Зиләбашҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимология

үҙгәртергә

Зилә — ғәрәп теленән таҙа, пак тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы (17 апрель 1954 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Ике тапҡыр Бөтә башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» тигән миҙалы менән бүләкләнгән. I—IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты.

Вәлиева Зилә Рәхимйән ҡыҙы (15 октябрь 1952 йыл) — Татарстан Республикаһының дәүләт һәм мәҙәниәт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты (2010). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2008), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәҙәниәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2009).

Байышева Зилә Вәғиз ҡыҙы (25 май 1961 йыл) — ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999).

Сәғәҙиева Зилә Ғәлимйән ҡыҙы — Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2006).

Сөнәғәтуллина Зилә Даян ҡыҙы (30 июль 1949 йыл) — СССР һәм Рәсәй опера йырсыһы (лирик-колоратур сопрано), педагог, профессор, Н. Г. Йыһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире.

Сурағолова Зилә Солтан ҡыҙы (1.08.1939), ғалим-агрохимик‑тупраҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған урмансыһы.

Сәйетова Зилә Һаҙый ҡыҙы (1970), театр актёры, 1994 йылдан Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.

Түләкова Зилә Дамир ҡыҙы (1968), педагог, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.

Әмирова Зилә Нәғим ҡыҙы — журналист, Башҡортостан Республикаһынын атҡаҙанған матбуғат hәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015), Нефтекама ҡалаһының «Красное знамя» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары.

Сәлимгәрәева Зилә Зәкәриә ҡыҙы (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-терапевт. 1969 йылдан Саҡмағош үҙәк район дауаханаһының терапея бүлеге мөдире, 1997 йылдан —участка терапевы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995).

Сурағолова Зилә Солтан ҡыҙы (1939), ғалим-агрохимик‑тупраҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының (2012) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған урмансыһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

«Зилә» — Садиҡова Фәриҙә Вәли ҡыҙы тарафынан сығарылған цитрон сорты.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ