Йәнекәев Хәсән Кәрим улы
Йәнекәев Хәсән Кәрим улы (16 (29) ғинуар 1910, Яңы Ҡарғалы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 17 декабрь 1984 йыл, Мәскәү, СССР) — СССР ғалимы, селекционер-емеш-еләк үҫтереү буйынса белгес, һөйәкле культураларҙың сортын өйрәнеү һәм селекцияһы буйынса белгес. Биология фәндәре докторы (1958), профессор (1960), Сталин премияһы лауреаты (1952)[2]. Сливаның 12 сортын, сейәнең 13 һәм һары сейәнең 4 сортын сығара, һырғанаҡты тикшереү менән шөғөлләнә, сейәнең, һары сейәнең, сливаның, һырғанаҡтың популяцияһын тикшереү һәм иң яҡшы төрҙәрен һайлап алыу буйынса экспедицияларҙы ойоштороусы. Баҡсасылыҡ буйынса бер нисә халыҡ-ара конференция һәм симпозиумдарҙа ҡатнаша. «Сельскохозяйственная биология» журналының редколлегия ағзаһы.
Йәнекәев Хәсән Кәрим улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 16 (29) ғинуар 1910 |
Тыуған урыны | Үрге Ҡарғалы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 17 декабрь 1984 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | биолог, селекционер, плодовод |
Эшмәкәрлек төрө | селекция[d], агробиология[d][1], үҫемлектәр селекцияһы[d][1] һәм плодоводство[d][1] |
Эш урыны |
Всероссийский научно-исследовательский институт генетики и селекции плодовых растений имени И. В. Мичурина[d] Всероссийский селекционно-технологический институт садоводства и питомниководства[d] |
Уҡыу йорто | Мичурин дәүләт аграр университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Уҡыусылар | Григорий Тихонович Казьмин[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәХәсән Кәрим улы Йәнекәев 1910 йылдың 16 (29 ) ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Яңы Ҡарғалы ауылында (хәҙер Борай районының Яңы Ҡарғалы ауылы, Башҡортостан)[3] тыуған, дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән[4]. Урта белем алғас, йәш натуралистарҙың Мәскәү Биостанцияһына эшкә урынлаша[5]. 1930 йылда И.В.Мичурин етәкселегендә питомникта эшләү өсөн Үҙәк-Ҡара тупраҡлы өлкәнең Козлов ҡалаһына (хәҙер Тамбов өлкәһенең Мичуринск ҡалаһы) күсенә (тәүҙә-эшсе, аҙаҡ техник була[6]), 1935 йылда И.В. Мичурин исемендәге Йәшелсә-емеш институтын (хәҙер Мичурин дәүләт аграр университеты)[4] , 1939 йылда Үҫемлекселек институты янында аспирантураны (диссертацияһының ғилми етәкселәре — профессор һәм академик В.А. Рыбников һәм Н. И. Вавилов[6]) тамамлай. 1940—1945 йылдарҙа И.nbsp;В.nbsp;Мичурин исемендәге Үҙәк генетик лабораторияла өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара[7].
1945 йылдан тормошоноң аҙағына тиклеи Мәскәү емеш-еләк станцияһында (хәҙер Бөтә Рәсәй баҡсасылыҡ һәм питомник фәне буйынса селекция-технология институты): 1945—1957 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1957—1967 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары (1961 йылдан[4]) һәм селекция бүлеге мөдире була; 1967 йылдан (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1968 йылдан[4]) 1984 йылға тиклем лаборатория мөдире, ә һуңынан һөйәкле культуралар һәм һырғанаҡ буйынса төркөм менән етәкселек итә[8][3].
1957 йылда «Биологические особенности сливы и выведение новых сортов для средней полосы СССР» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[9].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе — Рәсәйҙең урта һыҙаты өсөн сейә һәм сливаның сортиментын яҡшыртыу (ул эске һәм төр-ара гибридлаштырыу, клон селекцияһы, радиацион һәм химик мутагенез ысулдарын, гибрид материалды баһалауҙың цитологик ысулдарын ҡуллана)[11]), халыҡ, ватан һәм сит ил селекцияларының иң уңышлы сорттарын индереү менән шөғөлләнә[12]. Сейә һәм сливаның халыҡ селекцияһының урындағы иң яҡшы өлгөләрен йыйыу өсөн Владимир, Рязань, Тула, Калуга, Брянск һәм Горький өлкәһенә экспедицияға барыу буйынса инициатор[11]. Тауар баҡсасылығын махсуслаштырыу һәм дөрөҫ урынлаштырыу мәсьәләләрен эшләй, эре баҡсалар өсөн ер һайлауҙа ҡатнаша (баҡсаларҙа сорттарҙы таратыу һәм һеркәләндереүселәрҙе һайлап алыу буйынса тәҡдимдәр урта һыҙаттың агрономия өлкәһендәге ҡағиҙәләргә ингән)[13].
Сливаның 12, сейәнең 13, һары сейәнең 4 сортын сығара[14], Владимир, Шубинка һәм Любский сейәләренең клон селекцияһын үткәрә . Алынған сорттарҙа ҡырыҫ ҡыштарҙың уңайһыҙ шарттарынан һуң һалҡынға һәм тергеҙелеү һәләтенә ҙур иғтибар бирелә. 1978/79 йылғы һалҡын ҡыштан һуң селекция бүлеге хеҙмәткәрҙәре Х. К. Йәнекәйев етәкселегендә ябай сейә (Мәскәү Гриоты, Сильва, ҡара Ширпотреб, Шубинка) һәм йорт сливаһының (Ҡыҙыл Скороспелка, Смолинка, Тимирязев иҫтәлеге, Ҡара Тула, Сухановский, Миләүшә) сорттарын сығара, улар һыуыҡтарҙан зыян күргәндә юғары тергеҙелеү һәләтенә эйә булыуы менән айырылып тора. Ҡыҙыл Уссурий сорты (Уссурий сливаһы (Prunus ussuriens)) менән Клаймекс сортын (Америка сливаһы (Prunus americana)) берләштереп, төр-ара гибридлаштырыуҙы уңышлы ҡуллана, һәм һалҡынға сыҙамлы продуктив Скороплодный сортын ала[15], ул ҡыш уртаһында 40-°C тиклем һалҡынды, температура кимәленең ныҡ айырмаһы булған осраҡта йылынан минус 35 °C тиклем еңел үткәрә. Агроном-помолог С.Н.Саттарова менән бергә 200-ҙән ашыу сейә һәм 300 ашыу слива сортын өйрәнә, был культураларҙың 24000 ашыу гибридлы сәсмәлеген үҫтерә, улар араһынан 50 перспективалы формалары һайлап алына һәм үрсетелә[14].
Һары сейәнең төньяҡ шарттарына яйлаштырылған сортына нигеҙ һалыусы, селекционер А.И. Евстратов менән берлектә тәүге тапҡыр Үҙәк төбәк өсөн Фатеж, Чермашная һәм Синявская һары сейәһенең беренсе адаптациялы һәм юғары сифатлы сорттарын айыра. 1975—1984 йылдарҙа селекция өсөн перспективалы башланғыс формалар айырып алыу маҡсатынан һырғанаҡты тикшеренеү менән шөғөлләнә[3], ҡырағай һырғанаҡ популяцияһын өйрәнеү өсөн Бүрәт Республикаһы, Ҡырғыҙстан һәм Калининград өлкәһенә экспедициялар ойоштора[16].
Ҡулланыуға рөхсәт ителгән, селекция ҡаҙаныштарының дәүләт реестрына индерелгән Х.К. Йәнекәев, уның коллегалары һәм уҡыусылары сығарған сорттар[17]:
- йорт сливаһы (Prunus domestica): Занятная, Кантемировка, Тимирязев иҫтәлеге, Зәңгәр бүләк, Смолинка, Сухановская, Иртә, Миләүшә, Яичная синяя, Яхонтовая
- ҡытай сливаһы (Prunus salicina): Скороплодная һәм Ҡыҙыл шар
- ябай сейә (Cerasus vulgaris): Ассоль, Багряная, Брюнетка, Булатниковская, Мәскәү Гриоты, Малиновка, Молодёжная, Йәнекәев иҫтәлеге, Расторгуевская, Сания, Сильва.
- һары сейә (Cerasus avium): Фатеж, Чермашная, Синявская.
Голландия, Бөйөк Британия, Канада, Италия, Франция, Югославия, Германия һәм Норвегияла баҡсасылыҡ буйынса халыҡ-ара конференция һәм симпозиумдарҙа ҡатнаша. СССР Юғары белем министрлығы ҡарамағында Юғары аттестация комиссияһы пленумы ағзаһы, ВАСХНИЛ баҡсасылыҡ секцияһы һәм РСФСР Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында емеш-еләк, еләк һәм виноград сорттарын һынау буйынса Дәүләт комиссияһы ағзаһы, «Сельскохозяйственная биология» журналының редколлегияһына инә[18][19].
4 фән докторы һәм 12 кандидаттың ғилми етәксеһе[18].
170-тән ашыу ғилми эш яҙа[4][3]. Ҡайһы бер эштәре:
- Анзин Б. Н., Еникеев Х. К., Рожков М. И. Слива. — Москва : Сельхозгиз, 1956. — 460 с.;
- Еникеев Х. К. Биологические особенности сливы и выведение новых сортов. — Москва: Изд-во Акад. наук СССР, 1960. — 322 с.
- Достижения селекции плодовых культур и винограда. — Москва : Колос, 1983. — 334 с.
Танылыуы һәм наградалары
үҙгәртергә«Слива, абрикос, ҡурай еләге, ҡарағат, баҡса ҡайын еләгенең һәм крыжовниктың яңы ҡиммәтле сорттарын производствоға индереүе өсөн» Сталин премияһы лауреаты (1952) РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949)[13],
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы, И.В. Мичурин исемендәге алтын миҙал, СССР ВДНХ-ның алтын миҙалы менән бүләкләнә[20][14][15].
Хәсән Кәрим улы иҫтәлегенә ғилми конференциялар үткәрелә; уның 105 йәше тулыуы уңайынан «Селекция косточковых культур: направления, задачи и перспективы развития» ғилми конференция ҡарарында «селекция һәм һөйәкле культуралар генетикаһы үҫешенә айырым ҙур өлөш индергәне һәм эштәренең айырым фәнни һәм практик әһәмиәте» билдәләнә[21].
Жуковская һәм Коринка төрҙәрен берләштереүҙән алынған сорт уның хөрмәтенә «Йәнекәев иҫтәлегенә» тип атала[22].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Jenikejev, Chasan Karimovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Енике́ев/ А. Ю. Куленкамп//Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс].— 2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Гиричев и др., 2010, с. 4
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 ЕНИКЕЕВ Хасан Каримович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Данилова, 2015, с. 34
- ↑ 6,0 6,1 Данилова, 2015, с. 35
- ↑ Енике́ев/ А. Ю. Куленкамп//Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс].— 2016.
- ↑ Енике́ев / А. Ю. Куленкамп//Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс].— 2016.
- ↑ Еникеев, Хасан Каримович. Биологические особенности сливы и выведение новых сортов для средней полосы СССР (Текст): Автореферат дис., представленной на соискание ученой степени доктора биологических наук . Эл. каталог РГБ. Дата обращения: 6 май 2020.
- ↑ Енике́ев / А. Ю. Куленкамп//Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс].— 2016.
- ↑ 11,0 11,1 Данилова, 2015, с. 36
- ↑ Енике́ев / А. Ю. Куленкамп // Большая российская энциклопедия [Электронный ресурс]. — 2016.
- ↑ 13,0 13,1 Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 Данилова, 2015
- ↑ 15,0 15,1 Гиричев и др., 2010
- ↑ Данилова, 2015, с. 39
- ↑ Данилова, 2015, с. 38
- ↑ 18,0 18,1 Данилова, 2015, с. 40
- ↑ Гиричев и др., 2010, с. 5
- ↑ Еникеев Хасан Каримович, селекционер . Энциклопедия «Тамбовский край» (24 сентябрь 2012). Дата обращения: 6 май 2020.
- ↑ Научная конференция «Селекция косточковых культур: направления, задачи и перспективы развития», посвящённая 105-летию со дня рождения доктора биологических наук, профессора, заслуженного деятеля науки Хасана Каримовича Еникеева . ФГБНУ «Всероссийский селекционно-технологический институт садоводства и питомниководства». Дата обращения: 19 май 2020.
- ↑ Сорт: Вишня, Памяти Еникеева . ФГБНУ ВНИИСПК. Дата обращения: 6 май 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Данилова А. А., Морозова Н. Г., Симонов В. С. Научная школа Хасана Каримовича Еникеева по селекции и сортоизучению косточковых культур // Плодоводство и ягодоводство России : Журнал. — 2015. — Т. 42. — С. 34—43. — ISSN 2073-4948.
- Гиричев В. С., Морозова Н. Г., Симонов В. С., Упадышева Г. Ю. К 100-летию со дня рождения Великого селекционера Хасана Каримовича Еникеева // Садоводство и виноградарство. — 2010. — № 1. — С. 4—5.
- Садоводы-ученые России : (Краткий биогр. справ.) / Под общ. ред. Е. Н. Седова. — Орел: ВНИИСПК, 1997. — 439 с. — ISBN 5-900705-10-2.
- Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998. — 703 с.
- Гиричев В. С., Марченко Л. А. История развития отдела селекции, генетики и сортоизучения плодовых и ягодных культур и результаты его работы // Плодоводство и ягодоводство России. — 2010. — Т. XXV. — С. 98-121.
- Куликов И. М., Принева Л. А. Научное обеспечение отрасли садоводства Нечерноземья за 80 лет // Плодоводство и ягодоводство России. — 2010. — Т. XXV. — С. 15-97.
- Морозова Н. Г., Симонов В. С. Самоплодные сорта — залог стабильного плодоношения сливы // Плодоводство и ягодоводство России. — 2012. — Т. XXIX. — С. 39-46.
- Михеев А. М., Морозова Н. Г., Симонов В. С. Селекция косточковых культур на зимостойкость и устойчивость к болезням в Нечерноземной зоне // Садоводство и виноградарство. — 2005. — С. 29-30.
- Михеев А. М. Пример для подражания // Садоводство и виноградарство. — 2010. — С. 5.