Заһиҙуллин Рамаҙан Ғарифулла улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, интендантлыҡ хеҙмәтенең гвардия өлкән лейтенанты

Заһиҙуллин Рамаҙан Ғарифулла улы (2 декабрь 1907 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, интендант хеҙмәтенең гвардия өлкән лейтенанты[1][2][3]. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры.

Заһиҙуллин Рамаҙан Ғарифулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 2 декабрь 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (116 йәш)
Тыуған урыны Соҡаҙыбаш, Соҡаҙыбаш ауыл советы, Туймазы районы
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Рамаҙан Ғарифулла улы Заһиҙуллин 1907 йылдың 2 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡандра районы (хәҙерге Туймазы районы) Соҡаҙыбаш ауылында тыуған[1][3]. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың 26 авгусында[1][2], икенсе мәғлүмәт буйынса 1940 йылдың 10 авгусында[3] Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының финанс бүлеге бухгалтеры, казначейы була[2].

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945 йылдың 25 ғинуарында һәм 16 ноябрендә), «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1942), «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалы менән бүләкләнә[1][2][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1942),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (25.01.1945),
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (16.11.1945)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә