Нефтсе (стадион, Ишембай)
«Нефтсе» — Ишембай ҡалаһының төп стадионы, уға 1937 йылда нигеҙ һалынған. Ҡаланың үҙәгендәге Ленин майҙанында урынлашҡан. Ишембай ҡалаһының «Нефтсе» футбол клубы өсөн ярыштар урыны булып тора. Футбол яланы (105x68 м), еңел атлетика йүгереүҙәре юлы (400 м), бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикереү, диск һәм һөңгө ырғытыу, йәҙрә ташлау өсөн секторҙары, трибуналары (5 мең урынлыҡ), спорт залы (18x9 м), баскетбол, волейбол, бура һуғыу, хоккей майҙансығы һ. б. бар. Күнекмәләр залында өҫтәл теннисы буйынса күнекмә дәрестәр үткәрелә[1].
Урынлашыуы | |
---|---|
Төҙөлгән |
1937 |
Милексе |
Ишембай районы администрацияһы |
Өйҙәге команда |
«Нефтсе» стадионы ҡала халҡы араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа ҙур роль уйнай. Стадион йыл дауамында ҡала халҡын хеҙмәтләндереү һәм ялын ойоштороу өҫтөндә эшләй. Район һәм республика күләмендәге спорт саралары үткәрелә[2]. Стадион базаһында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең баскетбол, пляж волейболы, конькиҙа йүгереү спорты, еңел атлетика, мини-футбол, өҫтәл теннисы, футбол, бура һуғыу спорты секциялары, теннис һ. б. буйынса бүлектәр эшләй
Ишембай ҡалаһы халҡының күпселеге ҡышын буш ваҡытын стадион һырғалағында үткәрә. Тренажер залы эшләй, футбол, еңел атлетика, бура һуғыу спорты секциялары бар. Майҙансығында йөҙәрләгән ҡала халҡы волейбол, баскетбол, һауыҡтырыусы йүгереү менән шөғөлләнә, Башҡортостан Республикаһы чемпионаты футбол матчтары, «Күн туп» һәм балалар араһында популяр булған «Ихата футболы» турнирҙары үтә.
Тарихы
үҙгәртергә1940 йылда ҡала стадионы булараҡ асыла, 1947 йылдан стадион — «Ишембайнефть» нефть-газ табыу идаралығында, 2000 йылдан муниципаль учреждение. Стадионда предприятиелар һәм учреждениеларҙың физик культура коллективтары (1987) һәм үҫмерҙәр (1992-94) араһында футбол буйынса Рәсәй беренселеге уҙғарыла.
Адресы
үҙгәртергәРәсми web-сайт
үҙгәртергәhttp://dush4.ishimsport.ru 2021 йыл 13 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә«Башҡортостан» энциклопедияһындағы мәҡәлә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Настольный теннис Ишимбая
- ↑ Спорт города Ишимбая 2011 йыл 25 август архивланған.
- ↑ Стадион «Нефтяник» 2013 йыл 3 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Стадионы России 2010 йыл 11 март архивланған.
- И. В. Капошко. Нефтяник, стадион . БАШКИРСКАЯ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия» (2013). Дата обращения: 4 апрель 2017. 2017 йыл 24 апрель архивланған.