Илек ятҡылығы (рус. Илецкое месторождение) —Рәсәй тоҙ ятҡылығы. Ырымбур өлкәһендәге Соль-Илецк ҡалаһы янында урынлашҡан

Илек ятҡылығы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Илек ятҡылығы аҫтан тоҙ ҡатламы ҡыҫырыҡлап күтәргән тоҙ көмбәҙе булып тора. Тоҙ көмбәҙе Илек йылғаһының үрге террасаһында урынлашҡан. Йылға тоҙ көмбәҙенән 5-7 саҡрым йыраҡлыҡта аға. Тигеҙ дала рельефында көмбәҙ тик кепрок ҡалдығы Гипс тауы менән генә айырылып тора — ул көмбәҙҙең таш ҡалпағы рәүешле күренә.

Тикшеренеүҙәр тоҙ көмбәҙенең ярайһы яңы барлыҡҡа килеүен күрһәткән (плиоцендан да иртәрәк түгел, ә бәлки Дүртенсел осор ваҡытындалыр).

Горизонталь киҫелешендә тоҙ есеме үҙенең рәүеше менән эллипсҡа яҡын, геология разведкаһы мәғлүмәттәре буйынса 160 м горизонтта — оҙон күсәре буйынса 1850 м, ҡыҫҡаһы буйынса — 825 м, 215 м горизонтта — оҙон күсәре буйынса 1920 м, ҡыҫҡаһы буйынса — 840 м. Тәрәнлеге 600 м тиклем төшкәндә төп тоҙ ятҡылыҡтары майҙанының күләме 2150 м х 880 м-ға тиклем арта. 2-2,5 км2 майҙанлы һөҙәк көмбәҙ сиктәре кинәт кенә текә ярлау булып төшөп китә. Геофизик мәғлүмәттәр буйынса көмбәҙ кәмендә 1000—1200 м тәрәнлеккә етә[1].

Тоҙҙо 280—330 м тәрәнлектә камера системаһының ер аҫты ысулы менән эшкәртеп сығаралар. Тоҙҙо тау эшкәртеү комбайндарын ҡулланып ваҡлап сығаралар. Өҫкә сығарыу өсөн үҙ йөрөшлө вагондар һәм конвейерҙар ҡулланыла.

Илектәге тоҙ ятҡылығының юғары сифатлылығы сәбәпле өҫтәмә байытыу талап итмәй, шуға күрә уны эшкәртеү вальцевка станоктарында ваҡлауҙан һәм иләктәрҙә фракциялар буйынса айырыуға ҡайтып ҡала. Йод дефицитлы сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында тоҙҙоң бер өлөшө йодат менән байытыла һәм әҙер, сортланған тоҙ төрөлөп, ҡулланыусыларға ебәрелә.

Юғары сифаттарға эйә Илек тоҙонда минераль матдәләр бик күп.

Илек тоҙо тураһында тәүге мәғлүмәт XVI быуатҡа, Рус дәүләтенең «Книга Большого Чертежу» картаһын төҙөү ваҡытына ҡарай. Илек тоҙо тураһында телгә алыуҙы шулай уҡ Рәсәй Закондарының Тулы йыйынтығында ла (1723 йыл) осратырға мөмкин.

1744 йылда батша указы менән Ырымбур губернаһы ойошторола. Губернатор И.И. Неплюев Илек ятҡылыҡтарын тикшерергә бойороҡ биргән. Майор Кублицкий ентекле тикшереү үткәрелә, 53 урында ике метр самаһы тәрәнлектә тоҙ ятҡылыҡтарын асыҡлай. Тиҙҙән Ырымбурҙа тоҙ идараһы асыла.

1746 йылдың 4 мартында Ырымбур губернаторы И. И. Неплюев Хөкүмәт сенатынан Илек промыслаһын дәүләт ҡарамағына алырға һорай, һәм 1753 йылдың 7 майында ғына Илек тоҙо ятҡылығы ҡаҙна милке тип иғлан ителә.

Күсмәндәр һөжүменән һаҡланыу өсөн киләһе йылына Илек нығытмаһы төҙөйҙәр (хәҙерге Соль-Илецк ҡалаһы). Ошо уҡ 1754 йылда М. В. Ломоносов Илек тоҙона тикшеренеүҙәр үткәреп, һығымталар яҙа һәм Илек тоҙона бик юғары баһа бирә [2]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Илек атамаһы буйынса бер нисә фекер бар. Дөрөҫлөккә иң яҡыны — башҡорт телендәге илек (ҡыр кәзәһе)[3] һүҙенән булыуы; татарса илик, ҡырғыҙса һәм сығатайса елик — «илек». Башҡортостанда илек һүҙе менән яһалған гидронимдар ҙа (Йүрүҙән ҡушылдығы), ауылдар ҙа, оронимдар ҙа бар[4].

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

1964 йылда тоҙҙо 280 метр тәрәнлектән сығара башлайҙар. Бер йыл эсендә үк шахтаһы 235 мең тонна тоҙ сығара, ә 1970 йылда уның етештереүсәнлеге 600 мең тоннаға етә.

2004 йылда 330 метр тәрәнлектә ҡаҙыу эштәре башлана, унда 20 миллион тонна запас булыуы күҙҙә тотола.

Хәҙерге ваҡытта был ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү 2-се рудник тарафынан алып барыла, тоҙ сығарыу ҡеүәте йылына 1 250 000 тонна тәшкил итә. Тикшерелгән баланс запастары — 568 406 000 тонна тоҙ. 2010 йылдан алып тоҙ сығарыуҙы «Илецксоль» ААЙ-ы вариҫы «Руссоль» ЯСЙ-һы алып бара

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Дзенс-Литовский А.И. Соляной карст СССР. — Ленинград: Недра, 1966.
  2. «Илецкая натуральная соль всех прочих солей тверже, и будучи истолчена, получает очень белый цвет, и с воздуха в себя влажность отнюдь не принимает. Она имеет сильную алкическую материю, которая есть основание и твердость материи соли. Для таких свойств надобно сию соль в твёрдости, силе и споризне предпочитать другим солям.»- М.В. Ломоносов
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 373-сө бит
  4. С. М. Стрельников. Географические название Оренбургской области. — Кувандык: Изд. С. М. Стрельникова, 2002. — С. 55—56.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Официальный сайт ООО «Руссоль» 2021 йыл 7 март архивланған. История разработки Илецкого месторождения