Илек (Яйыҡ ҡушылдығы)

Илек (ҡаҙ. Елек) — Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһе һәм Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһе аша аҡҡан йылға. Яйыҡ йылғаһының иң ҙур һул ҡушылдығы. Уртаса ҡулланылған һыу күләме — 21 м³/с.[1]..

Илек
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Яйыҡ
Ҡушылдыҡ Хобда (Илек ҡушылдығы), Ҡаработаҡ, Каргалы (приток Илека)[d], Сазды[d], Курала[d] һәм Елшанка[d]
Илдәрҙә объекттың бассейны Ҡаҙағстан һәм Рәсәй
Һыу сығымы 39,8 м³/с
Бассейн майҙаны 41 300 км²
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Ҡаҙағстан
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Аҡтүбә өлкәһе[d] һәм Ырымбур өлкәһе
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 60 метр
Оҙонлоҡ 623 km
Ошо юлдың картаһы
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Илека (притока Урала)[d]
Карта
 Илек Викимилектә

Гидрология үҙгәртергә

Инеше Ҡаҙағстандағы Муғалжар тауының төньяҡ-көнбайыш итәгендә (Бестобе (Биштүбә) һырты). Оҙонлоғо — 623 км, ҡушылдыҡтары менән бергә 699 км,[1], бассейн майҙаны 41,3 мең км².

Илек киң үҙәнле, һыубаҫар ерҙәрҙән өҫтәрәк ике террасаһы бар. Йырҙаһы текә ярлы, үрге ағымы киңлегендә 20-30 м, урта ағымында (Аҡтүбә янында) 150—170 м;үрге ағымында йылға үҙәне киңлеге 500 м, тамағында 3-4 км. Яр буйы туғайҙарында күп һанлы ҡылымыҡтар һәм иҫке үҙәндән күл хасил булып тороп ҡалған һыу ятҡылыҡтары.

Ҡар һәм ер аҫты һыуҙары иҫәбенә туҡлана. Йыллыҡ аҡманың күпселек өлөшө яҙғы осорға тура килә. 75 ҡушылдығы бар; уларҙың иң эреләре: Хобда, Күктүбә, Табантал, Ҡарғалы, Сазды (Һаҙлы). Байтаҡ башҡа ҡушылдыҡтары Рәсәй территорияһында : Ветлянка, Оло Песчанка, Карабутак. Туң осоро — ноябрҙән апрелгә тиклем.

Географияһы үҙгәртергә

Илек буйында Ҡандыаағас, Алға, Актүбә, Соль-Илецк (Тоҙтүбә) ҡалалары урынлашҡан. Йылғаның түбәнге ағымы буйынса дәүләт сиге үтә. Яйыҡҡа ҡушылған ерендә — Илек ауылы (элекке Илецк ҡаласығы). Илек йылғаһының һул ярында Танаберген II бронза дәүерендәге һынташты мәҙәниәте ҡурған ҡәберлектәре[2].

Илектә йәйен, һаҙан, алабуға, суртан һәм башҡа балыҡтар тереклек итә. Сәнәғәт предприятиеларын һыу менән тәьмин итеү, ауыл хужалығы ерҙәрен һуғарыу өсөн ҡулланыла.

Этимология үҙгәртергә

Атамаһы буйынса бер нисә фаразы бар. Иң ышаныслыһы — башҡорт телендәге илек (ҡыр кәзәһе)[3] һүҙенән булыуы; татарса илик, ҡырғыҙса һәм сығатайса елик — «илек». Башҡортостанда был һүҙ менән яһалған гидронимдар ҙа (Йүрүҙән ҡушылдығы), ауылдар ҙа, оронимдар ҙа бар[4].

Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 КНЭ
  2. Ткачев В. В. Степи Южного Приуралья и Западного Казахстана на рубеже эпох средней и поздней бронзы. Актобе, 2007.
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 373-сө бит
  4. С. М. Стрельников. Географические название Оренбургской области. — Кувандык: Изд. С. М. Стрельникова, 2002. — С. 55—56.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Чибилёв А. А. Природа Оренбургской области. (Часть I. Физико-географический и историко-географический очерк). Оренбургский филиал Русского географического общества. Оренбург, 1995.
  • Стрельников С. М. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — 2-е изд., дополненное и исправл. — Кувандык, Изд-во С. М. Стрельникова, 2002.
  • Елек // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.

Һылтанмалар үҙгәртергә