Инйәр (ауыл)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы ауыл
(Инзер (Белорецкий район) битенән йүнәлтелде)

Инйәр (рус. Инзер) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл. Инйәр ауыл советының үҙәге.

Инйәр
Инйәр
Рәсем
Рәсми атамаһы Инйәр
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Инйәр ауыл Советы[2]
Административ-территориаль берәмек Инйәр ауыл Советы
Халыҡ һаны 2538 кеше (1970)[3],
3597 кеше (1979)[4],
4949 кеше (1989)[5],
4380 кеше (2002)[6],
5084 кеше (2009)[7],
4329 кеше (2010)[8],
4107 кеше (2021)[9]
Почта индексы 453560
Карта
 Инйәр Викимилектә

2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 4329 кеше[10]. Почта индексы — 453560, ОКАТО коды — 80211820001.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
1970[11]1979[12]1989[13]2002[14]2009[15]2010[16]
253835974949438050844329

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Географик урыны

үҙгәртергә
 
Ҡасим Дәүләткилдеев. Инйәр заводы мотивтары 1928

Ҡасаба Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан, уның ситендә Кесе Инйәр һәм Оло Инйәр йылғалары ҡушыла.

Инйәр аша 80К-031 Өфө — Белорет автомобиль трассаһы үтә. Инйәр тимер юлы станцияһы бар.

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 85 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Инйәр): 0 км
 
Инйәр заводына вербовка менән ебәрелгән ҡыҙҙар һәм ауыл егеттәре.1951 йыл

ХVIII быуат аҙағында әлеге Инйәр ауылы урынында Хәсән тип аталған башҡорт ауылы булған. 1795 йылғы халыҡ һанын алғанда 30 йорт-ихата теркәлгән, ҡатай ырыуы башҡорттары йәшәй.

Инйәр ауылы (ҡасаба ла булып алған) 1859 йылда барлыҡҡа килгән тип һанайҙар. Тап шул ваҡытта урман менән кәсеп итеүсе сәнәғәтселәр килеп сыҡҡан, улар артынан тау сәнәғәте әһелдәре килгән. Суйын иретеү заводы асҡандар.

Хәсән ауылы иһә йылға ағымынан түбәнгәрәк күсенеп, Яңы Хәсән ауылы булып киткән

Инйәрҙәр күп йылдар ошо заводта эшләгән, завод өсөн ағас ҡырҡҡан, шул уҡ ваҡытта арыш, тары, ҡарабойҙай үҫтергән.

1927 йылда тәүге паровоз килгән. Ҡасабала төбәктәге башҡа ауылдарҙан алда радио, боҫтан эшләгән электр станцияһы, балалар баҡсаһы һәм яслиҙар, клуб һәм кино донъя күргән.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм унан һуң да бер нисә йыл Инйәр йылғаһы буйында цех - күмер әҙерләү мейестәре (рус. углежжение) булған; унда ағас яндырып, Белорет металлургия заводы өсөн күмер етештергәндәр. Заводҡа эшкә республиканың төрлө яҡтарынан йәштәрҙе (башлыса ҡыҙҙар) йыйып килтергәндәр [17] . Күмер яндырған урын әле лә ҡарайып күренеп ята.

1972 йылда Ҡарламандан Белоретҡа киң колеялы тимер юл Өфө яғынан Белоретҡа шоссе юл һалыныу ҡасаба тормошона ла ҙур үҙгәрештәр индерә[18]

Инйәр бөгөн

үҙгәртергә

Инйәр күп милләтле һәм күп телле төйәк. Бында бөгөн 30-ҙан ашыу милләт кешеһе йәшәй.

Әлеге көндә Инйәр ауыл советы – Белорет районының иң ҙур урындағы хакимиәте булып тора: уға 21 ауыл инә.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  4. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  5. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
  6. Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
  9. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  10. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  11. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  12. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  13. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  14. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  15. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  16. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  17. Гүзәл Ситдиҡова.Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым: шиғри әкиәт, мәҡәлдәр донъяһы, яҙмышнамә. — Өфө: Китап, 2002. — 240 б.
  18. Инзер http://nasledie-sela.ru/places/BAK/1479/11827/ 2018 йыл 6 июнь архивланған..
  19. Башҡорт энциклопедияһы — Качалкова Ольга Александровна 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 31 май 2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә