Икенсе донъя һуғышында нацизмды еңеү көнө

Украинала дәүләт байрамы һәм ял көнө

Икенсе донъя һуғышында нацизмды еңеү көнө (укр. День перемоги над нацизмом у Другій світовій війні) — Украинала дәүләт байрамы һәм ял көнө, 2016 йылдан башлап 9 майҙа билдәләнә. Был иҫтәлекле көн совет осорондағы Еңеү көнөн алмаштыра[1].

Икенсе донъя һуғышында нацизмды еңеү көнө
Нигеҙләү датаһы 24 март 2015
Рәсем
Дәүләт  Украина
Йылдың көнө 9 май
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 12 июнь 2023
 Икенсе донъя һуғышында нацизмды еңеү көнө Викимилектә

8 мая 2023 года Владимир Зеленский подписал указ, согласно которому 9 мая на Украине отмечают День Европы,[2][3][4] и внес в Верховную раду законопроект об установлении 8 мая — Дня памяти и победы над нацизмом во Второй мировой войне в качестве выходного дня вместо Дня победы над нацизмом во Второй мировой войне 9 мая.[5][6] 29 мая 2023 года Верховная Рада сделала День памяти и победы над нацизмом во Второй мировой войне 1939 – 1945 годов 8 мая государственным праздником, отменив День победы над нацизмом во Второй мировой войне 9 мая.[7]

Байрам тарихы

үҙгәртергә

2015 йылдың 24 мартында Украина Президенты Пётр Порошенко «2015 йылда Европала нацизмды Еңеүҙең 70 йыллығын һәм Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙың 70 йыллығын байрам итеү саралары тураһында» 169-сы указы менән 8 һәм 9 майҙа Еңеүҙең 70 йыллығына арналған саралар үткәрелеүен нығыта[8][9]. Порошенко фекеренсә, «уның 8 майҙа һәм 9 майҙа Европала нацизмды Еңеүҙең 70 йыллығын, Хәтер һәм татыулашыу көнөн, шулай уҡ Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы указы илде берләштереү маҡсатын ҡуя»[10].

«1939—1945 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышында нацизмды еңеүҙе мәңгеләштереү тураһында»ғы 2539-сы закон проекты Украина Юғары Радаһы тарафынан 2015 йылдың 9 апрелендә декоммунизация тураһындағы закон проекттары пакеты буйынса тауыш биреү сиктәрендә ҡабул ителә[11]; шул уҡ йылдың 21 майында көсөнә инә[12].

Байрам итеү

үҙгәртергә

Украина милли хәтер институты методик материалдар баҫтырып сығара һәм яңы байрамды үҙгәртелгән «форматта» билдәләргә тәҡдим итә[13]. 2015 йылдың 9 майына закон «1939—1945 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышында нацизмды еңеүҙе мәңгеләштереү тураһында»ғы закон рәсми көсөнә инеп өлгөрмәһә лә, Украинала байрамды яңыса, рәсми кимәлдә Еңеү көнөнән айырмалы итеп билдәләйҙәр. Был көндө Ҡыҙыл армияның билдәһеҙ һалдаттары һәйкәленә сәскәләр һалына, Киевта Украина, Эстония, Литва, Польша, Сербиянан хәрби тынлы оркестрҙар ҡатнашлығында тыныслыҡ маршы үтә. Тәүҙә Украина Президенты Пётр Порошенко алдында курсанттар ант бирә[14][15].

Иҫтәлекле датаға ҡарата Украина Президенты үҙенең приказы менән дәүләт наградаһын — «Нацизмды еңеүҙең 70 йыллығы» юбилей миҙалын булдыра[16][17].

Иҫтәлекле көндәрҙән байтаҡ алда Украина милли хәтер институты 2016 йылда байрам Икенсе донъя һуғышындағы ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышына арналасағын иғлан итә[18][19].

2017 йылда Днепр ҡалаһында 9 майҙы байрам иткәндә «Оппозиция блогы» менән АТО ветерандары араһында күмәк һуғыш ҡуба, уға полиция ҡыҫыла[20][21].

Бынан тыш, күп кенә ҙур ҡалаларҙа Еңеү көнөн байрам иткәндәгесә «Үлемһеҙ полк» үтә, уларҙа ҡатнашыусылар милләтсе ойошмалар вәкилдәре менән бәрелешә[22]. Киевта милләтселәр был акцияны үткәреүгә ҡаршы төшөргә тырыша. Рәсәй яҡлы һәм Украина яҡлы демонстранттарҙың бәрелештәре Запорожье, Харьков, Одессала ла урын ала[22].

Еңеү көнөнән айырмаһы

үҙгәртергә

Декоммунизация тураһындағы закон проекттары пакетын ҡабул итеү менән Украинаның «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе мәңгеләштереү тураһында»ғы Законы юҡҡа сығарыла[23]. Ҡануниәтте үҙгәртеүгә ярашлы, яңы байрам совет символикаһын һәм «Бөйөк Ватан һуғышы» терминын ҡулланмайынса билдәләнә. Совет символикаһын ҡулланған өсөн 2015 йылдан башлап енәйәт яуаплылығы ҡарала[24][25][26]. Байрамдың яңырыуы иғтибарҙы хәрби хәрәкәттәр тарихынан айырым кешеләрҙең тарихтарына күсереүҙе, байрам итеүҙән баш тартып, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүгә өҫтөнлөк биреүҙе күҙҙә тота[13].

Украина милли хәтер институты билдәләгәненсә, Хәтер һәм татыулашыу көнө менән Икенсе донъя һуғышында нацизмды Еңеү көнөн байрам итеүҙең мәғәнәһе үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала:[27]

  • Икенсе донъя һуғышы ваҡиғаларының мәғәнәһенә төшөнөү, тарихи совет мифтарын емереү, үткәндәрҙең ҡатмарлы биттәренә ҡағылышлы ғәҙел һөйләшеү алып барыу;
  • нацизм менән көрәшкән һәр кемде бер тигеҙ хөрмәтләү, бөтә Берләшкән Милләттәрҙең, дәүләттәрҙең дә, дәүләтселеге булмаған халыҡтарҙың да (йәһүдтәр, украиндар һ. б.) берҙәмлеген һәм хәрби туғанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алыу;
  • иғтибарҙы хәрби хәрәкәттәр тарихынан айырым кешеләрҙең тарихтарына күсереү, байрам итеүҙән баш тартып, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүгә өҫтөнлөк биреү.

Символика

үҙгәртергә

Икенсе донъя һуғышында нацизмды Еңеү көнөн, шулай уҡ Хәтер һәм татыулашыу көнөн байрам итеүҙең рәсми символы тип ҡыҙыл мәк сәскәһе һанала, ул иҫтәлекле Икенсе донъя һуғышы көндәрен байрам итеүҙең дөйөм ҡабул ителгән символы булып тора. Украинала Харьков дизайнеры Сергей Мишакин стилләштереп төшөргән рәүештә ҡулланыла. Иҫтәлекле көндәрҙең икеһенең дә лозунгыһы — «„1939—1945. Хәтерләйбеҙ. Еңәбеҙ“».

Иҫтәлекле наградалары

үҙгәртергә
 
Медаль «70 лет освобождения Украины от фашистских захватчиков»
«Украинаны фашист илбаҫарҙарынан ҡотҡарыуҙың 70йыллығы» миҙалы

Хата: рәсем асылмай йәки юҡ.

«Нацизмды еңеүҙең 70 йыллығы» юбилей миҙалы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Верховная Рада установила 8 мая Днем памяти и примирения 2015 йыл 5 май архивланған. // Однако.su, 09.04.2015
  2. Україна щорічно 9 травня відзначатиме День Європи - указ президента (укр.). www.eurointegration.com.ua. Дата обращения: 8 май 2023.
  3. Zelensky Makes Pointed Putin Move Ahead of Russia's Victory Day Parade (билдәһеҙ). MSN. Дата обращения: 8 май 2023.
  4. President’s Decree declares May 9 as Europe Day in Ukraine (ингл.). www.ukrinform.net. Дата обращения: 8 май 2023.
  5. 9 травня в Україні відзначатимуть День Європи, 8 травня - День пам'яті та перемоги над нацизмом у Другій світовій війні - Зеленський (укр.). Інтерфакс-Україна. Дата обращения: 8 май 2023.
  6. Service, RFE/RL's Ukrainian. Zelenskiy Declares May 9 'Europe Day' Ahead Of Russia's World War II Anniversary. 8 май 2023 тикшерелгән.
  7. День памяти и победы над нацизмом сделали официальным выходным. espreso.tv. Дата обращения: 29 май 2023.
  8. Порошенко утвердил День памяти и примирения 8 мая // BBC Украина, 24.03.2015
  9. Сегодня День памяти жертв Второй мировой войны // Деловая столица, 8.05.2015
  10. Порошенко объяснил, зачем постановил отмечать 8 мая и 9 мая 2015 йыл 18 май архивланған. // Независимое бюро новостей, 28.03.2015
  11. Рада установила 8 мая Днем памяти и примирения // Корреспондент.net, 09.04.2015
  12. Закон України «Про увічнення перемоги над нацизмом у Другій світовій війні 1939—1945 років»//Голос України: газета Верховної Ради України. — 2015. — № 87 (20 травня).
  13. 13,0 13,1 День Перемоги в Україні відзначають за новою традицією. ОГО. 09.05.2015
  14. Наша страна отмечает День Победы над нацизмом во Второй мировой войне. Зеркало недели. 09.05.2015
  15. Як Україна відзначає 70-річчя перемоги над нацизмом. Марафон. Эспрессо TV. 09.05.2015
  16. ​Порошенко учредил юбилейную медаль «70 лет Победы над нацизмом» // Апостроф, 29.04.2015
  17. Порошенко учредил юбилейную медаль «70 лет победы над нацизмом» // Корреспондент.net, 29.04.2015
  18. У 71-у річницю завершення Другої світової Україна особливо вшанує жінок-учасниць війни. Український погляд. 29.04.2016
  19. «Війна не робить винятків. Жіночі історії Другої світової». Інформаційні матеріали для ЗМІ до вшанувань 8-9 травня 2016 року 2017 йыл 4 март архивланған.. Український інститут національної пам’яті
  20. «Днепр качают». Побоище 9 мая и его последствия 2018 йыл 13 июнь архивланған.
  21. Столкновения в Днепре: серьезно избили ветеранов АТО
  22. 22,0 22,1 Провокации, драки и потасовки: как в Украине проходит День Победы
  23. Текст закона // Сайт Верховной Рады
  24. «Великую Отечественную войну» заменили на «Вторую мировую» — закон 2018 йыл 6 апрель архивланған. // ICTV, 09.04.2015
  25. Депутати врегулювали питання про відзначення в Україні перемоги над нацизмом // Український тиждень, 09.04.2015
  26. Александра Захарова Запрет коммунистической символики: за что посадят на 5 лет // Сайт Segodnya.ua, 11 Апреля 2015
  27. Методичні матеріали до відзначення Дня пам’яті та примирення й 70-ї річниці Дня перемоги над нацизмом у Другій світовій війні (8-9 травня 2015 р.) 2016 йыл 8 май архивланған.. Український інститут національної пам’яті

Һылтанмалар

үҙгәртергә