Шайтан

башҡорт мифологияһында кешеләргә яманлыҡ ҡылыусы зат булараҡ һүрәтләнә, иблис исемдәренең береһе, ен категорияһына индерелә

Шайтан —— башҡорт мифологияһында кешеләргә яманлыҡ ҡылыусы зат булараҡ һүрәтләнә, иблес исемдәренең береһе, ен категорияһына индерелә.[2]

Шайтан
Халыҡ һаны 98 кеше (2010)[1]
Төп тема грех в исламе[d]
Изображается на демонология в исламе[d] һәм различия между духами в исламе[d]
 Шайтан Викимилектә

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Шайтан ғәрәп теле аша ингән һүҙ. Ул Тәүрат изге китабында телгә алынған Сатана терминына тура килә. Ҡөрьәндә алланың антагонисы булараҡ ҡылыҡһырлана. Шайтан йыш ҡына дейеү, ендәр менән ассоциациялаштырыла.

Кеше йәки башҡа тере йән эйәләре ҡиәфәтендә күренә. Ҡайһы бер инаныуҙарға ярашлы, ғаиләләре менән тирмәләрҙә, икенсе ышаныуҙар буйынса — өйөрҙәре менән мәмерйәлә йәшәйҙәр. Йоҡлаған саҡтарында ауыҙҙарынан ут бөркәләр. Тыуғанынан һуң 40 көн үтмәгән сабыйҙарҙы урлайҙар, шуға күрә бала янында киҫеүсе предметтар (бысаҡ, ҡайсы) һалыу, малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн Йондоҙ, Сулпан, Сәрүәр һымаҡ бер төрлө исемдәр биреү ҡабул ителгән.

Мосолмандар күҙаллауы буйынса һәр бер кешенең фәрештә һәм шайтан оҙатып йөрөй. Улар кешене йә изге эштәр башҡарырға, йә гонаһ ҡылырға мәжбүр итәләр. Борон, йәнәһе, шағирҙар һәм күрҙәселәр ҡолаҡтарына шайтан бышылдаған һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар тигән ышаныс таралған булған.

Шайтан образы әкиәттәрҙә, көләмәстәрҙә йыш осрай.

Шулай уҡ Шайтандан һаҡланыу өсөн Көрьән доғалары, тылсымдар бетеүҙәр ҡулланыла. Балаларға аяғын һелкетеп ултырыу тыйыла, сөнки Шайтан быны саҡырыу тип ҡабул итә. Ҡултыҡ аҫтындағы тишеге бар, имеш, шунан инеп йөрәген йолҡоп алғанда ғына, Шайтанды үлтерергә мөмкин.

Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә ир-ат Шайтан ҡыҙына йәки ҡатынына өйләнеү осрағы ла бәйән ителә. Хатта уларҙан ырыу бүленештәре барлыҡҡа килгән тиелә. Мәҫәлән, «Шайтан ырыуы» легендаһы. Йыш ҡына Шайтанды билдәләү өсөн Кетмер, Дөбөрнүш, Кәпшәйтүш һ. б. эвфемизмдар ҡулланыла.

Сихырсылар алған мәғлүмәте өсөн Шайтанға күңелен һата, ҡара китапсылар үҙҙәренең тамуҡта яҙылған китаптары ярҙамында Шайтан ғәмәлдәре менән идара итә, үлер алдынан ҡара китапсы үҙенең китабын икенсе берәүгә тапшыра, шул юл менән Шайтанға баш булыу мөмкинлеген бирә.

Башҡорттар Шайтанды ҡыуып сығарырлыҡ кешеләр ҙә — шайтан күрәҙәселәре лә йәғни шайтанды күреүселәр ҙә — бар тип ышанғандар.

«Ике шайтан менән бер Алдар», «Алдар менән шайтан» әкиәттәрендә Шайтан аңра, алйот йән эйәһе булараҡ һүрәтләнә. Шайтан тураһында күҙаллауҙар башҡорт телендәге әйтемдәрҙә сағылыш таба: «шайтан балаһы» (тиктормаҫ бала), «шайтан күбәләге» (төнгө күбәләк), «шайтан ҡойоно» (көслө туҙан бағанаһы), «шайтан баҫыу» (тын ҡыҫылыу) һ.б.; сайшан таушатанға табыныу (ҡара: Шайтан ырыуы).

Башҡорттар йәшәгән биләмәләрҙә Шайтанбаҫҡантау, Шайтанйылға, Шайтан һыуы, Шайтан ыҙаны, Шайтан йорт топонимдары бар.[2]

Күп халыҡтарҙың мифологияһында Шайтан тураһында легендәлар йәшәй.

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1-16 томдар
  • Батырҙар тураһында әкиәттәр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  • Сулейманов А. М. Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994
  • Руденко С. И. Башкиры: ист.-этногр. очерки. Уфа, 2006

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010. Том 12. Населённые пункты Кировской области (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 Шайтан // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә