Ибн Ғәрәби

(Ибн Араби битенән йүнәлтелде)

Мөхөтди́н Әбү Абдулла́ Мөхәммәт ибн Али́ әл-Андалу́си (ғәр. محي الدين محمد ابن علي ابن محمد ابن عربي الحاتمي الطائي الأندلسي‎, 28 июль 1165, Мүрсиә — 10 ноябрь 1240, Дамаск) — Әл-Андалусиянан (Мосолман Испанияһы) мосолман дин белгесе, суфыйсылыҡ ғилеменең ҙур вәкиле һәм теоретигы. «Бөйөк уҡытыусы» (әш-шәйех әл-әкбәр) исеменә эйә[7].

Мөхөтдин ибн Ғәрәби
араб. محي الدين ابن عربي
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Мөхәммәт ибн Али ибн Мөхәммәт ибн Ғәрәби

Ҡушаматы:

Бөйөктән-бөйөк уҡытыусы (әш-шәйех әл-акбар)

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

фәлсәфәсе, шағир, яҙыусы

Тыуған көнө:

28 июль 1165

Тыуған ере:

Мурсия[d], Мурсия[d], Испания[1][2][3]

Үлем көнө:

16 ноябрь 1240 (75 йәш)

Үлгән ере:

Димәшҡ, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге[4]

Ил:

 Әлмөхәдтәр[d][5]

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

Али ибн Мөхәммәт ибн Ғәрәби


Дини эшмәкәрлек
Эшмәкәрлек йүнәлеше:

суфыйлыҡ

Остаздары:

Мухаммад ат-Тамими[d], Шамс Умм аль-Фукара[d] һәм Фатима из Кордовы[d]

Шәкерттәре:

Судру-д-дин аль-Кунави[d][6]

Хеҙмәттәре:

Геммы мудрости[d], Мекканские откровения[d] һәм Толкователь желаний[d]

 Ибн Ғәрәби Викимилектә

Ибн әл-Ғәрәби, Хоҙай менән донъя араһындағы айырмаларҙы кире ҡағыусы йәшәйеш берҙәмлеге (вахдат ал-вуджуд) тураһындағы тәғлимәт төҙөй. Тәнҡитләүселәр (Ибн Таймийя һ. б.) был тәғлимәттә пантеизм, тәғлимәт яҡлылар — ысын монотеизм (тәүхид) күрә. Ул ян-яҡтан камил кеше (әл-инсан әл-камил) концепцияһы яҡлы була.

Ибн әл-Ғәрәби күп сәйәхәт иткән, сәфәр тәьҫораттары, ҡағиҙә булараҡ, мистик суфыйсылыҡ интерпретацияһына эйә булған. Һөйләүе буйынса, ул өс тапҡыр Хызыр менән осрашҡан.

800-гә яҡын әҫәр ҡалдыра[8] (Мысыр тикшереүсеһе Ғосман Яхъя төҙөгән теҙмәгә 856 әҫәре индерелә, шуларҙың 550-һе хәҙерге көнгә тиклем 2917 ҡулъяҙма рәүешендә һаҡланған; башҡа авторҙар уны кәметеү яғына ҡайтанан ҡарай — Ливан тикшереүсеһе Мөхәммәт Абд ар-Рахман әл-Марашли 400-ләп аутентик хеҙмәтен иҫәпләй).

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Дамаскиҙағы ибн-Ғәрәби кәшәнәһенең быяла йәшнигенең кенотафы.

Уның тулы исеме: Әбү Абдулла Мөхәммәт ибн Али ибн Мөхәммәт ибн Ғәрәби-Хәтими ат-Тағы әл-Андалуси, ул шулай уҡ маҡтаулы Мөхөтдин («динде яңынан тыуҙырыусы») ҡушаматын (лаҡаб) йөрөтә. Ибн әл-Ғәрәби Мүрсиә ҡалаһында, затлы ғаиләлә тыуа. Был ваҡытта әл-Андалуста әл-Мурабиттар солтандары хакимлыҡ итә. Уны юғары ҡатлам вельможалар ҙа, аскет һәм фиҙаҡәрҙәр ҙә уратып алған була. Ибн әл-Ғәрәби Альмохадтар династияһының баш ҡалаһы һәм мәҙәни үҙәге булған Ишбилияла яҡшы белем ала.

1172 йылда реконкиста һөҙөмтәһендә мосолмандар ауыр еңелеүгә тарый. Ибн әл-Ғәрәби чиновник карьераһынан баш тарта һәм рухи ҡол юлын һайлай. 1180 йылда ул Кордовала Ибн Рушд (Аверроэс) менән осраша. 1184 йылда бөтөнләйгә суфыйсфлыҡ юлын һайлай, әл-Урайби уның уҡытыусыһы була. Суфыйсылыҡ ғәмәле барышында бик күп кешеләр — абруйлы ғалим һәм дин белгестәре, шулай уҡ ил гиҙеүсе дәрүиштәр һәм экстаз тәжрибәселәре менән осраша.

1193 йылда Андалузиянан китә һәм Мәғриб буйлап дәрүишлек итә. Был дәүерҙән мистик кисерештәр менән тулған сәйәхәттәре башлана, һәм шул ваҡытта ул Хызыр менән өс тапҡыр осраша. Тормошоноң ошо осоро уның «Изге рух» хеҙмәтендә һәм «Мәккә асылына төшөнөүҙәр» трактатында сағылыш таба. Туниста ул шул замандың атаҡлы суфый уҡытыусыһы Әбү Мәдйән менән осраша.

Андалузияға ҡайтҡандан һуң, ул йәнә Мәғрибҡә юллана, 1195 йылдан 1197 йылға саҡлы Феста йәшәй, күп һанлы ғалимдар, мистиктар һәм суфыйҙар менән аралаша. Был ваҡытта Андалузиялағы ғәрәп биләмәләренә Кастилия короле Альфонсо VIII тарафынан баҫып алыныу хәүефе янай. Феста йәшәйеш мәғәнәһе буйынса етди бәхәстәр тыуа, һәм Ибн әл-Ғәрәбигә уның асылына төшөнөүҙәр килә. Ибн әл-Ғәрәбиҙең бик күп эйәрсендәре барлыҡҡа килә, һәм суфый уларға бағышланған бик күп вәғәздәр яҙа.

Ибн әл-Ғәрәби, мәғриб солтаны тәҡдим иткән вазифанан баш тарта һәм, Альмериялағы суфый мәктәбен дә барып күреп, Андалузияға, Мүрсиәгә һәм Гранадаға, кире ҡайта. Шул саҡта уҡ ул хажға барырға әҙерләнә, һәм, 1200 йылда Марракешҡа күсеп, Андалузияны мәңгелеккә ташлап китә.

Марракешта ул үҙен Илаһи Тәхете тирәләй әйләнеп кәйелеп осоп йөрөгән ҡош итеп күрә һәм Фес ҡалаһы ғалимы Мөхәммәт әл-Хассарҙы юлдаш итеп алып, хажға йүнәлеү хаҡында күрһәтмә ала. Ул Фесҡа, һуңынан Беджаюға, ә һуңынан, яңынан Әбү Мәдйән менән осрашып, Тунисҡа бара.

1202 йылда, был ваҡытта, ер бер нисә йыл дауамында уңыш бирмәгәнлектән, ҡот осҡос аслыҡ ҡоторонған Искәндәриә һәм Ҡаһирә аша Мәккәгә юллана. Мәккәгә барған ыңғайы ул Йәрүсәлим һәм Хевронға килеп, патриарх ҡәберҙәренә табына, унан Мәҙинәгә бара, һәм шул уҡ йылда Мәккәгә килә.

Мәккәлә үҙенең ғүмерлек хеҙмәте булған «Мәккә асылына төшөнөүҙәр» өҫтөндә эш башлай. Хәҙер уның, артабанғы һәр сәйәхәте һайын, һаны артҡан бик күп уҡыусылары барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта Мәккәлә ул ғүмере буйына ныҡлы дуҫлыҡ һаҡлаған сәлжүк атаҡлы нәҫелдән сыҡҡан бай түрәһы Мәжәддин әл-Руми менән таныша һәм артабан уның ҡаруаны менән Бағдадҡа, Конья ҡалаларына сәйәхәт итә.

1205 йылда ул Бағдадҡа йүнәлә.

1207 йылда тағы ла Мысырға юллана һәм Мәккәгә тағы бер сәфәр ҡыла.

Артабан ул сәлжүк баш ҡалаһына — Коньяға юллана. Уның килеүе визиты Фарсы һәм хатта Һиндостандағы суфыйсылыҡҡа ҙур йоғонто яһай.

1223 йылдан ул Дамаскта йәшәп, 1240 йылда шунда вафат була.

Ибн Халдун, үҙенең «Мөҡәддимә» тигән хеҙмәтенең тотош бер бүлеген суфыйсылыҡҡа бағышлап, Ибн әл-Ғәрәбиҙе телгә ала: «Суфый һәм мутакаллимдар вәкилдәре, яңылыҡ асыу мәсьәләһе буйынса аңдың сиктәренә сыҡҡан артыҡ төпкөлгә ингән. Һәм уларҙың күптәре, беҙ күрһәткәнсә, пантеизм һәм йәшәйештең берлек теорияһына саҡлы еткән. Әл-Хәрәүи „әл-Мәҡәмәт“ китабындағы кеүек, үҙ ҡараштарын текстарында яҙғандар; уларға Ибн әл-Ғәрәби һәм : ابن سبعينИбн Сабин, шулай уҡ :العفيف التلمساني| Ибн аль-Афиф, Ибн әл-Фәрит һәм ән-Нажми әл-Исраил үҙҙәренең поэмаларында эйәргән»[9].

Рус телендә баҫылған әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Мекканские откровения (ал-Футухат ал-маккийа). Введение и переводы А. Д. Кныша. СПб.: Центр «Петербургское востоковедение», 1995. — ISBN 5-85803-040-8. Содержит переводы сочинений «Изображение окружностей, охватывающих подобие человека Творцу и сотворённому миру», «Путы для готовящегося вскочить» и фрагменты трактата «Мекканские откровения».
  • Наставления ищущему Бога. Перевод и комментарии А. В. Смирнова. — В кн.: Средневековая арабская философия: проблемы и решения. М.: «Восточная литература», 1998, с. 296—338.
  • Геммы мудрости. Перевод В. А. Смирнова. Изд.: Бейрут, 1980; рус. — В кн.: Смирнов А. В. Великий шейх суфизма (опыт парадигмального анализа философии Ибн Араби). М., 1993, с. 145—321.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.poemhunter.com/poem/listen-o-dearly-beloved/
  2. G. W. T. Ibn 'Arabƒ´ (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911. — Vol. 14. — P. 219.
  3. Али-заде А. Ибн Араби (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007.
  4. Deutsche Nationalbibliothek Record #1049514602 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  5. http://www.britannica.com/EBchecked/topic/295765/Islamic-world/26925/The-Almohad-dynasty
  6. Архив Интернета — 1996. — Б. 7.
  7. Мекканские откровения - Мировая цифровая библиотека. World Digital Library. Дата обращения: 14 июль 2013. Архивировано 16 июль 2013 года.
  8. Ибн Араби. Избранное. Т. 1. — М., 2014. — с. 17.
  9. Ибн Хальдун. Мукаддима. Часть 6. Глава o суфизме: Ibn Khaldun.

Һылтанмалар

үҙгәртергә