Кеворкова Надежда Витальевна

Надежда Витальевна Кеворкова (тыуған датаһы һәм урыны: 25 октябрь 1958 йыл, Мәскәү) — Рәсәй журналисы һәм яҙыусыһы.

Надежда Кеворкова
Тыуған көнө

1958 йылдың 25 октябре

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

әҙип, журналист

Тормош иптәше

Максим Шевченко

Балалары

Василий Полонский

Сайт

http://kevorkova.com

Биография

үҙгәртергә

Надежда Кеворкова 1958 йылдың 25 октябрендә Мәскәү ҡалаһында тыуған, Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын уңышлы тамамлаған[1]. Үҙ хәтирәләре буйынса, журналистикаға 1988 йылда Александр Огородников менән танышҡандан һуң килә, уның менән бергә «Бюллетень христианской общественности» альманын, ә һуңынан «Вестник христианской демократии» гәзитен сығара башлай. 1992 йылдан «Радонеж» православие гимназияһында эшләй[1].

1997-2002 йылдарҙа «НГ Религии» гәзитенең даими күҙәтеүсеһе[1]. 1998 йылда АҠШ-та «Независимая газета»-ның махсус хәбәрсеһе була. Ливанда, Афғанстанда, Пакистанда, Иранда, Ираҡта, Төркиәлә, Суданда, Сүриәлә, Ғәззәлә һәм Төньяҡ Кавказда репортер булып эшләй[1].

Russia Today күҙәтеүсеһе, «Независимая газета», «Новая газета», «Газета», «Огонек», «Русский Newsweek» һәм башҡа киң мәғлүмәт сараларында мәҡәләләр авторы[1]. Православие һәм хәҙерге донъялағы дин тураһында бик күп мәҡәләләр авторы[1]. Шулай уҡ Кеворкова «Ҙур Рәсәй энциклопедияһы» өсөн бер нисә мәҡәлә яҙа.

«Урыҫ әҙәбиәтенең йыһаты» документаль сериалы авторы һәм алып барыусыһы.

2010 йылда International Women of Courage премияһына тәҡдим ителә.

2024 йылдың майында терроризмды аҡлауҙа ғәйепләнеп ҡулға алына (РФ Енәйәт кодексының 205.2-се статьяһының 2-се өлөшө). Енәйәттең составын уның 2018 йылда шәхси телеграм-каналында хеҙмәттәше һәм дуҫы Орхан Джемалдың (Үҙәк Африка Республикаһында үлтереп һалтылар) тексын, шулай уҡ 2021 йылда «Талибан»ға бәйле икенсе яҙмаһын килтереп күрһәткән[2].

Улы — журналист Василий Полонский. 2022 йылдың февраленә тиклем «Дождь» телеканалында эшләй, ә ул ябылғандан һуң «Живой гвоздь» youtube-каналында эшләй.

Элекке ире — журналист һәм сәйәсмән Максим Шевченко (1966 йылда тыуған)[3].

Һайланма библиография

үҙгәртергә
  • Палестина. Сопротивление. — М.: Сам Полиграфист, 2013. — 220 с. — ISBN 978-5-00077-037-5.
  • Если я забуду тебя, Иерусалим. — М.: Перо, 2017. — 199 с. — ISBN 978-5-906961-85-3. — 3000 экз.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Надежда Кеворкова: Сиркәү журналистикаға мохтаж түгел! 2020 йыл 2 декабрь архивланған. // Православие и мир, 02.10.2010
  2. Журналистку Кеворкову арестовали по делу об оправдании терроризма // РБК, 07.05.2024
  3. Шевченконың ҡатыны: ЦАХАЛ йәһүд булмағандары фәләстиндәрҙе күрә алмай. Дата обращения: 14 октябрь 2015. Архивировано 4 март 2016 года.