Долорес Ибаррури

испан һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәре, 1936—1939 йй. Граждандар һуғышында республика хәрәкәтендә ҡатнаша, Франко диктатураһына оп
(Ибаррури Долорес битенән йүнәлтелде)

Доло́рес Иба́ррури — рус телендә традицион рәүештә өсөнсө ижеккә баҫым менән әйтелә — Доло́рес Ибарру́ри Го́мес (исп. Dolores Ibárruri Gómez, шулай уҡ Пассиона́рия булараҡ билдәле (исп. Pasionaria, «страстная», йәки «цветок страстоцвет», баск. Dolores Ibarruri, «Pasionaria»; (1895 йылдың 9 декабре, Гальярта, Бискайя провинцияһы — 12 ноябрь 1989 йылдың 12 ноябре, Мадрид) — испан һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт эшмәкәре, йыл 1936—1939 йылдарҙағы Граждандар һуғышында республика хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, аҙаҡ Франко диктатураһына оппозиция эшмәкәре.

Долорес Ибаррури
исп. Dolores Ibárruri Gómez
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Испания
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме исп. María de los Dolores Ibárruri y Gómez
Вторая фамилия в испанском имени Gómez[d]
Псевдоним La Pasionaria
Тыуған көнө 9 декабрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2][1][3][…]
Тыуған урыны Гальярта[d], Абанто-и-Сьервана[d][4]
Вафат булған көнө 12 ноябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[2][1][3][…] (93 йәш)
Вафат булған урыны Мадрид, Испания[5]
Үлем сәбәбе пневмония
Ерләнгән урыны Мадридское гражданское кладбище[d]
Мадридское гражданское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәләл ефете Julián Ruiz Gabiña[d]
Балалары Ибаррури, Рубен Руис[d][6]
Һөнәр төрө сәйәсмән, журналист, активист
Биләгән вазифаһы Испанияның Коммунистар партияһы генераль секретаре[d], член Конгресса депутатов Испании[d][7] һәм депутат кортесов Второй Испанской Республики[d][8]
Уҡыу йорто педагогия училищеһе[d]
Ғилми дәрәжә фән докторы
Әүҙемлек урыны Мадрид[8]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Коммунистическая партия Испании[d]
Участвовал в выборах Парламентские выборы в Испании[d][7]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Долорес Ибаррури Викимилектә

Оҙайлы ваҡыт дауамында СССР-ҙа йәшәй (1960-сы йылдар башында совет гражданлығын ала), ә уның берҙән-бер улы, Рубен, Ҡыҙыл Армия сафына баҫа һәм Сталинград янындағы алыштарҙа 1942 йылда һәләк була. 19421960 йылдарҙа — Испания Коммунистик партияһы генераль секретары, ә 1960 йылдан ғүмеренең аҙағына тиклем — уның рәйесе.

Франко үлгәндән һуң һәм Хуан Карлос I осоронда партиялар легалләшкәс, Испанияға ҡайта һәм 1977 йылда Кортесыға депутат итеп һайлана.

Биографияһы

үҙгәртергә

Долорес Ибаррури баск сығышлы таусы ғаиләһендә тыуған. 1917 йылда Соморростро ҡалаһы социалистик ойошмаһына инә һәм эшселәр өсөн тәғәйенләнгән баҫмаларҙа Пассионария (Страстная — христиан ураҙаһы дини Страстный аҙнаһында шул псевдоним менән баҫылып сыҡҡан беренсе мәҡәләһе) исеме аҫтында сығыш яһай. Бер нисә йылдан ул Испания коммунистар партияһы ағзаһы була (1920 йылдың апрелендә нигеҙ һалынған). Артабанғы осорҙа — бер нисә коммунистик гәзит мөхәррире, Испан Коммунистар партияһының Бискай өлкә комитеты ағзаһы; 1930 йылдан алып Үҙәк комитет ағзаһы, 1932 йылдан Политбюро ағзаһы (1960 йылдан — КПИ Башҡарма комитеты), 1932—1942 йылдарҙа КПИ Үҙәк комитеты секретары.

1932 йылдан ҡатын-ҡыҙҙар араһында КПИ эшен етәкләй, КПИ ЦО 1931—1933 йылдарҙа КИП-ның үҙәк органдарының береһе — «Мундо обреро» («Obrero Mundo») гәзите мөхәррире. Долорес алты тапҡыр ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. Коминтерндың 7 конгресында (1935 йыл) Коминтерн башҡарма комитеты ағзалығына кандидат итеп һайлана.

1936 йылда Ибаррури кортесы депутаты, 1937 йылда — кортесының вице-рәйесе итеп һайлана. Испания компартияһы етәксеһе булараҡ, ул Граждандар һуғышы һәм 1936—1939 йылдарҙағы италия-герман интервенцияһы осоронда ҙур роль уйнай. 1936 йылдың 18 июлендә үткән митингта данлыҡлы фразаһын яңғырата: «¡No pasarán!» — «Они не пройдут!».

«Әгәр фашистарға Испаниялағы енәйәттәрен дауам итергә мөмкинлек бирһәк, агрессив фашизм Европаның башҡа халыҡтарына ла ябырыласаҡ. Беҙгә хәҙер ярҙам кәрәк, көрәшер өсөн самолёттар һәм пушкалар кәрәк … Испан халҡы, тубыҡланып йәшәгәнсе, аяғөҫтө алышып үлеү яҡшыраҡ, тип иҫәпләй». Д. Ибарруриҙың Париж ҡалаһындағы митингыла һөйләгән телмәренән (1936 йылдың 3 сентябре)[9]

1939 йылдан — СССР-ҙа эмиграцияла.

1939—1945 йылдарҙағы Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Ибаррури, диктатор Франко испан халҡын гитлер Германияһы яғында һуғышҡа ылыҡтырыуына ҡамасаулау маҡсатында, испандарҙың берҙәм милли фронтҡа берләшеүе өсөн әүҙем көрәшә. Халыҡ-ара антифашистик хәрәкәттә ҡатнаша. Ибарруриҙың улы — Рубен Руис Ибаррури (1920—1942) — Советтар Союзы Геройы, Сталинградта һәләк булған. Волгоград ҡалаһының үҙәгендә Геройҙар Аллеяһында, Мәңгелек ут һәм Дан монументы эргәһендә һәйкәл ҡуйылған.

1942 йылда (Хосе Диас үлгәндән һуң) Ибаррури КПИ генераль секретары була. Испания Коммунистар партияһының 5-се съезында (1954 йыл) отчёт доклады менән сығыш яһай. ИКП Үҙәк комитеты пленумдарында 5-се съездан һуң Ибарруриҙың докладтары Испаниялағы хәлгә һәм ИКП тактикаһына, Франко диктатураһын юҡ итеү, Испанияның милли бойондороҡһоҙлоғо һәм демократлаштырылыуы өсөн эшсе синыф һәм барлыҡ демократик көстәрҙең берҙәм хәрәкәт итеүенә арналған. ИКП-ның 6-сы съезында (1960 йыл) ул Испан Коммунистар партияһының 40-йыллығы тураһында доклад менән сығыш яһаны. Был съезда ул ИКП рәйесе итеп һайлана.

1975 йылда, Франко үлгәндән һуң, илде демократлаштырыу башланғас, Долорес Ибаррури тыуған иленә ҡайта. Франко диктатураһы ҡолатылғандан һуң, 1977 йылғы тәүге демократик һайлауҙарҙа ул Кортесыға һайлана, һәм тәүге еврокоммунистик партияларҙың береһен кәүҙәләндерә. Долорес Ибаррури 94-се йәшендә пневмониянан вафат була.

Ибаррури — күп китап һәм публицистик мәҡәләләр авторы. Үҙәк Комитеттың төҙөү буйынса "Испания Коммунистар партияһы тарихы"н төҙөү (1960 йыл; урыҫ. теленә тәржемә — 1961 йыл) комиссияһын етәкләгән. Уның «Берҙән-бер юл» тигән автобиографик китабы рус теленә (1962 йыл), француз, итальян, немец, инглиз һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. Шулай уҡ уның 1966 йылда баҫылып сыҡҡан «¡No pasarán!» («Они не пройдут» Улар үтмәҫ!) автобиографияһы билдәле. Долорес — «1936-1939 йылдарҙа Испанияла һуғыш һәм революция» (урыҫ. теленә тәржемә, 1 т., 1968) коллектив хеҙмәт авторҙарының береһе.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар демократик федерацияһы (1945 йыл) нигеҙ һалыусы булараҡ, Ибаррури халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар демократик хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан. «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» Халыҡ-ара Ленин премияһы лауреаты (1964 йыл). МДУ-ның honoris causa докторы (1961).

Наградалары

үҙгәртергә

Долорес Ибарруриҙың алты балаһы булған: биш ҡыҙы (улар араһында дүртәүһе сабый сағында вафат була, тере ҡалған ҡыҙы Амайя Руи́с-Ибáррури (Amaya Ruiz Ibárruri) (исп. Amaya) әлеге ваҡытта Мадрид ҡалаһында йәшәй) һәм ул Рубен (исп. Rubén), 22 йәшендә Сталинград алышында һәләк булған.

Долорес Ибаррури урамдары Атбасар, Екатеринбург, Борисов, Чернигов ҡалаларында бар.

Липецк ҡалаһындағы урамға Рубен Ибаррури исеме бирелгән.

2015 йылдың октябрендә баҫылып сыҡҡан Украин милли хәтер институтының Декоммунизация тураһындағы законына эләккән кешеләр исемлегенә[10] Ибарруриҙың исеме лә индерелгән.

  • Единственный путь. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1962.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 153 с. ISBN 5-295-02294-3. Здание, где жила Долорес Ибаррури

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә