Гупта империяһы

IV—VI быуаттарҙа Һиндостанда Гупта династияһы башлығындағы дәүләт

Гупта империяһы (санскр. गुप्त, gupta, һинд गुप्त राजवंश) — IV—VI быуаттарҙа Һиндостанда Гупта династияһы башлығындағы дәүләт. Гупта династияһы идаралығы осоро Һиндостан тарихына алтын быуат булараҡ керә[1], был ваҡытта милли әҙәбиәттең, һынлы сәнғәттең, архитектураның һәм философияның төп ҡанундары эшләнә.

Гупта империяһы
санскр. गुप्त
gupta
һинд गुप्त राजवंश

V быуат аҙағына ҡарата Гупта империяһы
V быуат аҙағына ҡарата Гупта империяһы

 
 
 
 
 
 
320 йыл — 600 йыл
Баш ҡала

Паталипутра

Телдәр

санскрит

Дин

индуизм, буддизм

Идара итеү формаһы

монархия

махараджа
 • 240—280 йылдар

Шри-Гупта

 • 319—335 йылдар

Чандрагупта I

 • 540—550 йылдар

Вишну Гупта

 Гупта империяһы Викимилектә

Гупта династияһының сығышы бәхәстәр тыуҙыра, уларҙың тыуған ере Уттар-Прадештың көнсығышы йәки Магадха өлкәһе булыуы мөмкин. Династияның өсөнсө вәкиле Чандрагупта I «батшаларҙың батшаһы» титулын Личчхави кланы ҡыҙы һәм шул уҡ ваҡытта вариҫы менән никахлаша. Чандрагупта I биләмәләренең үҙәге булып, күрәһең, Праяга (хәҙерге Аллаһабад) булған.

 
Гупта дәүере мәғариф үҙәгенең — Наланданың емереклектәре

Аллаһабад ҡалаһындағы Ашока колоннаһы яҙмаһы буйынса, Гупта империяһының төп яулап алыуҙары Чандрагуптаның улы һәм вариҫы — Самудрагупта идаралығы осоронда була. Самудрагупта илдең башҡалаһын баҫып алынған Паталипутраға (Патнаға) күсерә, һәм ул яулап алған территорияларын барыһын да ҡушмай, күпселек осраҡтарҙа, бигерәктә көньяҡта, еңелгән хакимдарҙың номиналь идаралығын һаҡларға тырышҡан. Колонналағы яҙманың хәбәр итеүенсә, Самудрагуптаның хакимлығын Непалдан алып Шри-Ланкаға тиклем бөтөн ерҙәлә танығандар.

Самудрагуптаның вариҫы — Чандрагупта II — бигерәктә мәҙәниәт эштәрендә данға ҡаҙана. Уджайндағы Көнбайыш Кшатраптарҙы хәл иткес һуғышта еңә. Чандрагупта II биләмәләре хаҡында Ҡытай сәйәхәтсеһе Фасянь тауисирлама яҙып ҡалдыра.

Гупта империяһы менән идаралыҡ итеү насар үҙәкләштерелгән булған. Императорҙарҙың туғандары йәки уға яҡын булған ғәскәр башлыҡтары (кумараматьяс) провинциялар (деша, бхукти) менән етәкселек иткәндәр. Провинциялар округтарға (прадеша, висайя) бүленгәндәр, улар менән сауҙәгәрҙәр, һөнәрселәр һәм яҙыусылар вәкилдәренән торған төбәк совет идара иткән. Күп кенә вазифалар быуындан быуынға бирелгәндәр. Байтаҡ ҡына көстәр даими рәүештә барлыҡҡа килеп торған сепаратизмды баҫтырырға киткән.

 
Сарнатх емереклектәре һәм Дхамекр киле.

Чандрагупта II вариҫтарына төньяҡтан баҫып ингән күсмә ҡәбиләләрҙең — һундарҙың (эфталиттарҙың) һөжүмдәренә ҡаршылыҡ күрһәтергә тура килә. Был мәсьәләне династия вәкилдәре араһында булған ғауғалар тағы ла ауырға төшөрә. VI быуат аҙағына ҡарай Гупталар биләмәләре бер нисә тапҡыр кәмей. Бөтә төньяҡ Һиндостан эфталиттар менән оккупациялана.

Гупта династияһы үҙенең хакимлығы аҫтында Чандрагупта Маурья биләмәләренән саҡ ҡына аҙыраҡ Һиндостан ерҙәрен берләштергән. Хәҙерге тарих фәне буйынса Гупталар осорондағы «алтын быуат» тураһындағы миф бик үк дөрөҫкә яҡынлаштырмай. Гупталар дәүерендәге дәүләт ҡоролошо Чандрагупта Маурья заманы менән сағыштырғанда үҙәкләштермәгән тиерлек булған. Археология мәғлүмәттәре буйынса, алдараҡ йәшәгән Кушан батшалығы Гупта империяһынан күпкә байыраҡ булған, ә индуизмдың ысын үҫеше Гупталар дәүеренән һуңғы осорға тура килгән.

Гупта династияһы батшалары

үҙгәртергә
 
Гупта империяһы
  • Шри-Гупта (275—300)[2]
  • Гхатоткачагупта (300—320)
  • Чандрагупта I (320—350)
  • Самудрагупта (350—376)
  • Чандрагупта II (376—415)
  • Кумарагупта I (415—455)
  • Скандагупта (455—470)
  • Кумарагупта II (470—475)
  • Будхагупта (475—500)
  • Вайньягупта (500—515)
  • Нарасимхагупта (515—530)
  • Кумарагупта III (530—540)
  • Вишнугупта (540—550)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Majumdar, R.C. (1977). Ancient India, New Delhi:Motilal Banarsidass, ISBN 81-208-0436-8
  • Raychaudhuri, H.C. (1972). Political History of Ancient India, Calcutta: University of Calcutta ISBN 1-4400-5272-7
  • Marilia Albanese, L’Inde ancienne, Paris, Éditions Gründ,‎ 2001, 295 p. (ISBN 2-7000-2155-X)
  • Michel Angot, L’Inde classique, Paris, Les Belles Lettres, coll. " Guides des civilisations ",‎ 2001.
  • Burjor Avari, India : The Ancient Past, A history of the Indian sub-continent from c. 7000 BC to AD 1200, Londres et New York, Routledge,‎ 2007.
  • Jean Filliozat et Louis Renou, L’Inde classique : Manuel des études indiennes, Tome I, Paris, École française d’Extrême-Orient,‎ 1985 (1re éd. 1947)
  • Jean Filliozat et Louis Renou, L’Inde classique : Manuel des études indiennes, Tome II, Paris, École française d’Extrême-Orient,‎ 2001 (1re éd. 1953)
  • Romila Thapar, Early India: From the Origins to AD 1300, Londres, Penguin,‎ 2002.
  • L'âge d’or de l’Inde classique: L’empire des Gupta, Paris, Réunion des musées nationaux,‎ 2007.
  • K. Chakrabarti, «The Gupta Kingdom», dans B. A. Litvinsky, Zhang Guang-da et R. Shabani Samghabadi, History of civilizations of Central Asia Volume III: The crossroads of civilizations: A.D. 250 to 750, Paris, UNESCO Publishing, coll. «Multiple History Series»,‎ 1996, p. 185—206.
  • Amina Okada et Thierry Zéphyr, L'âge d’or de l’Inde classique, Paris, Gallimard, coll. «Découvertes»,‎ 2007.
  • Cédric Ferrier, L’Inde des Gupta (IVe-VIe siècle de notre ère), Paris, Les Belles Lettres, coll. «Histoire»,‎ 2015.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Боронғо Һиндостан дәүләттәре (урта тарихи осор)
Период: Төньяҡ Ҡөньяҡ Пятиречье

 Б.Э.Т VI быуат
 Б.Э.Т V быуат
 Б.Э.Т IV быуат

 Б.Э.Т III быуат
 II быуат до н. э.

 Б.Э.Т I быуат
 I быуат


 II быуат
 III быуат
 IV быуат
 V быуат
 VI быуат
 VII быуат
 VIII быуат
 IX быуат
X быуат
XI быуат


















(Әһәмәниҙәр дәүләте)
(Македония империяһы)






(Һиндостанда ислам дәүләте)