Беренсе совет-фин һуғышы
Беренсе совет-фин һуғышы — Совет Рәсәйе территорияһында аҡ фин ғәскәрҙәре һәм РККА частары араһындағы хәрби ғәмәлдәр (1918 март — октябрь 1920).
Беренсе совет-фин һуғышы | |
Урын | Олонец өйәҙе[d] |
---|---|
Башланыу датаһы | 15 май 1918 һәм март 1918 |
Тамамланыу датаһы | 14 октябрь 1920 |
Причина окончания | РСФСР һәм Финляндия араһындағы Тарту солох килешеүе |
Ҡатнашыусылар | Финляндия һәм РСФСР |
1918 йылдың мартынан алып, Финляндиялағы Граждандар һуғышы барышында, дошманды (фин "ҡыҙыл"дарын) эҙәрлекләү барышында Совет Рәсәйенә Финляндия буржуаз хөкүмәте тарафынан 1918 йылдың 15 майында, Финляндия Социалистик Совет Эшселәр Республикаһы тар-мар ителгәндән һуң, иғлан ителә[1]. Беренсе совет-фин һуғышы Рәсәйҙәге граждандар һуғышының һәм Рәсәй төньяғындағы Сит ил хәрби интервенцияһының бер өлөшө тип ҡарала.
1920 йылдың 14 октябрендә РСФСР һәм Финляндия араһындағы Тарту солох килешеүе менән тамамлана, уға ярашлы Совет Рәсәйенә бер нисә территориаль ташлама яһала.
Башы
үҙгәртергәПетроградта 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Рәсәйҙең бөтә эре ҡалаларында большевиктар власты үҙ ҡулына ала. Шул уҡ ваҡытта бөтә ил буйлап большевиктарға ҡаршы көстәрҙең берләшеү үҙәктәре булдырыла. Рәсәйҙә Граждандар һуғышы башлана.
Рәсәй самодержавиеһынның ҡолатылыуы һәм 1917 йылғы Октябрь революцияһы 1917 йылдың 6 декабрендә фин Сенатына бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итергә мөмкинлек бирә. 1917 йылдың 18 (31) декабрендә Финляндия Республикаһының үҙаллылығы Халыҡ Комиссарҙары Советы тарафынан таныла. Финляндия, үҙ сиратында,большевиктар хөкүмәтен таный. Ошо уҡ ваҡытта илдә тәртипһеҙлек осраҡтары арта бара, «ҡыҙылдар» һәм «аҡтар» араһында көрәш көсәйә һәм 1918 йылдың ғинуарына ҡарата граждандар һуғышы башлана. Аҡ фин отрядтары илдең төньяҡ һәм үҙәк өлөштәрен үҙ контроле аҫтында тоталар, элекке рус император армияһының большевизацияланған частары тупланған көньяҡ өлөшөн фин Ҡыҙыл гвардия отрядтары яулап ала.
Сәбәптәре
үҙгәртергәБольшевиктарҙың власҡа килеүе Рәсәй ауылдарында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Крәҫтиәндәр ниндәй булһа ла сәйәси һәм иҡтисади хоҡуҡтарҙан мәхрүм ителә, икмәк һатыуы тыйыла, һәм уны көс менән тартып ала башлайҙар. бер ҡасан да крепостнойлыҡ хоҡуғын белмәгән Карелия райондары Продотрядтар һәм Комбедтар менән таныша. Урындағы крәстиәндәрҙең күпселек өлөшө кулак — «саботажсы» төшөнсәһенә тура киләгнгә килә, уларға бик ҡаты саралар ҡулланыла, уларҙың малы һәм игене тартып алына. Рәсәйҙән бик ҙур территорияларҙы тартып алыу Совет власының көсһөҙлөгөн күрһәтә һәм 1918 йылғы Брест килешеүе төрлө социаль төркөмдәренең ризаһыҙлығын тыуҙыра.
Ярославль, Ижевск-Воткинск, Тамбов ихтилалдары тоҡана, хатта ҡайһы бер бойондороҡһоҙ территориялар иғлан ителә. Ихтилалсылар күрше Финляндиянан ярҙам көтәләр, сөнки уларҙы уртаҡ тел һәи тарихи ваҡиғалар бәйләй. Тәүге уңыштарҙан һуң аҡтар Финляндияла күпкә өмөт итәләр. Совет рәсәйе аҡ армиялары ҡамауында ҡала һәм Германияға ҡаршы тора алмай. Польша, Литва, Латвия, Эстония кеүек илдәрҙең большевиктарға ҡаршы уңышлы көрәше уларҙы илһамландыра. Бөйөк Финляндия идеяһы ныҡлап таралыу таба. Фин тикшеренеүсеһе Тойво Нигорда фекеренсә, генерал Маннергейм тарихҡа большевиктарҙан азат итеүсе тип инергә мөмкинлеге була. Ваҡиғаларҙы ике этапҡа бүлеп була. Беренсеһе: большевиктар менән интернациональ көрәш, ул аҡтарҙың еңеүенә бәйләнә. Икенсе этап сит ил ярҙамына таяна. Оккупация һәм азат итеү төшөнсәләре ул ваҡытта етди ҡаралмай. Совет тарихнамәһендә һуғыштың территориаль һәм хәрби аспекттары ғына күҙ уңында тотола. Шул уҡ ваҡытта 30 000 кешенең Финляндияға күсеп китеүе халыҡтың советлашыуға ҡарата мөнәсәбәтен асыҡ күрһәтә[2].
1918 йыл
үҙгәртергә1918 йылдың 23 февралендә фин армиһыя генералы Карл Густав Маннергейм Лениндың аҙаҡҡы һуғышсыһы Финляндиянан һәм Көнсығыш Карелиянан ҡыуылмайынса «ҡылысын ҡынға тыҡмаясаҡ», тип белдерә[3]. шулай ҙа Финляндия яғынан рәсми рәүештә һуғыш иғлан ителмәй[4]. Генерал Маннергеймдың «элекке Рәсәй» ҡотҡарыусыһы булырға теләүе Финляндияла кире тәьҫир яһай[5]. Башҡа аҡ хәрәкәте лидерҙары Финляндияның бойондороҡһоҙлоғон танырға теләмәйҙәр.
27 февралдә Финляндия хөкүмәте Германияға мөрәжәғәт итә һәм Рәсәйҙән Финляндияға Көнсығыш Карелияны ҡушыу буйынса килешеү талап итеүен үтенә. Финдар тәҡдим иткән Рәсәй сиге Ладога күленең Көнсығыш яры — Онега күле — Аҡ диңгеҙ һыҙаты буйынса үтергә тейеш була.
Март башына ҡарата Маннергейм ставкаһында «Көнсығыш Карелияла милли ихтилалдар» ойоштороу планы әҙерләнә һәм ихтилал нөктәләрен булдырыу өсөн махсус рәүештә фин инструкторҙары бүленәref>Кирьяж</ref>.
1918 йылдың 3 мартында Совет Рәсәйе һәм Дүртәү союзы илдәре (Германия, Австро-Венгрия, Төркиә, Болгария) араһында Брест килешеүенә ҡул ҡуйыла. Рәсәй гарнизондары Финляндиянан сығарыла. Ҡыҙыл финдар еңелә һәм Карелияла йәшенә.
6—7 мартта Финляндия хөкүмәте башлығы регент Пер Эвинд Свинхувудтың рәсми белдереүе барлыҡҡа килә — әлеге документта Финляндия Совет Рәсәйе менән килешеүгә әҙер тип белдерелә, әммә Финляндияға Көнсығыш карелия, мурманск тимер юлының бер өлөшө һәм Колск ярымутрауы тулыһынса ҡалдырылырға тейеш була.
7-8 мартта Германия императоры Вильгельм II финдарҙың мөрәжәғәтенә кире яуап бирә: фин мәнфәғәттәре өсөн ул Совет хөкүмәте менән һуғыш алып бармаясаҡ һәм Финляндияның хәрби ғәмәлдәрен хупламаясаҡ.
7 мартта фин премьер-министры Көнсығыш Карелияға һәм Кольск ярымутраыуна дәғүәләр белдерә, ә 15 мартта фин генералы Маннергейм «Валлениус планын» раҫлай, уға ярашлы Элекке Рәсәй империяһының бер өлөшөн Петсамо (Печенга) — Кольск ярымутрауы — Аҡ диңгеҙ — Онега күле — Свирь йылғаһы — Ладога күле һыҙатына тиклем тартып алырға ниәт ителә[6].
1918 йылдың май уртаһына аҡ финдар элекке Бөйөк Финляндия кенәзлеге территорияһын үҙ контроле аҫтына алалар һәм Көнсығыш Карелия һәм Кольск ярымутрауын баҫып алыу өсөн хәрби операциялар әҙерләйҙәр.
Май айында генерал Маннергейм ставкаһы фин хөкүмәтенең РСФСР-ға ҡаршы һуғыш иғлан итеүе тураһында ҡарарын баҫтырып сығара һәм Петроградҡа һөжүм итергә әҙерләнә башлай[7], әммә был планды германдар хупламай.
Германия менән һуғыш хәлендә булған Антанта илдәре, немец ғәскәрҙәренең Финляндияла урынлашыуы һәм Гельсингфорсты яулап алыуы, бик ныҡ хафаға һала. 1918 йылдың мартынан башлап Мурманскиҙа большевиктар хөкүмәте менән килешеүгә ярашлы герман-фин ғәскәрҙәре һөжүменән Мурманскиҙы яҡлау маҡсатында Антанта ғәскәрҙәре төшөрөлә. Көнсығышҡа табан сигенгән ҡыҙыл финдарҙан британдар Оскари Токой етәкселегендәге Мурманск легионын ойошторалар, әлеге легион немецтар менән бәйләнештә булған финдарға ҡаршы ғәмәлдәр өсөн булдырыла.
15 октябрь, 1918 йылдың 15 октябрендә финдар Көнсығыш карелиялағы Реболь улусын яулайҙар.
1918 йылдың ноябрендә Германия капитуляция иғлан итә һәм ғәскәрҙәрен элекке Рәсәй империя территорияһынан сығара башлай. 1918 йылдың 30 декабрендә фин ғәскәрҙәре генерал Ветцер етәкселегендә Эстонияға төшөрөлә һәм унда эстон хөкүмәтенә большевиктар менән көрәштә ярҙам итәләр.
1919 йыл
үҙгәртергә1919 йылдың ғинуарында финдар Повонец өйәҙенең Поросорез улусын биләйҙәр.
21-22 апрелдә Олонец ирекле армия Финляндия территорияһынан Көнсығыш Карелияла Олонец йүнәлешендә көслө һөжүм башлай.
21 апрелдә ирекмәндәр — Видлицан, 23 апрелдә — Тулоксты, шул уҡ көндө кис — Олонец ҡалаһын баҫып алалар, 24 апрелдә Вешкелицаны биләйҙәр, 25 апрелдә Пряжға яҡынлашалар һәм Петрозаводскиға туранан-тура янай башлайҙар. Бер үк ваҡытта төньяҡтан Петрозаводскиға Британия, Канада һәм аҡгвардеецтар ғәскәрҙәре янай. Апрель аҙағында Ҡыҙыл Армия Петрозаводск ҡалаһына һөжүмде туҡтатыуға өлгәшә.
Май һәм июнь айҙарында Ҡыҙыл Армия отрядтары Ладога күленең көнсығыш һәм төньяҡ ярҙарында фин ирекмәндәренең һөжүмен тотҡарлайҙар. 1919 йылдың май-июнендә фин ирекмәндәре Свирь аша сығалар.
1919 йылдың июнь аҙағында Ҡыҙыл Армия Видлица йүнәлешендә һәм 1919 йылдың 8 июлендә Олонец участкаһында контрһөжүм башлай. Фин ирекмәндәре сик буйынан ситкә алып ташлана.
1920 йылдың 18 майында Ҡыҙыл Армия частары фин хөкүмәте ярҙамын алған Төньяҡ Карелия дәүләтен юҡҡа сығара. 1920 йылдың июлендә генә финдарҙы көнсығыш Карелия территорияһынан ҡыуып сығаралар. Фин ғәскәрҙәре тик Реболь һәм Поросозер улустарында ҡалалар.
1920 йылда Тарту солох килешеүенә ярашлы Совет Рәсәйе территориаль ташламаларға бара — бойондороҡһоҙ Финляндия Заполярьела Печенга өлкәһен, Рыбачий ярымутрауының көнбайыш өлөшөн һәм Урта ярымутрауының күпселек өлөшөн ала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Гражданская война в Финляндии и германская интервенция 1918 г. Хронос
- ↑ Toivo Nygård. Itä-Karjalasta Suomeen 1917—1922 tulleet pakolaiset, Suomen Sukututkimusseura www.genealogia.fi. Luettu 8.11. 2006 (фин.)
- ↑ Текст приказа от 1918 года в финской Викитеке
- ↑ «Suomi kautta aikojen» 1992. s.40 ISBN 951-8933-60-X
- ↑ «Suomi kautta aikojen» 1992. s.40 ISBN 951-8933-60-X
- ↑ Похлёбкин В. В. — Внешняя политика Руси, России и СССР за 1000 лет в именах, датах, фактах: Вып. II. Войны и мирные договоры. Кн.3: Европа в 1-й половине XX в. Справочник. М., 1999. С. 140.
- ↑ Маннергейм — русский генерал, финский маршал 2007 йыл 18 август архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ališauskas, Kazys (1953–1966), "Lietuvos kariuomenė (1918–1944)", «Lietuvių enciklopedija», vol. XV, Boston, Massachusetts: Lietuvių enciklopedijos leidykla, LCC 55020366 (лит.)
- Blaževičius, Kazys (2004), "«Lietuvos laisvės kovos 1919-1923 metais»", XXI amžius Т. 88 (1291), <http://www.xxiamzius.lt/numeriai/2004/11/24/isving_01.html> (лит.)
- Čekutis, Ričardas (2007), «Laisvės kryžkelės. 1918–1920 m. laisvės kovos», Bernardinai.lt, <http://www.bernardinai.lt/index.php?url=articles/57787>. Проверено 25 август 2008. (лит.)
- Čepėnas, Pranas (1986), «Naujųjų laikų Lietuvos istorija», vol. II, Chicago: Dr. Griniaus fondas, ISBN 5-89957-012-1 (лит.)
- Davies, Norman (1998), «Europe: A History», HarperPerennial, ISBN 0-06-097468-0
- Davies, Norman (1982), «God's Playground: A History of Poland», vol. II, Columbia University Press, ISBN 0-231-05353-3, <https://books.google.com/?id=8ODKUkNYqxsC&pg=PA506>
- Eidintas, Alfonsas (1999), «Lithuania in European Politics: The Years of the First Republic, 1918–1940» (Paperback ed.), New York: St. Martin's Press, ISBN 0-312-22458-3, <https://books.google.com/?id=0_i8yez8udgC&pg=PA33>
- Jēkabsons, Ēriks (2006), "«Lietuvos kariuomenė Ilūkstės apskrityje 1919–1920 metais»", Karo archyvas Т. XXI, ISSN 1392-6489, <http://vddb-dt.library.lt/fedora/get/LT-eLABa-0001:J.04~2006~ISSN_1392-6489.V_21.PG_41-66/DS.002.0.01.ARTIC>
- Kamuntavičius, Rūstis (2001), «Lietuvos istorija 11–12 klasėms», Vilnius: Vaga, ISBN 5-415-01502-7 (лит.)
- Lane, Thomas (2001), «Lithuania: Stepping Westward», Routledge, ISBN 0-415-26731-5, <https://books.google.com/?id=fecMC0LXU-sC&pg=PA7> (лит.)
- Langstrom, Tarja (2003), «Transformation in Russia and International Law», Martinus Nijhoff Publishers, ISBN 90-04-13754-8, <https://books.google.com/?id=_Y1ITouKQooC&pg=PA52>
- Lesčius, Vytautas (2004), «Lietuvos kariuomenė nepriklausomybės kovose 1918–1920», Lietuvos kariuomenės istorija, Vilnius: General Jonas Žemaitis Military Academy of Lithuania, ISBN 9955-423-23-4, <http://www.kam.lt/EasyAdmin/sys/files/LIETUVOS_KARIUOMENE_1.pdf> (лит.)
- Łossowski, Piotr (1966), «Stosunki polsko-litewskie w latach 1918–1920», Warsaw: Książka i Wiedza, OCLC 9200888 (пол.)
- MacQueen, Michael (1998), "«The Context of Mass Destruction: Agents and Prerequisites of the Holocaust in Lithuania»", Holocaust and Genocide Studies Т. 12 (1), doi:10.1093/hgs/12.1.27, <http://hgs.oxfordjournals.org/cgi/content/abstract/12/1/27>
- Raštikis, Stasys (1973), "«Kovos dėl Lietuvos nepriklausomybės 1918–1919»", Aidai Т. 2, ISSN 0002-208X, <http://aidai.us/index.php?option=com_content&task=view&id=843&Itemid=124> (лит.)
- Rauch, Georg von (1970), «The Baltic States: The Years of Independence», University of California Press, ISBN 0-520-02600-4
- Senn, Alfred Erich (1962), "«The Formation of the Lithuanian Foreign Office, 1918–1921»", Slavic Review Т. 3 (21), ISSN 0037-6779, DOI 10.2307/3000451
- Skirius, Juozas (2002a), "Lietuvos–Rusijos Sovietų Federacinės Socialistinės Respublikos taikos sutartis", «Gimtoji istorija. Nuo 7 iki 12 klasės», Vilnius: Elektroninės leidybos namai, ISBN 9986-9216-9-4, <http://mkp.emokykla.lt/gimtoji/?id=1018>. Проверено 30 март 2008. 2008 йыл 3 март архивланған. (лит.)
- Skirius, Juozas (2002b), "Nepriklausomybės kovos 1918–1920 metais", «Gimtoji istorija. Nuo 7 iki 12 klasės», Vilnius: Elektroninės leidybos namai, ISBN 9986-9216-9-4, <http://mkp.emokykla.lt/gimtoji/?id=1017>. Проверено 26 август 2008. 2008 йыл 3 март архивланған. (лит.)
- Snyder, Timothy (2004), «The Reconstruction of Nations: Poland, Ukraine, Lithuania, Belarus, 1569–1999», Yale University Press, ISBN 0-300-10586-X, <https://books.google.com/?id=xSpEynLxJ1MC&pg=PA63>
- Truska, Liudas (1995), Antanas Drilinga, ed., «Lietuvos Respublikos prezidentai», Vilnius: Valstybės leidybos centras, ISBN 9986-09-055-5 (лит.)
- White, James D. (1994), "«National Communism and World Revolution: The Political Consequences of German Military Withdrawal from the Baltic Area in 1918–19»", Europe–Asia Studies Т. 8 (46), ISSN 0966-8136
Һылтанмалар
үҙгәртергә- За Советскую Карелию, 1918—1920: воспоминания о гражданской войне / сб., ред. В. И. Мазешерский. Петрозаводск, Карельское кн. изд-во, 1963—535 стр.
- Карелия в период гражданской войны и иностранной интервенции 1918—1920. Сб., документы и материалы / ред. д.ист. н. Я. А. Балагуров, В. И. Мазешерский. Петрозаводск, Карельское кн. изд-во, 1964—648 стр.
- Егоров Ф. И. Разгром белофинской авантюры в Карелии в 1919 г. — Петрозаводск, Госиздат КФССР, 1952. — 83 с. с илл.; 1 л. карт.
- Похлебкин В. В. Война, которой не было.
- Первая советско-финская война