Зеленко Екатерина Ивановна

лётчик, өлкән лейтенант, донъяла һауа тараны ҡылған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ, Советтар Союзы Геройы (1990 й. 5 майы)

Зеленко Екатерина Ивановна (14 сентябрь 1916 йыл — 12 сентябрь 1941 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған лётчик, өлкән лейтенант. Донъяла һауа тараны яһаған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Советтар Союзы Геройы (1990).

Зеленко Екатерина Ивановна
укр. Катерина Іванівна Зеленко
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Украинская Народная Республика[d]
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 сентябрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Корощино[d], Овручский уезд[d], Волын губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 12 сентябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (24 йәш)
Вафат булған урыны Роменский район[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы
Ерләнгән урыны Курск
Һөнәр төрө лётчик, хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940), Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d] һәм военно-воздушные силы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Зеленко Екатерина Ивановна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Екатерина Ивановна Зеленко 1916 йылдың 23 февралендә[1] Волынь губернаһы Овруч өйәҙе (хәҙерге Житомир өлкәһе Олевский районы) Коршин ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, ғаиләлә унынсы бала була. Катяның әсәһе, Наталья Васильевна Максимова Кострома өлкәһе Назаровка ауылында тыуған. Атаһы — Курск өлкәһе Велико-Михайловка ауылыныҡы. Беренсе донъя һуғышы йылдарында ғаилә Курск ҡалаһына күсергә ҡарар итә.[2]

Курск ҡалаһындағы 10-сы тулы булмаған урта мәктәптең ете класын тамамлай, Воронеж аэроклубында курстарын үтә (1933), К. Е. Ворошилов исемендәге 3-сө Ырымбур хәрби авиация лётчиктар һәм лётчик-күҙәтеүселәр мәктәбен (1934, 5 билдәләренә генә) тамамлай. ВЛКСМ ағзаһы. Шул уҡ 135-се бомбардировка авиация полкының 1943 йылғы һауа һуғышында һәләк булған 4-се эскадрилья командиры лётчик Павел Игнатенкоға кейәүгә сыҡҡан була.

Харьковта фатирҙарға урынлаштырылған 19-сы еңел бомбардировка авиация бригадаһында хеҙмәт иткән. Самолёттар һәм авиация ҡорамалдарын һынау менән шөғөлләнеп, ете йыл буйына дүрт самолёт төрөн үҙләштерә. 1939—1940 йылдарҙағы Хәрби-Һауа Көстәренең 8-се һауа армияһы составына ингән 11-се еңел бомбардировка авиация полкының 3-сө эскадрильяһында совет-фин һуғышында ҡатнаша. 8 хәрби осош яһап, дошмандың артиллерия батареяһын һәм боеприпастар келәтен юҡ итә, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Шунан 19-сы авиабригадаға ҡабат килә, 1940 йылдың майынан яңы формалашҡан 135-се бомбардировка полкында лётчик-инструктор сифатында хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән 135-бомбардировка авиация полкының 5-се эскадрилья (Көньяҡ-Көнбайыш фронты, Хәрби-һауа көстәренең 6-сы армияһы, 16-сы ҡатнаш авиация дивизияһы) командиры урынбаҫары булараҡ алыштарҙа ҡатнаша. Барлығы 40 хәрби осош (шул иҫәптән төнгө) яһап өлгөрә, 12 һауа һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың июлендә Пропойск районында дошмандың 45 танков, 20 автомобилен, батальонға яҡын һалдатын ҡырып, юғалтыуһыҙ ҡайтҡан бомбардировщиктар төркөмө командиры була.

[1941 йылдың 12 сентябрендә СУ-2 самолётында ике хәрби разведка осошо яһай. Икенсе осош ваҡытында уның самолёты зыян күреүенә ҡарамаҫтан, шул уҡ көндә ул өсөнсө тапҡыр задание үтәргә оса. Кире ҡайтҡан саҡта, Ромны районы йүнәлешендә ике совет самолётына немецтарҙың ете Me-109 һөжүм итә. Икенсе совет самолёты бәреп төшөрөлә һәм алышта ҡатнаша алмай. Зеленко бер дошман самолётын бәреп төшөрә, ә боезапасы бөткәнлектән, икенсе немец самолётын төкөй таранить. Шулай итеп, уны ҡыйрата, әммә үҙе лә һәләк була.

Һәләк булған лётчикты урындағы халыҡ Сумы өлкәһенең Анастасьевка ауылы үҙәгенә ерләй. Һуғыштан һуң уның мәйетен Курск ҡалаһына күсерәләр 1941 йылда уҡ, үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы исеме бирелергә тейеш була, әммә шул саҡта Ленин ордены менән генә бүләкләнә[3]. 1990 йылдың 5 майында СССР Президенты Указы менән үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелгән.

Советтар Союзы Геройы генерал-лейтенант Анатолий Иванович Пушкин һүҙҙәре буйынса:

  ...был юғары класлы лётчик ине. Ҡош осарға тыуған кеүек, ул да авиация өсөн тыуған!  

Маҡтаулы исемдәәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
 
Курск ҡалаһында Екатерина Зеленко һәйкәле.
Файл:Мемориальная доска на доме Екатерины Зеленко в Курске.jpg
Курск ҡалаһы. Екатерина Зеленко йортондағы мемориаль таҡтаташ.
 
2014 йылғы Рәсәй почта маркаһы.  (ЦФА (ИТЦ «Марка») № 1817).
  • 1971 йылда Е. И. Зеленко һәләк булған урында ҡаҙыу эштәре башҡарыла. Өс метр тәрәнлектә уның самолётының өлөштәре, ә был урындан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта тарандан ҡалған эҙе беленеп торған «Ме-109» ярсыҡтары табыла. Анастасьевка халҡы Катя Зеленко самолёты ҡолаған урында обелиск ҡуйған.
  • Шулай уҡ Берестовкала (һуңғы хәрби осошон шул аэродромдан яһай) һәм Курск ҡалаһында уға һәйкәл ҡуйылған.
  • Урам Курск, Воронеж, Ромны, Сумы, ҡала урамдары мәктәптәре, пионер дружиналары уның исеме менән аталған.
  • Уның хөрмәтенә Ҡояш системаһының бәләкәй планетаһы (1900) Катюша тип атала.
  • Курск ҡалаһында ул элек йәшәгән Горький урамындағы 23-сө һанлы йортта мемориаль таҡта ҡуйылған.
  • Анастасьевкала һәм ул уҡыған Курск ҡалаһының 10-сы мәктәбендә Екатерина Зеленко музейҙары булдырылған.
  • Д. Д. Жданов исемендәге ЛСЗ төҙөгән сухогрузный судно Зеленко хөрмәтенә аталған.
  • Е. И. Зеленко хөрмәтенә геройҙың тыуған илендә, Житомир өлкәһе Олевск районында, йыл һайын мәктәп уҡыусылары араһында волейбол турниры уҙғарыла.
  • Ҡала хакимиәте башлығы ҡарары буйынса 1998 йылда Воронеж ҡалаһы аэроклубына Е. И. Зеленко исеме бирелә[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ко дню ВВС. ko-dnu-vvs.mil.ru. Дата обращения: 28 ғинуар 2020. 2020 йыл 20 ғинуар архивланған.
  2. Зеленко Екатерина Ивановна - советский военный летчик Герой Советского Союза - Красные соколы. Русские авиаторы летчики-асы 1914-1953. airaces.narod.ru. Дата обращения: 28 ғинуар 2020.
  3. Приказ Войскам Юго-Западного фронта по личному составу ВВС № 074 от 29 декабря 1941 года.
  4. Указ Президента СССР от 5 мая 1990 г. № 114.
  5. Воронежский аэроклуб 2014 йыл 6 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә