Инйәр ауыл Советы

Инйәр ауыл советы — Белорет районы муниципаль районы ауыл биләмәһә, муниципаль берәмек (борон — ҡасаба советы). 2010 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 7672 кеше[10], 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 7604 кеше[11]. Административ үҙәк Инйәр.

Инйәр ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Инйәр[1]
Административ-территориаль берәмек Белорет районы
Халыҡ һаны 4900 кеше (1939),
5694 кеше (1961),
5327 кеше (1969),
6346 кеше (2002)[2],
7604 кеше (2009)[2],
6128 кеше (2010)[3],
6077 кеше (2012)[4],
6074 кеше (2013)[5],
6092 кеше (2014)[6],
6031 кеше (2015)[7],
5994 кеше (2016)[8],
5971 кеше (2017)[9]
Карта

Инйәр ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенең почта адресы:

453538, Башҡортостан Республикаһы, Белорет районы, Инйәр ауылы, Котовский урамы, 2а.

 
Оло Инйәр йылғаһы

2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районының Инйәр ауыл советы ауыл биләмәһе составына кергән халыҡ иҫәбе һәм торама пункттар исемлеге. Бөтәһе — 7672[10].

Борон (ҡасан Инйәр ҡасаба советы) бында Рәмәште

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Дөйөм халыҡ һаны[11]
Халыҡ һаны 2002—2009 халыҡ үҙгәреше
2002 2009 чел. %
6346 7604 +1258 +19,82

География

үҙгәртергә

Гидрография

үҙгәртергә

Тарихи белешмә

үҙгәртергә

Инйәр ауыл биләмәһе территорияһында 50 яҡын предприятие, участка дауаханаһы, өс тулы белем биреү урта мәктәптәре, өс тулы булмаған белем биреү мәктәптәре, район мәҙәниәт йорто, сәнғәт балалар мәктәбе һәм башҡалар бар.

Инйәр күп милләтле ҡасаба. Ҙур татыу ғаиләлә 30 ашыу милләт йәшәй.

Күп билдәле шәхестәребеҙ тап Инйәр еренән үҙ хеҙмәт юлын башланы. Шуларҙың рәтендә Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы, филология фәндәре кандидаты Хажин Вәкил Исмәғил улы, химия фәндәре кандидаты Хөснөтдинов Рәмил Нуретдин улы, техник фәндәре кандидаты Хөснөтдинов Наил Нуретдин улы, философия фәндәре кандидаты Аҫылғужин Хәлил Бәхтиәр улы, филология фәндәре кандидаты Таһирова Рәхимә Ғөбәй ҡыҙы, педагогия фәндәре кандидаты Волкова Планета Павловна һәм башҡалар.

Һуңғы йылдарҙа Инйәр ҡасабаһы һиҙелерлек үҙгәрҙе. Яңы социаль объекттар асылды, атап әйткәндә, мәктәп, почта, район мәҙәниәт комплексы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, кемпинг, Инйәр йылғаһы аша күпер төҙөлдө. Һәм иң ҡыуаныслыһы — республика етәкселеге ярҙамы менән халыҡтың тәбиғи газ менән файҙаланыу мөмкинселеге булды.

Инйәр ере — ҡатай башҡорттарының тарихи тыуған ере: тәжрибәле малсы, даланлы һунарсы һәм балыҡсылар ырыуы ул. Был ерҙәр тәбиғәт байлыҡтары менән дә киң билдәлелек алған. Урындағы халыҡ йәйләүгә сыҡҡан, айыуға һунарға йөрөгән, балыҡ тотҡан — уңышлы табышҡа ҡыуанған. Әммә тормош бер ерҙә туҡтап ҡалмай, үҙенең ҡәтғи шарттарын мәжбүри көсләп таға.

Ун һигеҙенсе быуат аҙағында Инйәр эргәһендә Хәсән ауылы булған. 1795 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса ауылда 30 йорт һаналған.

Ун туғыҙынсы быуатта Инйәр ерҙәрендә урман сәнәғәте буйынса эшмәкәрлек башлана. Уның артынан тау сәнәғәте килә. Суйын иретеү заводтары асыла. Завод эшмәкәрлеге Инйәр халҡының социаль статусын оҙаҡ йылдарға билдәләй. Әммә халыҡ ялан эшен ситкә ҡуймай: һоло, ҡарабойҙай үҫтерә. Урман халыҡты төҙөлөш материалдары , ә заводты яғыулыҡ менән тәьмин итә.

1927 йылда ҡасабаға беренсе паровоз килә; радио, электр станцияһы үткәрелә, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто төҙөлә.

1972 йылда Ҡарламан станцияһынан Белорет станцияһына тиклем тимер юлының төҙөлөшө башлана. Ҡаялы тауҙар, йылғалар аша ике йөҙҙән ашыу километр юл үтә. Юл тотош торба һәм күперҙән төҙөлә. Трассала төҙөлөш ысулдарын тикшереү маҡсаты менән ҡыйыу тәжрибәләр үткәрелә, һуңынан БАМ-да уңышлы ҡулланыла.

Инйәр яҡтарында тәбиғәт гүзәл. Инйәр ауыл советы территорияһында Ямантау, Елмәрҙәк тауҙары урынлашҡан. Ҙур Инйәр, Бәләкәй Инйәр һәм башҡа бик күп йылғалар аға. Ауыл биләмәһе территорияһында Көньяҡ Урал Дәүләт ҡурсаулығы, Ҡыҙылъяр мәмерйәһе урынлашҡан. Инйәр төбәгенең күккә ашҡан ҡаялары, саф шишмә-йылғалары, ҡуйы ҡатнаш урмандары уны хаҡлы рәүештә Башҡортостан ынйыһы тигән исемде йөрөттөрә ала.

Рим Әхмәтов үҙенең билдәле «Йылға, күл һәм үләндәр» китабында былай тип яҙа: «… инанам, Инйәр — көньяҡ Уралдың иң гүзәл йылғаларының береһе».

Күренекле кешеләре

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  3. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  4. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  5. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  6. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  10. 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 10,10 http://www.beladmin.ru/bash/munobor/selskie/detail.php?ID=19037 2016 йыл 4 март архивланған.
  11. 11,0 11,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.