Двадненко Иван Карпович
Двадненко Иван Карпович (3 февраль 1903 йыл — 15 декабрь 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының артиллерия батареяһы командиры, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Двадненко Иван Карпович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 3 февраль 1903 |
Тыуған урыны | Кисловодск, Георгиевский уезд[d], Кавказская губерния[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 15 декабрь 1943 (40 йәш) |
Ерләнгән урыны | Речица[d] |
Хәрби звание | кесе лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәИван Карпович Двадненко 1903 йылдың 3 февралендә Минутка станицаһында (хәҙер — Ставрополь крайы Кисловодск ҡалаһы составына ингән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 9-сы урта белем биреү мәктәбендә уҡый. 1924—1926 йылдарҙа Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә. 1926 йылда артиллерия полк мәктәбен тамамлай. 1931—1941 йылдарҙа колхоз идараһы һәм станица Советы рәйесе булып эшләй.
1941 йылда Иван Двадненко армияға ҡабат саҡырыла. 1942 йылда Тамбов артиллерия училищеһын тамамлай. Шул уҡ йылдың июленән — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һуғыша. 1943 йылдың сентябренә гвардия кесе лейтенанты Иван Двадненко 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының артиллерия батареяһы командиры. Днепр өсөн һуғыштарҙа айырыуса батырлыҡ күрһәтә[1]..
1943 йылдың 27 сентябрендә, дошман артиллерияһы һәм миномёттарының берләштерелгән көслө утына ҡарамаҫтан, Иван Двадненко үҙенең батареяһы менән Белорус ССР-ы Гомель өлкәһе Брагин районы Нивки ауылы районында Днепр йылғаһын уңышлы аша сыға һәм дошман менән алышҡа инә. Немец танкылары контратакаларын кире ҡағыу алышында яугир яралана, ләкин һуғыш яланын ташлап китмәй. Бер орудиеның тоҫҡаусыһы наводчигы һәләк булғас, Двадненко уның урынын ала һәм ут асып, шәхсән үҙе дошмандың ике танкыһын юҡ итә. Артабан шул уҡ райондың Галки ауылы янында Двадненко батареяһы дошмандың өс танк һәм үҙйөрөшлө орудиеһын юҡ итә[1].
Двадненко 1943 йылдың 15 декабрендә алынған яраларынан вафат була. Гомель өлкәһе Речица ҡалаһында ерләнгән[1].
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 9 февраль Указы менән «немец илбаҫарҙары менән көрәштә командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы» өсөн гвардия кесе лейтенанты Иван Двадненкоға үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» юғары исеме бирелә, ул шулай уҡ Ленин ордены менән бүләкләнә [2]. Бынан тыш яугир Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ[1] ордендарына лайыҡ булған.
Кисловодск ҡалаһында Герой хөрмәтенә Двадненко урамы бар, шулай уҡ Речица ҡалаһында (Беларусь) урам һәм тыҡрыҡ Двадненко исемен йөрөтә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Двадненко Иван Карпович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза офицерскому и сержантскому составу артиллерии Красной Армии» от 9 февраля 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 24 февраля (№ 11 (271)). — С. 1
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. Уфа, 1999.
- Их имена никогда не забудутся. Книга 1. Ставрополь, 1968.
- Навечно в сердце народном. 3-е изд., доп. и испр. Минск, 1984.
- Слава башкирских конников. Уфа: Китап, 2005.