Карпа́т Украи́наһы (укр. Карпатська Україна) — Чехословакияның Карпат Русе территорияһында 1939 йылдың 15 мартында Хуст ҡалаһында иғлан ителгән танылмаған дәүләт. 16 мартта уны мадъяр ғәскәрҙәре баҫып ала (башҡа сығанаҡтар буйынса был дәүләт 18 мартта Венгрия короллеге тарафынан оккупациялана[1]).

Карпат Украинаһы
укр. Карпатська Україна
Карпат Украинаһы флагы Карпат Украинаһы гербы
Карпат Украинаһы флагы Карпат Украинаһы гербы

Гимн: Ще не вмерла Україна

 
 
15 — 16 (18) март
1939
Баш ҡала

Хуст

Телдәр

Украин

Дин

православие, грекокатолицизм (униатство)

Аҡса берәмеге

Чехословакия кронаһы

Идара итеү формаһы

Республика

Президент
 • 1939

Волошин Августин Иванович

 Карпат Украинаһы Викимилектә
Файл:Stamp of Karpatska Ukrajina.jpg
Карпат Украинаһы өсөн почтаһының маркаһы , 1939 йыл.

Карпат Украинаһының территорияһы 1918 йылға тиклем Австрия-Венгрия империяһы составында була. 1919 йылдың 1 ғинуарында Хуст ҡалаһында Бөтә украин йыйылышының 420 делегаты берҙәм тауыш менән Карпат аръяғын Украина Халыҡ Республикаһы составына индерелә. 1920 йылдың 4 июнендә Трианон килешеүенә ярашлы Карпат аръяғы Карпат буйы Русе (1938 йылдың 26 октябренән — «икенсе» Чехословакия республикаһы составында Карпат Украинаһы «автономиялы ере») исеме аҫтында Чехословакия составына дүрт «еренең» береһе булараҡ керә.

1938 йылғы Мюнхен килешеүе һөҙөмтәһендә Чехословакия бөтөрөлгәс, автономиялыКарпат Украинаһы территорияһында шул уҡ исемдәге бойондороҡһоҙ дәүләт иғлан ителә. Уның президенты Волошин Августин Иванович була. Ул шунда уҡ Адольф Гитлерға телеграмма ебәрелә:[2]

От имени правительства Карпатской Украины прошу Вас принять к сведению провозглашение нашей самостоятельности под охраной Немецкого Рейха.

Премьер-министр доктор Волошин. Хуст.

Быға Германиянан рәсми яуап булмай. 15 марттағы Волошин хөкүмәтенең ҡабат ебәргән мөрәжәғәтенә Хусттағы Германияның консулы уға мадъяр ғәскәренең баҫып инеүенә ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә кәңәш итә, сөнки был ситуацияла немец хөкүмәте Карпат Украинаһын үҙ протектораты аҫтына ала алмауын белдерә.[2]

Шул ваҡытта мадъяр хөкүмәте Карпат Украинаһы етәкселегенә ҡорал һалырға һәм ыныс рәүештә Мадъярстан составына инергә тәҡдим итә. Яуап итеп Волошин Карпат Украинаһы тыныс дәүләт һәм күршеләре менән тыныс йәшәргә теләй, әммә кәрәк булһа ниндәйҙә булһа агрессорға ҡаршылыҡ күрһәтә ала тип иғлан итә.

Ләкин бойондороҡһоҙлоҡ итеүҙән һуң икенсе көндә үк, 16 мартта Хуст ҡалаһы мадьяр армияһы тарафынан баҫып алына[3]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, мадъяр ғәскәрҙәре Карпат аръяғы үна 14 мартта уҡ барып инә, шунлыҡтан Карпат Украинаһы хөкүмәте дәүләт территорияһын бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң бер нисә сәғәт үткәс тә ташлап китергә мәжбүр була. 16 мартта мадъяр ғәскәрҙәре Хуст ҡалаһын биләй, ә 18 мартта Мадьярстан бөтә Карпат Украинаһы территорияһын оккупациялай[1].

Карпат Украинаһы бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшеүселәр партизан һуғышын 1939 йылдың апреленә ҡәҙәр алып бара.

Аҙаҡ Чехословакия һәм СССР араһындағы 1945 йылғы килешеү һөҙөмтәһендә Карпат Украинаһы СССР-ға күсә һәм Украина ССР-ы составында Карпат аръяғы өлкәһе булып китә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә