Каргинская — Ростов өлкәһе Боков районындағы станица

Станица
Ҡарғын
Ҡарғын станицаһы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Муниципаль район

Боковский

Ауыл биләмәһе

Каргинское

Координаталар

49°21′09″ с. ш. 41°38′25″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Денисова Т. С.

Халҡы

1543[1] кеше (2010)

Телефон коды

+7 86382

Почта индексы

346240

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

61, 161

ОКАТО коды

60 207 844 001

ОКТМО коды

60 607 444 101

Рәсми сайт

stkarginskaya.narod.ru

Ҡарғын (Рәсәй)
Ҡарғын
Ҡарғын
Ҡарғын (Ростов өлкәһе)
Ҡарғын

Ҡарғын ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Станицала генерал-майор Василий Стороженко тыуған.

Ҡарғын утары тарихҡа ун һигеҙенсе быуат башында Дон йылғаһының һул ярынан уңдырышлы ерле уң яҡ ярына казактарҙың күпләп күсеүе арҡаһында инә. Яңы ерҙәрҙе үҙләштергән саҡта яңы утарҙар барлыҡҡа килә. Ғәҙәттә иң уңдырышлы ҡара тупраҡлы ерҙәр йылға ярҙарында барлыҡҡа килгән. Шулай итеп Чир йылғаһы буйында, Дондың иң матур юғары өлөшөндә, данлыҡлы тарихлы Ҡарғын утарының тарихы башланып китә.

1791 һәм 1796 йылдарҙа полк йөҙ башы (сотник) Федор Каргин һәм уның бер туған ағай-энеләре Иван һәм Дементий Дон ғәскәре идараһына был ерҙә утар булдырыу тураһында таныҡлыҡ грамотаһы һорап мөрәжәғәт итәләр. 1797 йылда улар таныҡлыҡ ала Утарҙағы бөтә хәкимлыҡ дөйөм халыҡ йыйынында өс йылға һайланып ҡуйған атаман ҡулында була.

Утар бик тиҙ арала ҙурайып китә. Вешенская һәм Ҡазан станицаларынан ҡала Ҡарғын халыҡ һаны буйынса өсөнсө урынды биләй. 1836 йылда Ҡарғында барлығы 25 йорт булһа, 1873 йылда −110 йорт, 1897 йылда −235, 1912 йылда — 260 йорт иҫәпләнәнә. Ауылда 1707 кеше йәшәй: шуларҙың 926 -һы — ирҙәр, 781-е — ҡатын-ҡыҙҙар булған. Уҡый-яҙа белгән кешеләр-403, белмәгәндәр-834 кеше тәшкил иткән. Ҡарғын ауылының яртынан аҙыраҡ өлөшөн ситтән килгән кешеләр тәшкил итә.

Танылған кешеләре

үҙгәртергә
  • Михаил Александрович Шолохов-Ҡарғын станицаһында йәшәгән(19101921)

География

үҙгәртергә

Ҡарғын станицаһы Ростов өлкәһенең төньяғында, Боков станицаһынан 20 км һәм Вешенская станицаһынан 40 км алыҫлыҡта Чир йылғаһы янында урынлашҡан.

  • ул. Архиповская,
  • ул. Гвардейской дивизии,
  • ул. Комсомольская,
  • ул. Кривошлыкова,
  • ул. Ленина,
  • ул. Набережная,
  • ул. Подтелкова,
  • ул. Слободская,
  • ул. Советская,
  • ул. Совхозная,
  • ул. Соловьева,
  • ул. Трудовых Резервов,
  • ул. Чирская.

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Песчаный ҡурғаны.
  • «Тымыҡ Дон» романында иҫкә алынған тарихи ваҡиғалар үткән алпауыт тирмәне.

Ҡарғын станицаһында Федераль әһәмиәттәге мәҙәни объекттар ҡомартҡылары бар. Уларға түбәндәгеләр инә:

  • 19191926 йылдарҙа яҙыусы Михаил Шолохов йәшәгән утар. Уның составына һаҡланып ҡалған торлаҡ йорт (ХХ быуат), хужалыҡ, мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт һарайы (ХХ быуат), поветка (ХХ быуат), мөгәрәп (ХХ быуат), йәйге мейес (ХХ быуат), торналар (ХХ быуат), ҡойма (XX быуат башы) инә[2]. Был утарҙа ата-әсәһе менән Михаил Шолохов йәшәгән, шунда уҡ ликбез мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән, унан һуң — станица ревкомында хеҙмәткәр, ауыл статистиғы булып хеҙмәт итә. 1922 йылдан алып Шолохов Ростов ҡалаһында Донпродком курстарында уҡый, һуңынан Буканов станицаһында аҙыҡ әҙерләү инспекторы булып эшләй.

Был йортта Михаил Шолохов үҙенең "Донские рассказы " һәм «Зәңгәр дала» йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәрен яҙған(1926). Шунда уҡ уның «Тымыҡ Дон» романының буласаҡ сюжеты тыуған.

Шолоховтар 1926 йылда утарҙан күсеп киткәс, йортто урындағы крәҫтиән М. Чукаринға һаталар. 1945 йылдан бирле йорттоң хужаһы А. Косых булған. 1972 йылда утар йортон Боков район башҡарма комитеты һатып ала. Шунда музей асылған. 1978 йылға тиклем йорттоң бер өлөшө А. Косых ҡарамағында булған.

РСФСР Министрҙар Советының «Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре М. А. Шолоховтың иҫтәлеген мәңгеләштереү» тураһындағы 306-сы ҡарарын тормошҡа ашырыу өсөн 1984 йылдың 11 июлендә утарҙы М. А. Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығына әйләндергәндәр.

Мәҙәни мираҫ утар йортоноң архитектураһы ХХ быуатта Юғары Дон ауыл йорттары архитектураһы стилендә төҙөлгән. Өй эсе аш бүлмәһе, йоҡо һәм ҡунаҡ бүлмәләренә бүленгән, уның соланы булған. 19241926 йылдарҙа Михаил Шолохов ҡатыны һәм ҡыҙҙары Светлана меән бында йәшәй. Хәҙерге ваҡытта йортта яҙыусының егерменсе йылдар урталарындағы тормошон һүрәтләүсе йыһаздар тергеҙелгән[3].

  • Мәхәллә училищеһы . Бында 19121914 йылдарҙа Михаил Шолохов уҡыған[4]. Училище йорто 1880 — 1890-сы йылдарҙа төҙөлгән. 1920-се йылдарҙа йортта мәғариф бүлеге урынлашҡан. 1923 йылдан алып мәктәпте ете йыллыҡҡа әйләндергәндәр.

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында мәктәп йортонда госпиталь тора, унан һуң тағы ла мәктәп урынлаша. 1960 йылдарҙа бинала уҡыусылар өсөн интернат булған. 1988 йылда мәктәп М. А. Шолохов Дәүләт музей-ҡурсаулығы балансына тапшырыла. Хәҙер бында яҙыусының уҡыған йылдары тураһындағы материалдар, үҙ ваҡытында яҙыусы ултырып уҡыған өс урынлы мемориаль парта бар.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә