Калинич Николай Денисович

Николай Денисович Калинич (25 август 1909 йыл10 июль 1996 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкы взводы командиры ярҙамсыһы. Гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Калинич Николай Денисович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Патронимы йәки матронимы Q124811735?
Тыуған көнө 25 август 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Сахновщинск районы[d], Украина
Вафат булған көнө 10 июль 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Дондағы-Ростов, Рәсәй
Ерләнгән урыны Төньяҡ зыярат (Дондағы Ростов)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Николай Калинич 1909 йылдың 25 авгусында Украиналағы Харьков өлкәһе Сахновщинск районы Новобогдановка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ.

Дондағы-Ростовта йәшәй, столяр булып эшләй. Тулы булмаған урта белемле.

Ҡыҙыл Армия сафтарында — 1941 йылдан. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында −1941 йылдың авгусынан. Взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты Николай Калинич 1943 йылдың 18 сентябренән Березна һәм Бегач ауылдарына (Украина, Чернигов өлкәһе) һөжүм иткән саҡта көслө дошман уты аҫтында үҙенең взводы менән беренсе булып ауылға бәреп инә һәм башҡа подразделениеларға ошо ике ауылы биләп алыуға булышлыҡ итә. 27 сентябрҙә Калинич Н. Д. взводтың икенсе отделениеһы менән тәүгеләрҙән булып Днепрҙың уңы ярына сыға (Белоруссия, Гомель өлкәһе, Брагин районы, Нивки ауылы тирәһендә). Яуланған рубежда нығынып, һалдаттары менән бергә 60-сы кавалерия полкы подразделениеларына йылға аша сығыуҙы тәьмин итә.

Һуғыштан һуң Н. Д. Калинич демобилизациялана. 1945 йылдан — ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәй. Пенсияға тиклем электр-техник техникумында завхоз булып эшләй.

1996 йылдың 10 июлендә вафат була, Дондағы Ростовта ерләнә.

Наградалары

үҙгәртергә
  • Н. Д. Калиничтың исеме алтын хәрефтәр менән 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) уйылып яҙылған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Герои Советского Союза Ростовской области.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Калинич Николай Денисович. «Герои страны» сайты.

  1. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.