Яңы Хәсән

Белорет районындағы ауыл, Башҡортостан

Яңы Хәсән (рус. Новохасаново) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 177 кеше[1]. Почта индексы — 453560, ОКАТО коды — 80211820007.

Ауыл
Яңы Хәсән
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Белорет районы

Ауыл Советы

Инйәр

Координаталар

54°14′26″ с. ш. 57°34′52″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 211 820 007

ОКТМО коды

80 611 420 116

ГКГН номеры

0518742

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Хәсән (Рәсәй)
Яңы Хәсән
Яңы Хәсән
Яңы Хәсән (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Хәсән

Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Яңы Хәсән ауылының Тәгәнәк, Сусағай тигән атамалары ла булған. 1795 йылғы V ревизия ваҡытында ауылда 30 йорт булған, унда 178 кеше йәшәгән. 1859 йылда 52 йортта 323 кеше иҫәпләнгән; 1920 йылда 36 йортта 172 кеше иҫәпкә алынған. Был ауылда йәшәүсе Алтынялай Балдашев — 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы. Ул — «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдар кавалеры. 1769—1839 йылдарҙа тыуған ауылында тәүге төпләнеүсенең улы Иҙрис Хәсәнов йәшәй. Халыҡ ярым күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Күсеп йөрөү урындары Кесе Инйәр һәм Рәүәт йылғалары буйлап урынлашҡан. 46 йортта йәшәгән 300 кешенең 100 ат, 80 һыйыры, 48 һарығы булған. 1843 йылда ауылда йәшәүселәрҙең береһе — 48 бот яҙғы иген сәскән[2].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 177 101 76 57,1 42,9
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (96 %)[3].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Яңы Хәсән ауылы Инйәр йылғаһының уң ярында, Кесе Инйәр ҡойған урында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 105 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Инйәр): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Инйәр): 1 км[4]

Урамдары

үҙгәртергә
  • Таулы урам (рус. Горная улица)
  • Мостай Кәрим урамы (рус. улица Мустая Карима)
  • Тракт урамы (рус. Трактовая улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5].

Видеояҙмаларҙа

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 111. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. Госсправка сайтында урамдар исеме