Мөҡсинов Ирек Шәриф улы

Рәсәй юрисы, дәүләт эшмәкәре
(И. Ш. Мөҡсинов битенән йүнәлтелде)

Мөҡсинов Ирек Шәриф улы (26 март 1932 йыл — 29 октябрь 1999 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе, дәүләт эшмәкәре. 1996—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды рәйесе. Рәсәй Федерацияһының беренсе саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты (1963), профессор (1997). РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған юрисы.

Мөҡсинов Ирек Шәриф улы
Файл:Муксинов Ирек Шарифович.jpg
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды рәйесе
Флаг
Флаг
1996 — 1999
 
Тыуған: 26 март 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Башҡорт АССР-ы, Дүртөйлө районы, Дүртөйлө ауылы
Үлгән: 29 октябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (67 йәш)
Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы
Ерләнгән: Өфө мосолман зыяраты
Белеме: юридический факультет МГУ[d]
Ғилми дәрәжәһе: юридик фәндәр кандидаты[d]
 
Наградалары:
Ҡалып:Заслуженный юрист РСФСР

Биографияһы

үҙгәртергә

Ирек Шәриф улы Мөҡсинов 1932 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районының Дүртөйлө ауылында (1989 йылдан — ҡала) тыуған.

1955 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.

1955 йылдан алып Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының ойоштороу бүлеге инструкторы булып эшләй. 1956—1959 йылдарҙа протокол-хоҡуҡ бүлеге мөдире, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе ярҙамсыһы була.

1960—1962 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультеты аспирантураһында уҡый. 1962—1963 йылдарҙа СССР фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Президиумы ғилми сәркәтибе була[1].

1963—1994 йылдарҙа СССР фәндәр Академияһы һәм Рәсәй фәндәр Академияһы дәүләт һәм хоҡуҡ Институтының кесе, өлкән, төп ғилми хеҙмәткәре, федерализм проблемалы төркөмө етәксеһе була. Бер үк ваҡытта 1990—1991 йылдарҙа СССР конституцион надзор Комитеты ағзаһы була.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын, Башҡортостан Республикаһынан уға ҡушымта менән Федератив Килешеү, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы араһындағы ике яҡлы килешеү һәм башҡа федератив һәм республика закондар сығарыу акттары төҙөүҙә ҡатнаша[1].

1994 йылда Рәсәй Федерацияһының 1-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана. 1996 йылдың ғинуарынан алып Рәсәй Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

1996 йылда Башҡортостан Республикаһының Конституция Судының беренсе Рәйесе итеп һайлана.

1999 йылдың 29 октябрендә Өфө—Ҡаҙан (М7) автомобиль юлының 119 километрында автомобиль һәләкәтендә һәләк була[1].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Совет Министров АССР — высший исполнительный и распорядительный орган государственной власти автономной республики. М., 1969.
  • Гражданин и аппарат государственного управления. — М., 1977.
  • Государственное управление в СССР в условиях научно-технической революции. — М., 1997.
Ғилми мәҡәләләре
  • Некоторые правовые вопросы взаимоотношений Совета Министров автономной республики и совета народного хозяйства // Советское государство и право. — М.: Наука, 1962, № 7. — С. 110—115.
  • О взаимоотношениях Совета Министров союзной республики с министерствами и иными ведомствами Союза ССР // Правовые проблемы науки управления. — М.: Юрид. лит., 1966. — С. 45—52.
  • О правовой природе Совета Министров союзной республики // Проблемы управления и гражданского права. — М.: Изд-во ИГиП АН СССР, 1976. — С. 3—11.
  • Конституция СССР и юридическая природа актов Совета Министров союзной республики // Формы государственного управления. — М.: Изд-во ИГиП АН СССР, 1983. — С. 24—30.
  • Особенности определения компетенции совета министров союзной республики // СССР — ГДР: компетенция органов государственного управления. — М.: Изд-во ИГиП АН СССР, 1984. — С. 82—86.
  • О правовом положении Председателя Совета министров союзной республики // СССР — ГДР: государственная служба. — М.: Изд-во ИГиП АН СССР, 1986. — С. 77—83.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1989).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1997).
  • Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы.
  • Вьетнам Социалистик Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығын нығытҡан өсөн» ордены.
  • Германия Демократик Республикаһының «Дуҫлыҡ өсөн» алтын миҙалы[2].
  • 2000 йылда Яңауыл ҡалаһының гимназияһына Ирек Мөҡсинов исеме бирелә[3].
  • Өфөлә, Дүртөйлөлә, Яңауылда урамдар Ирек Мөҡсинов исеме менән аталған, Өфө ҡалаһында Ирек Мөҡсинов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында Ирек Мөҡсинов исемендәге стипендия булдырылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Муксинов Ирек Шарифович (1932—1999) // Государство и право. — М.: Наука, 2001, № 3. — С. 122.

Һылтанмалар

үҙгәртергә