Кальмар унияһы
Ка́льмар унияһы (дат., норв., швед. Kalmarunionen) — дан королдәренең юғары власы аҫтында Дания, Норвегия һәм Швеция короллектәренең шәхси унияһы (1397—1523). Илдәр үҙҙәренең суверенитетын юғалтҡан, әммә киң автономияны һаҡлаған. Мәнфәғәттәрҙең айырымланыуы (Дания өҫтөнлөк итеүе бигерәктә Швецияның ризаһыҙлығын тыуҙырған) низағҡа килтергән һәм 1523 йылда берлектең тарҡалыуына килтерә.
Кальмар унияһы | |||||
Kalmarunionen | |||||
| |||||
1397 — 1523
| |||||
---|---|---|---|---|---|
Баш ҡала | |||||
Дин | |||||
Халҡы |
4 000 000 (1500) | ||||
Идара итеү формаһы |
ҡатлам-вәкиллекле монархия | ||||
Кальмар унияһы Викимилектә | |||||
Берлектең инештәре
үҙгәртергәXIV быуатта Скандинавияла немец иҡтисади һәм сәйәси экспанцияһына ҡаршы тороу өсөн уния (берләщмә) барлыҡҡа килә. Был осорҙа ирекле ҡалалар һәм Ганза тора-бара Скандинавияла бөтә сауҙаны үҙ ҡулына алған. Немецтарҙың үтеп инеүе скандинав интеграцияһына көсәйткән. Климаттың насар яҡҡа үҙгәреүе XIII—XIV быуаттарҙа иҡтисади көрсөк тыуҙырған, был Кальмар унияһын ойоштороуға икенсе фактор булған. Күп кенә аҡһөйәк скандинав ғаиләләре барлыҡ Төньяҡ Европа буйлап биләмәләргә эйә булған, уларға берҙәм королдең булыуы үҙ ерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн гарантия биргән, сепаратизмдан ҡурсалаған. Дания үҙе генә сәйәси амбицияларын тормошҡа ашыра алмаған: ул Шлезвигтан һәм Балтик буйынан китергә мәжбүр булған. Норвегия королдәренә әүҙем сәйәсәт алып барыу өсөн үҙ ресурстары етмәгән. Былар барыһы ла унияның барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән. Швеция-Норвегия унияһы Кальмар унияһы төҙөлөүенең бер этабы булған.
Берлекте ойоштороу
үҙгәртергә1364 йылда Фолькунгтар династияһының һуңғы Швеция короле (бер үк ваҡытта 1319—1355 йылдарҙа Норвегия короле) Магнус Эрикссон тәхеттән ҡолатыла, ә Швеция короле итеп немец герцогы Альбрехт Мекленбургский һайлана. Унан алдараҡ Магнус Эрикссон Норвегиянан ҡыуылған, бында уның улы Хакон Магнуссон тәхеткә ултырған. Альбрехт Мекленбургскийҙың сәйәсәте менән риза булмаған дворяндарҙың бер өлөшө король Вальдемар IV Аттердагтың ҡыҙы һәм вариҫы, Норвегия короле Хакон Магнуссондың вафат булған улының тол ҡатыны, Дания королеваһы Маргаританы улы Олаф менән бергә тәхеткә ултырырға саҡырған.
1380 йылда Дания һәм унан иҡтисади бойондороҡло булған Норвегия королева Маргарита Датская власы аҫтында шәхси унияға берләшкән. 1387 йылда Маргаританың улы Олаф үлгән һәм Маргарита Швецияның тулы хоҡуҡлы хужаһы һәм законлы хакимәһе тип иғлан ителгән. 1389 йылда Швеция короле Альбрехт Мекленбургский берләшкән Дания-Швеция ғәскәрҙәре тарафынан тар-мар ителгән. 1397 йылда Кальмар замогында уния төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған. Дания, Швеция һәм Норвегияның короле итеп королева Маргаританың туғаны Эрик Померанский ҡуйылған. Килешеүгә ярашлы өс илдең берҙәм монархы һәм власть тура ирҙәр линияһы буйынса күсергә тейеш булған. Әгәр королдең балалары булмаһа, бөтә өс илдең вәкилдәре яңы монархы итеп һайлана. Һуғыштар йәки ихтилалдар барлыҡҡа килгән осраҡта илдәр бер-береһенә ярҙам итергә тейеш була. Сиркәүҙең привилегиялары билдәләнә. Короллектең эске үҙаллылығы һәм эске закондарҙы хөрмәт итеү һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Низағ
үҙгәртергәМаргарита хакимлыҡ итеүе осоронда король власы нығына барған, был монарх һәм аристократия араһында ҡаршылыҡтар тыуҙырған, әммә король Эрик хакимлыҡ итеүе осоронда (1412—1439 йылдар) был асыҡ ихтилалға килтергән. Маргарита һәм Альбрехт араһында низағ королеваны Ганза берлеге менән килешеү төҙөргә мәжбүр иткән, шуның менән Ганзаның Скандинавияла иҡтисади өҫтөнлөгөн раҫлаған. Король Эрик киреһенсә Любектан һәм Ганзанан бойондороҡлоҡто бөтөрөргә тырышҡан был һуғыштың башланыуына килтергән. Шлезвиг-Гольштейн, Мекленбург һәм Померанияла һуғыштар халыҡҡа һалымдарҙың артыуына килтергән һәм Швеция өсөн мөһим булған тимер экспортын туҡтатҡан, һөҙөмтәлә Даларне провинцияһында Энгельбрект Энгельбректсон етәкселегендә ихтилал тоҡанған. 1435 йылда Энгельбрект Энгельбректсон хаким тип һайланған, әммә тиҙҙән үлтерелгән. Көрәште швед дворянлығы лидеры Карл Кнутссон Бунде етәкләгән, ул 1438 йылда риксрод тарафынан Швеция короле Карл VIII итеп һайланған. Эрик уния короле тәхетенән алып ташлана (1438—1439), уның урынына туғаны Кристофер III Баварский ултыра. Кристоферҙың балалары булмай һәм ул 1448 йылда вафат булғандан һуң власть вакуумы барлыҡҡа килгән. Швеция яңы король итеп Карл Кнутссонды һайлай һәм шулай итеп швед тажы аҫтында унияны тергеҙергә теләй. 1449 йылда Карл VIII шулай уҡ Норвегия короле итеп һайлана, әммә Дания короле итеп Кристиан I Ольденбургский ҡуйыла. Артабанғы 70 йыл дауамында Дания һәм Швеция араһында бер туҡтауһыҙ унияла өҫтөнлөк итеү өсөн көрәштә үтә.
Швеция регенты Стен Стуре өлкән 1503 йылда вафат булғас, үҙ-ара низағтарға Дания короле Кристиан II ҡыҫыла. 1517 йылда швед яҡлыларына таянып унияны көс ҡулланып тергеҙергә маташҡан. 1517 һәм 1518 йылдарҙағы ике уңышһыҙ ынтылыштарынан һуң Кристиан II Датский 1520 йылда Осунден күле боҙондағы алышта еңә, был алышта көнәркәше Стен Стуре өлкән һәләк була һәм Стокгольмды биләй. 1520 йылғы Стокгольм ҡанлы мунсаһынан ҡасып ҡотолған Густав Эрикссон Васа тиҙҙән Смоланд урмандарында яңы ихтилал күтәргән, һөҙөмтәлә 1521 йылда шведтар йәнә датчандарҙы ҡыуғандар. 1523 йылдың 6 июнендә Стренгнестә Густав Эрикссон Швеция короле итеп һайлана, был фактик рәүештә унияны боҙған. Тулыһынса Дания-Швеция унияһы 1570 йылғы Штеттин солохо менән бөтөрөлгән, уның шарттары буйынса Дания короле Швеция тәхетенә дәғүәләренән баш тартҡан, ә швед короле датчандар ҡулында ҡалған Норвегияга дәғүәләр белдермеҫкә тейеш булған.
Тулыһынса тарҡалыу
үҙгәртергәКальмар унияһының ҡалдыҡтары 1536 йылға тиклем йәшәгән, ошо йылда Дания Норвегияны үҙенең провинцияһы тип иғлан иткән һәм шулай итеп Дания өҫтөнлөк иткән Дания-Норвегия унияһы барлыҡҡа килгән. Норвегия үҙ закондарын һәм ҡайһы бер дәүләт институттары һаҡлап ҡалған, әммә элекке Норвегия территориялары — Исландия, Гренландия, Фарер утрауҙары — Дания идаралығына күсә. 1814 йылда Дания Норвегияны Швеция кооленә тапшырырға мәжбүр була. Был ваҡиғалар XIX быуат уртаһында элекке Кальмар унияһы илдәрен (Финляндиянан тыш) берҙәм монархияға берләштереү өсөн хәрәкәттең барлыҡҡа килеүенә килтерә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Форстен Г. В. Кальмарская уния // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергәКальмар унияһы Викимилектә |
- Европа в период развитого феодализма. Глава 7. Северная Европа В XII-XV вв . Архивировано 20 май 2003 года. 2003 йыл 20 май архивланған.