Кашкаров Даниил Николаевич

Даниил Николаевич Кашкаров (1878 йыл 30 март (11 апрель) — 26 ноябрь 1941) — совет зоологы, эколог. Ватан экологтар мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Үҙәк Азия фаунаһын өйрәнеүсе, биология фәндәре докторы (1934), хайуандар психологияһы[3] өлкәһенә өлөш индереүсе.

Кашкаров Даниил Николаевич
рус. Даниил Николаевич Кашкаров
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 30 март (11 апрель) 1878
Тыуған урыны Рязань, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 26 ноябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1] (63 йәш)
Вафат булған урыны Хвойная[d], Ленинград өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө зоолог, эколог, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө зоология, экология һәм зоопсихология[d][2]
Эш урыны Үзбәкстан милли университеты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының физика-математика факультеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Михаил Александрович Мензбир[d] һәм Roman Meklenburtsev[d]
Аспиранттар Шварц, Станислав Семёнович[d] һәм Хозацкий, Лев Исаакович[d]
Уҡыусылар Шварц, Станислав Семёнович[d]
Биологик систематика
зоологик таксондарҙы тасүирлаған тикшереүсе. Авторлығын күрһәтеү өсөн ҡыҫҡартылған билдә ҡуялар «Kashkarov».

Биографияһы

үҙгәртергә

Д. Н. Кашкаров 1878 йылдың 30 мартында (11 апрель) Рязань ҡалаһында, губерна земствоһы табибы ғаиләһендә тыуған. 1896 йылда Рязань классик гимназияһын тамамлай, шул уҡ йылда Мәскәү университетының физика-математика факультетының тәбиғи бүлегенә уҡырға инә, академик Мензбир Михаил Александровичтың уҡыусыһы була. 1893 йылда студент сыуалыштарында ҡатнашҡаны өсөн ике йылға Мәскәүҙән ҡыуыла, шуның өсөн университетты 1903 йылда ғына тамамлай. 1908 йылда Д. Н. Кашкаров Мәскәү университетының медицина факультетын тамамлай, әммә табип булып эшләмәй. Революция алды йылдарында йәш ғалим Германияның, Австрияның һәм Норвегияның биология уҡыу йорттарында була .

1915 йылдан башлап 1920 йылға тиклем Д. Н. Кашкаров Мәскәү университетында лекциялар уҡый.

1920 йылда яңы ғына асылған Урта Азия университетына килә, бында үҙе нигеҙ һалған зоология кафедраһын етәкләй.

Даниил Николаевич тап ошо ваҡыттан алып экологик тикшеренеүҙәр һәм тәбиғәтте һаҡлау менән әүҙем шөғөлләнә башлай. 1931 йыл аҙағында РСФСР тәбиғәтте һаҡлау дәүләт комитетына Төркөстан крайында сайғаҡтарҙы ҡырып бөтөрөүҙән һаҡлауҙы һорап үтенес менән мөрәжәғәт итә, (ЦГА Рәсәй, ф. 2307, оп. 8., д. 135, л. 103). 1924 йылда Урта Азия университетында экология буйынса лекциялар курсы уҡый. 1923 йылдан башлап, Урта Азияла тәбиғәт ҡурсаулығы ойоштороу маҡсаты менән, музейҙар эше һәм боронғо ҡомартҡыларҙы, сәнғәтте һәм тәбиғәтте һаҡлау буйынса Урта Азия комитеты экспедицияларында ҡатнаша башлай .

1928 йылда ғалим АҠШ-ҡа юллана, унда америка экологтары менән таныша һәм АҠШ-тың барлыҡ тиерлек ҙур милли парктарында була, һуңынан тыуған илендә улар тураһында мәҡәләләр баҫтыра. 1931 йылда В. В. Станчинский менән бергә Даниил Николаевич «Журнал экологии и биоценологии» — СССР-ҙа беренсе экологик журналға нигеҙ һала.

Д. Н. Кашкаров Урта Азияла беренсе булып ҡурсаулыҡтар булдырыу менән шөғөлләнеүселәрҙең береһе булып тора. Шулай, 1930 йылдың апрелендә Алма-Атала Ҡаҙағстан тыуған яҡты өйрәнеүселәр съезында «Принципы охраны природы и устройство заповедников» темаһына доклад менән сығыш яһай.

Ул 1929 йылдың сентябрендә Мәскәүҙә тәбиғәтте һаҡлау буйынса I Бөтә Рәсәй съезында Арсланбоб ҡурсаулығын булдырыу кәрәклеге тураһында һөйләй. Ғалимдың 1927 йылда Ҡаҙағстанда Джебаглы (Аксу-Джебаглы) ҡурсаулығын ойоштороуға ла ҡатнашлығы бар . Ғалим тәбиғәтте һаҡлау эшен популярлаштырыу өсөн байтаҡ эштәр эшләй. Уның «Животные Туркестана» китабы. әлегә тиклем ҙур уңыш менән файҙалана. Ғалим йыш ҡына докладтар һәм лекциялар менән сығыш яһай.

1933 йылдың көҙөндә ғалим Ленинградҡа күсеп килә, унда Ленинград дәүләт университетының умыртҡалылар зоологияһы кафедраһын һәм үҙе булдырған хайуандар экологияһы лабораторияһын етәкләй. Кашкаров илдәге дөйөм сәйәси хәл арҡаһында Ленинградта тәбиғәтте һаҡлау менән шөғөлләнеүҙән туҡтай.

Даниил Николаевич 1941 йылдың 26 ноябрендә, Ленинградтан эвакуацияланған ваҡытында, Хвойная станцияһында (хәҙер — Новгород өлкәһе) йөрәк өйәнәгенән вафат була.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Кашкаров Даниил Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Kaškarov, Daniil Nikolajevič // Чешская национальная авторитетная база данных
  3. КНЭ, том III, 2005
  • Вайнер (Уинер) Д. Экология Советской России. Архипелаг свободы: заповедники и охрана природы. — М.: Прогресс, 1991. — 400 с.
  • Кашкаров Д. Национальные парки Соединенных Штатов Америки // Научное слово. — 1931. — № 6. — С. 72—97.
  • Кашкаров Д. Н. Внимание Казахстанскому заповеднику Джебоглы-Ак-Су // Природа и социалистическое хозяйство. — 1933. — № 6. — С. 37—44.
  • Рахимбеков Р. У. Даниил Николаевич Кашкаров (1878—1941) / Отв. ред. Н. А. Когай; Худож. С. Б. Марутич. — М.: Наука, 1990. — 192 с. — (Научно-биографическая литература). — ISBN 5-02-003456-8.
  • Труды 1-го Всероссийского съезда по охране природы. — М., 1930. — 215 с.
  • ЦГА России, ф. 2307, по. 8, д. 135, л. 103.
  • * Кашкаров, Даниил Николаевич // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.