Иҫке Ҡәлмиәр (рус. Старокальмиярово) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 410 кеше[1]. Почта индексы — 452837, ОКАТО коды — 80250830001.

Ауыл
Иҫке Ҡәлмиәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°10′08″ с. ш. 56°02′12″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 830 001

ОКТМО коды

80 650 430 101

ГКГН номеры

0522569

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Ҡәлмиәр (Рәсәй)
Иҫке Ҡәлмиәр
Иҫке Ҡәлмиәр
Иҫке Ҡәлмиәр (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Ҡәлмиәр

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 410 192 218 46,8 53,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек удмурттар (98 %) йәшәй[2].

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 20 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 40 км

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Удмурттарҙың тәүге торамаһы - Кәлмиәр ауылы (шул уҡ исемле йылға буйында барлыҡҡа килгән). Был ауылға нигеҙ һалыныу датаһы 1813 йылдың 27 апрелендә Өфө-Танып улусы Һалтанып түбәһе башҡорттарының үҙ ерҙәрен һатыуы тураһындағы килешеүҙән асыҡлана. 1673 йылда башҡорттар «мәңгелеккә һәм нәҫелдән күсә килгән ер» итеп һатҡан ерҙә барлыҡҡа килгән удмурт ауылы. Был яҙманың тексы һаҡланмаған, әммә ошолар билдәле: тәүге төпләнеүселәрҙең бер өлөшө ерҙе милеккә һатып алған. Ләкин уларҙың ҡайһы берҙәрен 1712 йылдың 12 февралендәге һәм 1727 йылдың 27 сентябрендәге килешеүҙәр буйынса башҡорттар индергән. Һуңғы ике килешеү буйынса удмурттар типтәрҙәр булып киткән, йәғни улар, общинаны ҡалдырып, яһаҡлы удмурт ҡатламынан сыҡҡан һәм типтәр ҡатламына ингән. Кәлмиәр ауылына удмурттарҙың ҡайһы берҙәрен башҡорттар 1790 йылдың 29 майында үҙ теләге менән ҡабул иткән.

1748 йылда Кәлмиәр ауылы Яңы Ҡәлмиәр йылғаһы буйында урынлашҡан ауыл, шулай уҡ «Данилова тож» тип йөрөтөлә. Ул ваҡытта 66 ир-ат иҫәпләнгән. Е.И. Пугачев ихтилалында 86 ҡәлмиәр ҡатнаша. 1816-сы йылдарҙа 192 ир-ат, 1834-се йылдарҙа 293 ир-ат иҫәпләнгән. Ревизия 134 йортта 827 кеше йәшәгәнен күрһәткән. 1870 йылда 857 удмурт иҫәпкә алынған (141 йортта). 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 2 ауылды теркәгән: 724 кеше йәшәгән Иҫке Ҡәлмиәр (137 йорт) һәм 61 йорттағы 306 удмурт менән Яңы Кәлмиәр. Яңы Ҡәлмәир ауылы 1910-1919 йылдар араһында барлыҡҡа килгән.

1842 йылда Кәлмиәр халҡы 30 дисәтинә усадьба, 6740 дисәтинә һөрөнтө ер, 200 дисәтинә сабынлыҡ биләмәһе, 670 дисәтинә урманға хужа була. 2630 дисәтинә ер «уңайһыҙ» тип иҫәпләнгән. Уларҙа 80 йортҡа (574 кеше) 35 ат, 248 һыйыр, 430 һарыҡ һәм 400 кәзә тура килгән.[3]

202 йылға мәғлүмәт буйынса удмурттар йәшәй . Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.[4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә