик XVI—XVII быуаттан ҡалған 9 ҡыңғырауы эленеп торған бейек манара ғына (81 м) тороп ҡалған. Бында 1647 йылда көнөнә дүрт тапҡыр 20 хоралдың береһен башҡарыусы циферблаты 5×5 м үлсәмле сәғәт урынлаштырылған.

Һаҡланып ҡалған Изге Николай сиркәүе Мария сиркәүе өлгөһөндә өс нефлы базилика итеп 1381—1487 йылдарҙа төҙөлгән. Урта неф 37 м бейеклектә, һәм ул урта быуат Германияһында бейеклеге буйынса дүртенсе урынға сыға.

Туғанлашҡан ҡалалар

үҙгәртергә

Рәсми туғанлашҡан ҡалалары[11]:

  •   Кеми (1959 йылдан)
  •   Кале (1971 йылдан, 1966 йылда дуҫлыҡ килешеүенә ҡул ҡуйылған)
  •   Кальмар (2002 йылдан)
  •   Любек (1987 йылдан)
  •   Ольборг (1963 йылдан)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Baedecker. Deutschland. Verlag Karl Baedeker, 2002. ISBN 3-8297-1004-6
  • Bernd Wurlitzer — Mecklenburg-Vorpommern. 5 aktualisierte Auflage.DuMont Reiseverlag,Köln.2004. ISBN 3-7701-3849-X
  • Weltgeschichte-Daten Fakten Bilder- Georg Westermann Verlag;Braunschweig 1987- ISBN 3-07-509036-0

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 1067
рус.англ.фр.

Ҡалып:Всемирное наследие в Германии