Квирикашвили Георгий Джемалович
Квирикашвили Георгий Джемалович (груз. გიორგი კვირიკაშვილი; 20 июль 1967 йыл) — грузин сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре, 2015 йылдың 30 декабренән 2018 йылдың 20 июненәсә — Грузияның Премьер-министры.
Георгий Квирикашвили | ||||
груз. გიორგი კვირიკაშვილი | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
30 декабрь 2015 йыл | ||||
Президент: | Георгий Маргвелашвили | |||
Алдан килеүсе: | Ираклий Гарибашвили | |||
| ||||
1 сентябрь 2015 йыл — 30 декабрь 2015 йыл | ||||
Хөкүмәт башлығы: | Ираклий Гарибашвили | |||
Президент: | Георгий Маргвелашвили | |||
Алдан килеүсе: | Тамара Беручашвили | |||
Дауамсы: | Михаил Джанелидзе | |||
| ||||
25 октябрь 2012 йыл — 1 сентябрь 2015 йыл | ||||
Хөкүмәт башлығы: | Бидзина Иванишвили, Ираклий Гарибашвили | |||
Президент: | Михаил Саакашвили, Георгий Маргвелашвили | |||
Алдан килеүсе: | Вероника Кобалия | |||
Дауамсы: | Дмитрий Кумсишвили | |||
Тыуған: | 20 июль 1967 (57 йәш) СССР, Грузия ССР-ы Тбилиси ҡалаһы | |||
Партия: | Грузия хыялы — Демократик Грузия | |||
Белеме: | Тбилиси дәүләт медицина университеты, Тбилиси дәүләт университеты, АҠШ-тың Иллинойс университеты | |||
Профессияһы: | финансист, иҡтисадсы | |||
Автограф: | ||||
Биографияһы
үҙгәртергәГеоргий Джемалович Квирикашвили1967 йылдың 20 июлендә Грузия ССР-ының баш ҡалаһы Тбилисиҙа тыуған.
1984 йылда Владимир Комаров исемендәге физика-математика йүнәлешендәге интернат-мәктәпте тамамлаған[1]. 1984—1991 йылдарҙа Тбилиси дәүләт медицина университетында табип-терапевт һөнәрен үҙләштерә. 1986—1988 йылдарҙа саҡырыу буйынса Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була. 1990—1995 йылдарҙа Иванэ Джавахишвили исемендәге Тбилиси дәүләт университетының иҡтисад факультетында уҡый (һөнәре «сәнәғәтте планлаштырыу»). 1997—1998 йылдарҙа АҠШ-тың Иллинойс штатындағы Урбана һәм Шампей ҡалаларында урынлашҡан Иллинойс университетында белемен камиллаштырып, финанс өлкәһендә фән магистры дәрәжәһе ала.[2]
Карьераһы
үҙгәртергә1993—1996 йылдар — "Берләшкән Грузия Банкыһы"нда финанс өлкәһендә карьераһын башлай һәм кредит департаменты начальнигы урынбаҫары вазифаһына тиклем хеҙмәт баҫҡыстары үтә;
1996—1997 йылдар. —"Экспорт-Импорт Банкыһы"ның вице-президенты;
1997—1998 йылдар — «Берләшкән Грузия Банкыһы» идара дипартаментының филиал директоры;
1999 йылдан дәүләт канцелярияһында: финанс, аҡса-кредит һәм тышҡы иҡтисад хеҙмәтендә начальник урынбаҫары булып эшләй; Грузия Хөкүмәте һәм АҠШ-тың Халыҡ-ара үҫеш агентствоһының берлектәге программаһындағы кесе һәм урта бизнесты үҫтереү төркөмөнең етәксеһе була;
1999—2004 йылдар —Грузия парламенты ағзаһы, Иҡтисади сәйәсәт буйынса комитет рәйес урынбаҫары;
"Розалар революцияһы"нан һәм власҡа Михаил Саакашвили килгәндән һуң дәүләтт хеҙмәтенән китә һәм бизнес эшмәкәрлегенә кире ҡайта;
2004—2006 йылдар — Беренсе Коммерция Банкыһының башҡарма дирекцияһы консультанты;
2006—2011 йылдар —"Карту Банкыһы"ның генераль директоры;
2012 йылдың 25 октябрендә Грузияның Борисом Иванишвили етәкләгән яңы хөкүмәтендә ҡтисад һәм тотороҡло үҫеш министры итеп тәғәйенләнә;
2015 йылдың 1 сентябрендә Грузияның сит ил эштәре министры вазифаһына тәғәйенләнә;
2015 йылдың 30 декабрендә Грузия парламенты үҙенең пленар ултырышында кандидатураһын раҫлағас һәм хөкүмәттең ул тәҡдим иткән составын яҡлағас, Георгий Квирикашвили Грузияның премьер-министры булып китә.[2][3]