Иҫке Ҡалмаш ҡаласығы

Археологик ҡомартҡы

Иҫке Ҡалмаш ҡаласығы (рус. Старокалмашевское городище) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Болғар ауылы эргәһендә урынлашҡан VII—IX быуаттарға ҡараған Ҡала-Тау, иртә Урта быуат археологик ҡомартҡыһы.[1][2][3]

Иҫке Ҡалмаш ҡаласығы
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Иҫке Ҡалмаш ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Болғар ауылы эргәһендә Ҡалмаш йылғаһы ярының бейек морононда урынлашҡан. Болғарҙан ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Ҡалмаш) — 4 км.

Табылдыҡтар

үҙгәртергә

Иҫке Ҡалмаш ҡаласығы майҙнының 1000 м² яҡын ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.

Ҡаласыҡ ур[4] һәм соҡор (тәрәнлеге 1,3 м) менән нығытылған. Урҙың оҙонлоғо 50 м, киңлеге 6 м, бейеклеге 1,3 м, соҡорҙоң тәрәнлеге — 1,3 м.

Һаҡланыу ҡоролмаһы тип фараз ителгән ағас ҡойма эҙҙәре асыҡланған.

Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәр ике мәҙәниәткә: Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәтенә ҡарай.

Эш ҡоралдары — орсоҡбаш, тимер бысаҡ, тигель, муйынсаҡ, хайуан һөйәктәре табылған.

Ҡышҡы миҙгел торамаһы (ҡышлаҡ) булған тип фаразлайҙар.

Ҡомартҡы материалдары өлөшләтә Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6] һәм йәнә бер аҙы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6]. БДУ фондтарында һаҡлана[1].

Асыш тарихы

үҙгәртергә

Иҫке Ҡалмаш ҡаласығы 1926 йылда СССР ғалим-геологы В. Х. Вахрушев тарафынан асыла.

1963 йылда арихсы-ғалим, археолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, тарих фәндәре докторы, профессор Н. А.Мәжитов тикшерә.

1964 йылда СССР һәм Рәсәй археологы, педагог, профессор Г. И. Матвеева өйрәнә.

1993 йылда ҡаласыҡта тарих фәндәре кандидаты,Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археологик тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре Овсянников Владимир Владиславович тикшеренеү эштәре үткәрә.

2002 йылда тарих фәндәре кандидаты Илдар Мөҙәрис улы Аҡбулатов[7] өйрәнә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Иҫке Ҡалмаш ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2021 йыл 15 ғинуар архивланған.
  2. Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
  5. 5,0 5,1 И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. 6,0 6,1 Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
  7. Акбулатов Ильдар Мударисович

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Археологические работы в низовьях Белой: сб. науч. ст. Уфа, 1986
  • Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
  • Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
  • Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
  • Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.