Карлин Джордж
Джордж Денис Патрик Карлин (ингл. George Denis Patrick Carlin; 12 май 1937, Манхэттен, Нью-Йорк — 22 июнь 2008, Санта-Моника, Калифорния) — американ стендап-комигы, актёр, яҙыусы, сценарийҙар авторы, продюсер, "Грэмми"ның дүрт премияһына һәм Марк Твен премияһына лайыҡ булыусы. Биш китап һәм 20-нән ашыу музыкаль альбом авторы, 16 фильмда төшкән.
Карлин үҙенең сәйәси зирәклеге, ҡара юморы, телгә ҡағылышлы күҙәтеүҙәре, шулай уҡ психология, дин темаларына фекерҙәре һәм күп кенә киҫкен темаларға монологтары менән танылыу яулай. Карлин һәм уның «Ете әшәке һүҙ» тип аталған комедия номеры АҠШ-тың Юғары Судында «Pacifica Foundation радиостанцияһына ҡаршы бәйләнеш буйынса Федераль Комиссия» («Федеральная Комиссия по связи против радиостанции Pacifica Foundation (инг.)баш.») исеме аҫтында алып барылған етди тикшеренеүҙәргә эләгә. 1978 йылда суд биш ыңғай тауыш менән хөкүмәттең уға ҡараған радиотулҡындарҙа әҙәпһеҙ һүҙҙәре булған материалдарҙы эфирға сығарыуҙы тыйыуға хоҡуғын раҫлай.
Биографияһы
үҙгәртергәДжордж Карлин Нью-Йорктың Манхэттен районында тыуа[7]. Әсәһе, Мэри Карлин (ҡыҙ фамилияһы Бэри), секретарка булып эшләй. Атаһы, Патрик Карлин, «Нью-Йорк Сан» гәзитендә реклама буйынса менеджер була. Джордж Карлиндың ата-олаталары — ирландтар, уны атаһы менән әсәһе традицион католик ғаиләһендә тәрбиәләнә. Ата-әсәһе араһындағы мөнәсәбәттәр ярайһы уҡ көсөргәнешле була. Джордж һүҙҙәренсә, атаһы алкоголизм проблемаларынан йонсой, шул сәбәпле Джорж ике айлыҡ сағында, ә ағаһы биш йәш булғанда әсәләре йортонан янғын өсөн баҫҡыс буйлап ҡасырға мәжбүр була[сығанаҡ күрһәтелмәгән].
Джордж Куба, Пуэрториканан килгән граждандар, афроамерикандар һәм ирландтар йәшәгән шау-шыулы Гарлемда булырға ярата.
Мәктәптә уҡыуын тамамлайынса ун ете йәшендә Хәрби Һауа Көстәренә хәрби хеҙмәткә алына, радар станцияһында механик була [сығанаҡ күрһәтелмәгән 627 көн]. Шул ваҡыт Джордж Карлин урындағы радиостанцияла диджей сифатында үҙен һынап ҡарай. 1960-сы йылдарҙа ул варьете программаларында сығыш яһай башлай, диджей булып эшләүен дә дауам итә һәм тиҙҙән телевиденияла популяр фигураға әйләнә. 1970-се йылдар башында Карлин хиппи хәрәкәтенә ҡушылып китә: ул һаҡал, сәс үҫтереп ала, хиппи кеүек кейенә, ҡолағына алҡа таға — шул сәбәпле бер нисә телепрограмма уның менән бәйләнеште өҙә. Әммә заман үҙгәрә, публиканың ихтыяжы ла башҡа төрлө йүнәлеш ала, һәм шоу-бизнес өсөн ҡайтанан Карлин кәрәк булып сыға.
Выступления Комедия стилендә сығыш яһаған әртисте йәштәр бик ярата, шуға ла ул мәҙәни «андерграундҡа» яҡынайыу мөмкинлегенә эйә була. Ул киң танылыу яулаған «Шәмбе кис тура эфирҙа» телевизион шоуында уңышлы сығыш яһай, үҫмерҙәр араһында киң популярлыҡ яулаған «Билл һәм Тэд» фильмы һәм сериалында Руфус ролен башҡарыуы арҡаһында үҫмерҙәр араһында хатта хөрмәтләнеүсе фигураға әйләнеп китә яҙа.
Уның комедия программаларының тәүгеһе 1977 йылда яҙыла. Карлиндың 1990—2000-се йылдарҙағы комик сығыштары, нигеҙҙә, хәҙерге заман Америкаһының етешһеҙлектәренә арнала. Ул йыш ҡына Ҡушма Штаттарҙың хәҙерге заман сәйәси проблемаларын асыҡтан-асыҡ яҡтырта һәм американ мәҙәниәте етешһеҙлектәренән әсе көлә. Уның һуңғы сығышы («Это плохо для тебя (инг.)баш.») вафатына тиклем 4 ай ҡалғас төшөрөлгән була.
Шәхси тормошо
үҙгәртергә1961 йылда бынан бер йыл элек танышҡан Бренде Хосбрукҡа (ингл. Brenda Hosbrook — 5 август, 1936 — 11 май, 1997) өйләнә. 1963 йылда ҡыҙҙары Келли тыуа. Бренда 1977 йылда, Джорджға 60 йәш тулыуға бер көн ҡалғас, бауыр рагынан вафат була.
1998 йылдың 24 июнендә Карлин Салли Вейдҡа (ингл. Sally Wade) өйләнә, был никах Карлиндың вафатына тиклем дауам итә (Джордж бергә йәшәүҙәренә 10 йыл тулыуға 2 көн ҡалғас вафат була).
2004 йылдың декабрендә Карлин алкоголгә һәм викодинға бәйлелектән арыныу өсөн реабилитация үтергә теләүе тураһында белдерә.
Вафаты
үҙгәртергә2008 йылдың 22 июнендә Карлин Санта-Моникалағы (Калифорния штаты) Изге Иоан Медицина үҙәгенә күкрәк ситлегендәге ауыртыуға зарланып килеп урынлаша. Шул уҡ көндө йөрәк хәлһеҙлегенән вафат була[8].
Ижады
үҙгәртергәКарлин үҙенең сығыштарында Америка йәмғиәтенең бик күп яҡтарын комик стилдә яҡтырта. Карлин бер ваҡытта ла һайлауҙарҙа тауыш биреүҙә ҡатнашмай һәм тауыш биреүҙе һайлау иллюзияһы тип атай[9].
Дингә ҡарата мөнәсәбәте
үҙгәртергәАта-әсәһе католик динен тотуҙарына ҡарамаҫтан, Карлин үҙен атеист булараҡ таный.
Танылыуы
үҙгәртергәТеатрҙы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн уға Голливудтағы Дан аллеяһында йондоҙ ҡуйыла.
2004 йылда Comedy Central каналы версияһы буйынса Карлин 100 иң бөйөк комиктар исемлегендә икенсе урынды ала[10].
2011 йылда комик Кевин Бартини тәҡдиме буйынса Нью-Йорктың 121-се Вест Стрит урамының Джордждың бала сағы үткән 500-сө кварталына Карлин исемен биреү тураһында петиция төҙөлә. Петицияға туғыҙ меңгә яҡын ҡултамға ҡуйыла, әммә урындағы католик сиркәүе быға ҡаршы төшә. Карлиндың исеме 400-сө кварталға бирелә.
Ижады
үҙгәртергәФильмографияһы
үҙгәртергәЙыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1966 | с | Эта девушка (серия «Ни пуха, ни пера») | That Girl (Break a Leg episode) | ингл. George Lester |
1968 | ф | Шестеро под одной крышей | With Six You Get Eggroll | ингл. Herbie Fleck |
1975—1979 | с | С возвращением, Коттер | Welcome Back, Kotter | |
1976 | ф | Автомойка | Car Wash | таксист |
1979 | ф | Америкафон | Americathon | Рассказчик |
1982 | ф | Carlin at Carnegie | ||
1986 | ф | George Carlin: Playin' with Your Head | ||
1987 | ф | Бешеные деньги | Outrageous Fortune | Фрэнк Мадрас / ингл. Frank Madras |
1988 | ф | Джастин Кейс | Justin Case | частный детектив Джастин Кейс |
1989 | ф | Невероятные приключения Билла и Теда | Bill & Ted's Excellent Adventure | Руфус / ингл. Rufus |
1990 | тф | Рабочая дрянь | Working Tra$h | Ральф / ингл. Ralph |
1991 | ф | Новые приключения Билла и Теда | Bill & Ted's Bogus Journey | Руфус / ингл. Rufus |
1991 | ф | Повелитель приливов | The Prince of Tides | Эдди Детревилль / ингл. Eddie Detreville |
1991—1995 | с | Томас и его друзья | Thomas the Tank Engine & Friends | рассказчик |
1994 | ф | Shining Time Station: One of the Family | ||
1995 | с | Улицы Ларедо | Streets of Laredo | Билли Уильямс |
1999 | ф | Догма | Dogma | кардинал Игнатиус Глик / ингл. Cardinal Ignatius Glick |
2001 | ф | Джей и Молчаливый Боб наносят ответный удар | Jay and Silent Bob Strike Back | автостопщик |
2003 | ф | Очень страшное кино 3 | Scary Movie 3 | Архитектор / ингл. Architect |
2004 | ф | Девушка из Джерси | Jersey Girl | Барт Тринки / ингл. Bart Trinke |
2005 | ф | Аристократы | The Aristocrats | камео |
2005 | ф | Джордж Карлин: Жизнь стоит того, чтобы её потерять | George Carlin: Life Is Worth Losing | сценарист, рассказчик |
2008 | ф | Джордж Карлин: Это плохо для тебя! | George Carlin... It's Bad for Ya! | сценарист, рассказчик |
Библиографияһы
үҙгәртергә- George Carlin. Sometimes a Little Brain Damage Can Help. — Philadelphia: Running Press Book Publishers, 1984. — ISBN 0-89471-271-3.
- George Carlin. Brain Droppings. — New York: Hyperion, 1998. — ISBN 0-7868-8321-9.
- George Carlin. Napalm & Silly Putty. — New York: Hyperion, 2001. — ISBN 0-7868-8758-3.
- George Carlin. When Will Jesus Bring the Pork Chops?. — New York: Hyperion. — ISBN 1-4013-0134-7.
- George Carlin. Three Times Carlin. — New York: Hyperion, 2006. — ISBN 978-1-4013-0243-6.
- George Carlin. Watch My Language. — New York: Hyperion, 2009. — ISBN 0-7868-8838-5.
- George Carlin. Last Words. — New York: Free Press, 2009. — ISBN 1-4391-7295-1.
- Джордж Карлин. Будущее уже не то, что прежде = When Will Jesus Bring the Pork Chops / Перевод Николая Мезина. — Альпина нон-фикшн, 2011. — 312 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-91671-122-6.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #142097233 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ George Carlin // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ George Carlin // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ http://www.latimes.com/news/obituaries/la-me-carlin23-2008jun23,0,491039.story
- ↑ (unspecified title) (ингл.) — 2008.
- ↑ Carlin, George. The Old Man and the Sunbeam // Last Words. — New York: Free Press, 2009. — С. 6. — ISBN 1439172951.
- ↑ Mel Watkins, Bruce Weber. George Carlin, Comic Who Chafed at Society and Its Constraints, Dies at 71 - Obituary (ингл.). The New York Times (24 июнь 2008). Архивировано 29 май 2013 года.
- ↑ YouTube сайтында Джордж Карлин - Кто владеет страной
- ↑ Comedy Central 100 Greatest Standups of all Time . Llistology (19 май 2005). Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 25 ноябрь 2010 года. 2010 йыл 25 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәКарлин Джордж Викиөҙөмтәлә | |
Карлин Джордж Викимилектә |