Канторович Леонид Витальевич

Леонид Витальевич Канторович (6 (19) ғинуар 1912 йыл — 7 апрель, 1986 йыл, Мәскәү) — совет математигы һәм иҡтисадсыһы, Һыҙыҡлы программалауға нигеҙ һалыусыларҙың береһе[18]. 1975 йылда «ресурстарҙы оптималь бүлеү теорияһына индергән өлөшө өсөн» иҡтисад буйынса Нобель премияһы лауреаты була. Физика-математика фәндәре докторы (1935), СССР Фәндәр академияһы академигы (1964), профессор.Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса эзотерик мальцевизмға йәшерен нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора.

Канторович Леонид Витальевич
рус. Леонид Витальевич Канторович
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй империяһы
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Леонид Витальевич Канторович
Тыуған көнө 19 ғинуар 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[3][4][5]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[2][6][7][…]
Вафат булған көнө 7 апрель 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2][1][8][…] (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[9][10][11]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d][12]
Хәләл ефете билдәһеҙ[5]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө математик, иҡтисадсы, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө функциональ анализ, линейное программирование[d], күмәклектәр теорияһы, математика[13] һәм иҡтисад[13]
Эш урыны Петербургский государственный университет путей сообщения[d]
Военный инженерно-технический университет[d][5]
Государственный комитет Совета Министров СССР по науке и технике[d][5][14]
ИСА РАН[d][14]
Новосибирск дәүләт университеты[5]
Санкт-Петербург дәүләт университеты[5]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты[5]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d][5] (1935) һәм профессор[d] (1934)
Ғилми етәксе Григорий Михайлович Фихтенгольц[d][15] һәм Владимир Иванович Смирнов[d][15]
Аспиранттар Светлозар Рачев[d][15], László Czách[d][15], Михаил Захарович Соломяк[d][15], Геннадий Рубинштейн[d][15], Владимир Александрович Булавский[d][15], Тамара Никифоровна Смирнова[d][15], Людмила Трофимовна Петрова[d][15], Иосиф Владимирович Романовский[d][15], Игорь Карлович Даугавет[d][15], Валентин Петрович Ильин[d][15], Изабелла Юрьевна Харрик[d][15], Виктор Петрович Хавин[d][15], Макаров Валерий Леонидович[15] һәм Акилов, Глеб Павлович[d][15]
Уҡыусылар Кублановская, Вера Николаевна[d][5] һәм Хоанг Туй[d][16]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы[5]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Фәндәр академияһы, СССР Фәндәр академияһы[d], Эконометрическое общество[d][17], Венгрия фәндәр академияһы[d] һәм Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре mi.ras.ru/index.php?c=in…
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Канторович Леонид Витальевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
Файл:Kantorovich plaque.jpg
М новосибирскиҙа мемориаль таҡтаташ

Леонид Канторович 1912 йылда Петербургта табип-венеролог Хаим (Виталий) МоисеевичКанторович (1855—1922) һәм теш табибы Песя Гиршевна (Паулина Григорьевна) Закс (1874—1942) ғаиләһендә кинйә бала булып тыуа. Ғаилә Петербургҡа Вильнонан[19][20][21] күскән була. Уның табип-психиатр, медицина фәндәре докторы Николайағаһы (1901-1969) һәм шәфҡәт туташы, һуңынан билдәле инженер-төҙөүсе Лидия апаһы була[22].

Ғаилә 1913 йылда архитектор Я. З. Блувштейн (1878—1935) докторы Х. М. Канторович өсөн Барокко урамында төҙөгән 6-сы йортта йәшәй[23][24][25][26]. Граждандар һуғышы осоронда бер йылды Белоруссияла үткәрәләр. 1922 йылда Хаим Моисеевич вафат була, Леонид әсәһе ҡарамағында ҡала.

1926 йылда ун дүрт йәшендә Ленинград университетына уҡырға инә[27].

Математика факультетын тамамлай (1930)[28], аспирантурала уҡый. 1930—1939 йылдарҙа — уҡытыусы, һуңынан Ленинград сәнәғәт төҙөлөшө инженерҙары институты профессоры була.

1934 йылда Ленинград дәүләт университеты профессоры була (22 йәшендә)[28], 1935 йылда, академик дәрәжәләр системаһы тергеҙелгәс, уға диссертация яҡламаһа ла физика-математика фәндәре докторы дәрәжәһе бирелә[28].

1938 йылда Канторович табип Наталья Ильинаға, өйләнә (уларҙың өс балаһы тыуа — ҡыҙҙары Ирина, улдары Виталий менән Всеволод. 9 айлыҡ Виталий 1942 йылда Ленинградтан эвакуацияланған ваҡытта һәләк була).

30-сы йылдарҙа, СССР-ҙың интенсив иҡтисади һәм индустриаль үҫеше осоронда Канторович математик тикшеренеүҙәр авангардында була һәм үҙенең теоретик эшләнмәләрен үҫеешә барған совет иҡтисадында ҡулланырға тырыша. 1938 йылда фанера тресына консультациялар биргән ваҡытта, Канторович бик күп үҙгәреүсәндәрҙең һыҙыҡлы тигеҙлектәр һәм тигеҙһеҙлектәр формаһында сикләүҙәр һаны ҙур булғанда һыҙыҡлы формаларын максималләштереү кәрәклеген аңлай. Ул уны хәл итеү өсөн Лагранж ҡабатлаусыларына рөхсәт биргән ысулды модификациялай һәм иҡтисадтың күп проблемалары шундай мәсьәләгә бәйле икәнен асыҡлай. 1939 йылда «Производствоны ойоштороу һәм планлаштырыуҙың математик ысулдары» хеҙмәтен баҫтыра[28], унда иҡтисадтың үҙе асҡан математик ысулға буйһоноуын һүрәтләй һәм һыҙыҡлы программалауға нигеҙ һала.

1939 йылда Канторович Хәрби инженер-техник университетының математика кафедраһы мөдире урынына саҡырыуын ҡабул итә[28]. Канторович — Ленинградты обороналауҙа ҡатнаша. Һуғыш йылдарында Ленинградтан Ярославлгә эвакуацияланған Хәрби-Диңгеҙ флотының Хәрби инженер-техник университетында уҡыта, ғаиләһе лә эргәһендә була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118981870 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Leonid Vitaliyevich Kantorovich Facts (ингл.)Nobel Foundation.
  4. http://www.mi.ras.ru/index.php?c=inmemoriapage&id=21951&l=1
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
  6. Канторович Леонид Витальевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  7. http://www-history.mcs.st-and.ac.uk/BirthplaceMaps/St_Petersburg.html
  8. http://www.britannica.com/EBchecked/topic/311550/Leonid-Vitalyevich-Kantorovich
  9. Pereverzev S. V., Askarov M. On the rate of convergence of projection-iterative methods for classes of weakly singular integral equations (ингл.) // Ukrainian Mathematical JournalSpringer Science+Business Media, 1995. — Vol. 47, Iss. 4. — P. 578—587. — ISSN 0041-5995; 1573-9376doi:10.1007/BF01056043
  10. https://link.springer.com/chapter/10.1007%2F978-3-0348-8789-2_12
  11. Gorbis A., Tempelman A. Averaging almost-periodic functions and finite-dimensional unitary representations on free groups (ингл.) // Lithuanian Mathematical JournalSpringer Science+Business Media, 1989. — Vol. 28, Iss. 4. — P. 332—335. — ISSN 0363-1672; 1573-8825doi:10.1007/BF00972215
  12. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  13. 13,0 13,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  14. 14,0 14,1 http://mi.mathnet.ru/smj1283 — Б. 7.
  15. 15,00 15,01 15,02 15,03 15,04 15,05 15,06 15,07 15,08 15,09 15,10 15,11 15,12 15,13 15,14 15,15 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  16. https://link.springer.com/article/10.1007/s43069-020-0007-8
  17. https://www.econometricsociety.org/society/organization-and-governance/fellows/memoriam
  18. Вечканов Г. С. Экономическая теория: Учебник для вузов. — 3-е изд.. — СПб.: Питер, 2011. — 512 с. — (Учебник для вузов). — ISBN 9785459003024.
  19. Паулина Григорьевна Закс 2021 йыл 25 ғинуар архивланған.
  20. jewishgen.org: На сайте еврейской генеалогии (база данных по Литве, требуется бесплатная регистрация) приводится свидетельство о браке Хаима Мовшевича Канторовича, уроженца города Узда, и Песи (Паулины) Гиршевны Закс, уроженки Вильны; выдано канцелярией виленского городского раввина 20 июля 1899 года. В записях о рождении матери, её братьев и сестёр, указывается, что её отец — Гирш-Хаим Нотелевич Закс — был купеческим сыном из Россиен; мать — Ривка Янкелевна Закс.
  21. Леонид Витальевич Канторович 2013 йыл 14 май архивланған.
  22. Николай Витальевич Канторович 2013 йыл 2 декабрь архивланған. родился ещё в Вильне.
  23. Мир Петербурга 2016 йыл 13 март архивланған.: Дом № 6 принадлежал доктору Хаиму Моисеевичу Канторовичу.
  24. Весь Петроград на 1917 году: В 1917 году дом № 6 принадлежал Хаиму Моисеевичу Канторовичу. Хаим Моисеевич Канторович вёл приём больных на Большом проспекте, дом № 31.
  25. Валентин Привалов «Улицы Петроградской стороны». Дата обращения: 1 октябрь 2018. Архивировано 16 февраль 2018 года. 2018 йыл 16 февраль архивланған.
  26. Дом врача Х. М. Канторовича (архитектор Я. З. Блувштейн, 1913)
  27. Биобиблиографический указатель, 2012
  28. 28,0 28,1 28,2 28,3 28,4 Биобиблиографический указатель, 2012, с. 3

Һылтанмалар

үҙгәртергә