Казанский Валерий Иванович

Валерий Иванович Казанский (март 189430 март 1978) ― Рәсәй һәм совет ғалимы, хирург, медицина фәндәре докторы, профессор, Икенсе Мәскәү медицина институтының (1935—1943) факультет хирургияһы клиникаһының хирургия бүлеге мөдире (1935—1943), Табиптарҙы камиллаштырыу үҙәк институтының хирургия кафедраһы мөдире (1953—1967), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1965).

Валерий Иванович Казанский
Тыуған көнө

1894({{padleft:1894|4|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй Империяһы

Вафат көнө

30 март 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Вафат урыны

Москва, РСФСР, СССР

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы,
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

медицина

Эшләгән урыны

Икенсе Мәскәү медицина институты, Рәсәй өҙлөкһөҙ профессиональ белем биреү медицина академияһы

Альма-матер

С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы

Ғилми дәрәжәһе

фән докторы (1939)

Ғилми исеме

профессор (1942)

Ниндәй өлкәлә танылған

эренле хирургии һәм яман шеш белгесе

Награда һәм премиялары

Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡалып:РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Валерий Иванович Казанский 1894 йылдың мартында тыуған..

1919 йылда С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһында уҡыуын тамамлағандан һуң ул Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итә.

1921 йылдан РСФСР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатында эшләй. 1923 йылдан 1925 йылға тиклем Боровой курорты директоры булып эшләй. 1925 йылдан 1934 йылға тиклем Турткүл ҡалаһы дауаханаһында хирургия бүлеге мөдире, ә һуңынан Төркмәнстандың Чарджоу ҡалаһында медицина эшмәкәрлеге алып бара. 1935 йылдан 1943 йылға тиклем Икенсе Мәскәү медицина институтының факультет хирургияһы клиникаһында башта приват-доцент вазифаһында, аҙаҡ хирургия бүлеге мөдире булып эшләй, бер үк ваҡытта Ҡан тапшырыу институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, ә һуңғараҡ 1947 йылға тиклем хирургия клиникаһы мөдире булып[1]. 1947 йылдан 1953 йылға тиклем — СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы һәм СССР Медицина фәндәре академияһының яман шеш биотерапияһы онкология клиникаһы мөдире. 1953 йылдан 1967 йылға тиклем Табиптарҙы камиллаштырыу үҙәк институтының хирургия кафедраһы мөдире булып эшләй[2].

200-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы булып тора. Гематология, хроник эренләүҙе хирургик дауалау, үпкә актиномикозы, ҡыҙыл үңәстең яман шеше клиникаһын анализлай һәм өйрәнә. Туңдырыу юлы менән һаҡланған плазма һәм ҡан сывороткаһын, шулай уҡ үҙе уйлап сығарған ысул буйынса һаҡланған эритроциттарҙы ебәреүҙе нигеҙләй һәм медицина практикаһына индерә. Уның ҡайһы бер хеҙмәттәре ҡан алмаштырыусыларҙы тапшырыуға күрһәткестәре һәм кире күрһәткестәре анализлау менән бәйле була. СССР-ҙа беренсе булып коронар етешһеҙлек осрағында йөрәктә коллатераль ҡан әйләнеше булдырыу буйынса уңышлы операция башҡара[2].

Медицина берләшмәһенең әүҙем ағзаһы. 1959 йылда Бөтә Союз хирургтар йәмғиәтенең, 1972 йылда Бөтә Союз онкологтар йәмғиәтенең, Ҡаҙаҡ (1959), Грузия (1964) һәм Мәскәү (1969) хирургия йәмғиәттәренең почетлы ағзаһы итеп һайлана, 1947 йылда Халыҡ-ара хирургтар ассоциацияһы ағзаһы була. Ҙур медицина энциклопедияһының икенсе сығарылышында «Хирургия» редакция бүлегенең мөхәррире була.

1978 йылда Мәскәүҙә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Дәүләт наградалары менән билдәләнгән:

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Хеҙмәттәре, монографиялары:

  • Казанский В. И. Материалы к изучению о кроветворной функции селезенки, Чарджуй, 1931;
  • Казанский В. И. Спленэктомия при «болезни» Верль-гофа, Ашхабад, 1935;
  • Казанский В. И. Спонтанный нету-беркулезный пиопневмоторакс и его лечение, диссертация, Москва, 1938;
  • Казанский В. И. Чресплевральцая резекция грудного отдела пищевода при раке, Москва, 1948, 1951;
  • Казанский В. И. Хирургия рака пищевода, Москва, 1973.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Электронная библиотека ДВГМУ :: Памяти Валерия Ивановича Казанского. www.fesmu.ru. Дата обращения: 3 сентябрь 2020.(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 КАЗАНСКИЙ Валерий Иванович — Большая Медицинская Энциклопедия. xn--90aw5c.xn--c1avg. Дата обращения: 3 сентябрь 2020.
  • Валерий Иванович Казанский (к 75-летию со дня рождения), Хирургия, № 9, 1969, С. 143;
  • Валерий Иванович Казанский (к 80-летию со дня рождения), там же, № 10, 1974, С. 149.

Һылтанмалар

үҙгәртергә