Каминская-Дульская Елизавета Ивановна

Каминская-Дульская Елизавета Ивановна (29 апрель 1899 йыл28 февраль 1995 йыл) — СССР ғалимы, геология-минералогия фәндәре кандидаты, профессор.

Каминская-Дульская Елизавета Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 29 апрель 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Томск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 28 февраль 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Рига, Латвия
Һөнәр төрө геолог
Эш урыны Магнитогорск дәүләт техник университеты
Уҡыу йорто Томск политехник университеты
Ғилми дәрәжә геология-минералогия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Урал тимер мәғдән ятҡылыҡтары геологияһы өлкәһендә ҙур белгес була. Магнитогорск металлургия комбинаты (ММК) тимер мәғдәне базаһының геологик өйрәнелеүенә ҙур өлөш индерә.

Биографияһы үҙгәртергә

Елизавета Ивановна Каминская-Дульская 1899 йылдың 16 апрелендә (яңы стиль буйынса 29 апрель) Томск ҡалаһында тыуа.

1927 йылда Себер технология институтының тау технология факультетын (хәҙерге Томск политехник университеты) геология, геохимияһы һәм кристалл химияһы һөнәре буйынса тамамлай. 1947 йылда Мәскәү дәүләт университетында «Процессы минералообразования в контактово-метаморфизованной зоне горы Магнитной» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Минералогия һәм геология кафедраһы буйынса 1963 йылда профессор-ғалим исемен раҫлай. Ғалим булараҡ формалашыуына А. Н. Заварицкий, Д. С. Коржинскийҙар ҙур йоғонто яһай.

Е. И. Каминская-Дульская Магнитогорск ҡатын-ҡыҙҙары араһында иң беренсе булып кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай; шулай уҡ профессор дәрәжәһен алған беренсе ҡатын-ҡыҙ була[1].

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Юғары уҡыу йортон тамамлап, Себерҙә һәм Уралда тимер мәғдәнен разведкалау менән шөғөлләнә. 1934 йылда Магнитогорск металлургия комбинатының тау идаралғы саҡырыуы буйынса геолог ире Фаддем Фаддеевич Дульский (1900—1965) менән Магнитогорск ҡалаһына килә, бында петрограф өлкән геолог, деталле разведкалау цехының төп геологы булып эшләй. 1937 йылда Мәскәүҙә XVII халыҡ-ара геологик конгреста ҡатнаша[2].

1938 йылда Каминская ММК-ның геология идаралығындағы геология музейын ойоштороуҙа ҡатнаша. Был музейҙа Магнит тауының барлыҡ мәғдән төрҙәре һәм минералдары тәҡдим ителә. Бөйөк ватан һуғышы ваҡытында, 1942 йылда, ул цехтың техник етәксеһе, артабан өлкән һәм баш геологы булып тәғәйенләнә. Елизавета Ивановна Магнит тауы һәм Кесе Куйбас тауҙары ятҡылыҡтарын разведкалау менән етәкселек итә. Тикшеренеү эштәре һөҙөмтәһе нигеҙендә диссертацияһын яҙа[2].

Елизавета Ивановна Каминская-Дульская ире менән бергә Магнитогорск тау-металлургия институтына (МГМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) геология һәм минералогия фәндәрен уҡытырға саҡырыла. Ул 1954 йылдан 1970 йылға тиклем доцент булып эшләй, һуңынан геология кафедраһы профессоры. Уның ҡатнашлығында институтта петрография һәм минералогия лабораторияһы һәм файҙалы ҡаҙылмаларҙың минералогия һәм геология кабинеты булдырыла. Уның уҡыусылары араһында техник фәндәр докторы, профессор Г. Б Ферштатер һәм бер нисә техник фәндәр кандидаты бар. Бер нисә ғилми хеҙмәт авторы була, шул иҫәптән ике монография: «Генетическая связь руд с магматическими и метаморфическими породами на железорудном месторождении горы Малый Куйбас» һәм «Железорудные месторождения Магнитогорского района» авторы.

Елизавета Ивановна 1970 йылда пенсияға сыға. 1995 йылдың 28 февралендә Ригала вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Почет Билдәһе» ордены
  • миҙалдар

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә