Иблис
Иблис (рус. Ибли́с, ғәр. إبليس) — исламда: үҙенең тырышлығы арҡаһында Аллаһ рәхмәте менән фәрештәләр араһына барып сыҡҡан көйө Аллаға буйһонмай, Ул тупраҡтан яралтҡан тәүге кеше — Әҙәмгә сәждә ҡылыуҙан баш тартҡан берҙән-бер ен исеме. Тәкәбберлеге өсөн ул күктән ҡыуыла һәм тамуҡ язаһына хөкөм ителә, ләкин Алланан язаны Ҡиәмәт көнөнә тиклем кисектереп тороуҙы һорай. Ризалыҡ алғас, Иблис Аллаға тоғро кешеләрҙе аҙҙырырға ант итә. Үҙе хасил итергә һәләтле яуыз көстәр донъяһына баш була. Ожмахҡа үтеп инеп, йылан ярҙамында Әҙәм менән Һауаны аҙҙыра, шул арҡала улар ожмахтан ҡыуыла. Иблис бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең эшенә ҡамасаулай, кешеләрҙе уларға ҡаршы ҡоторта. Кешеләрҙең Аллаға ышанмауы, донъяла яуызлыҡ булыуы исламда Иблис ҡотҡоһо менән аңлатыла.
Иблистең башҡа исемдәре лә күп. Уны әш-Шайтан (шайтандар башлығы الشيطان), ғәдүй Аллаһ (عدو الله — «Аллаһ дошманы») йәки әл-Ғәдүйә (العدو — «дошман)»[1]. Унан һаҡланыр өсөн мосолмандар йыш ҡына әстәғәҙәт доғаһы: «әғүҙү билләһи минә шайтан рәджим» («Рәхмәттән һөрөлмөш шайтандың яуызлығынан Аллаһы тәғәләгә һығынамын») йәки Ҡөрьәндең һуңғы сүрәләрен уҡый (мәҫәлән, Әл-Фәләҡ, Ән-Нәс)[2]. Иблистең даими ҡушаматы — әр-рәджим (الرجيم — «рәхмәттән һөрөлмөш»), ул Әл-Хижер сүрәһенең 34 аятынан алынған[3].
Башҡорт мифологияһында Иблис
үҙгәртергәБашҡорт мифологияһында — яуыз көс (албаҫты, бәрей, ен, шайтан). Ул кешеләр араһында йәшәй, уларҙы гонаһлы эштәргә этәрә, иманды оноттора. Кешеләр Иблис Ҡөрьәндән аяттар уҡып ҡыуа. Башҡорттарҙың тылсымлы йолаларының күбеһе иблис яуызлыҡтарынан һаҡланыуға йүнәлтелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995.
- Нәҙершина Ф. А. Хөрәфәти хикәйәләр //Башҡорт фольклоры. Өфө, 1993.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Хисамитдинова Ф. Ғ. Иблис // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.