Насретдинова Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы

Насретдинова Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы (14 август 1923 йыл1 октябрь 2009 йыл) — башҡорт балет артисы, педагог. СССР-ҙың (1955) һәм РСФСР-ҙың (1954) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1946) артисы. Октябрь Революцияһы (1976), «Почёт Билдәһе» (1946) ордендары кавалеры.

Зәйтүнә Насретдинова
Исеме:

Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинова

Тыуған ваҡыты:

14 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

СССР Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Вафат ваҡыты:

1 октябрь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (86 йәш)

Вафат урыны:

Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

балет артисы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1941—1964

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:
Октябрь Революцияһы ордены — 1976 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1946
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1955 РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1953 || РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1949

Викидәреслектә

Биография

үҙгәртергә

Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы Насретдинова 1923 йылдың 14 авгусында Өфөлә тимер юл эшсеһе ғаиләһендә тыуған. Баш ҡаланың 20-се мәктәбен (әле — Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ленинград хореография училищеһының (әле — А. Ваганова исемендәге рус балеты академияһы) башҡорт бүлексәһен тамамлай. 1941 йылдың июлендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында солист булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Зәйтүнә Насретдинова сирек быуатҡа торошло оҙон сәхнә тормошонда милли, рус һәм сит ил классик спектаклдәрендә сағыу һәм ҡабатланмаҫ образдары аша үҙен киң диапазонлы талантлы классик бейеүсе тип танытты. Улар — Одетта һәм Одиллия, Аврора (П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» һәм «Йоҡоға талған һылыу»ы), Никия, Китри (Л. Минкустың «Баядерка»һы һәм «Дон Кихот»ы), Жизель һәм Мирта (А. Адандың «Жизел»е), Франциска (И. Штраустың «Зәңгәр Дунай»ы), Эсмеральда (Ц. Пуниҙың «Эсмеральда»һы) һәм башҡалар.

«Сыңрау торна» тәүге милли балетындағы Зәйтүнгөл образы улар араһында айырым урынды биләй. Балет авторҙары — либреттист Ф. Ғәскәров, композиторҙар Л. Степанов һәм З. Исмәғилев үҙҙәренең әҫәрен йәш һәм талантлы балеринаға арнай. Республиканың тәүге профессиональ балет артисы Зәйтүнә Насретдинова сирек быуатҡа яҡын партнеры, тормош иптәше һәм фекерҙәше булған Хәләф Сафиуллин менән бейей. Улар, театрҙың сит илдәргә гастролгә сыҡҡан тәүге артистары. Германия, Болгария, Венгрия, Польша, Куба, Монголия, Бөйөк Британия, Шотландия, Ирландия, Корея тамашасыларының һөйөүен яулай.

Зәйтүнә Насретдинова бар ғүмерен бейеүгә арнаны һәм 40 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры балет труппаһының педагог-репетиторы булып эшләне. Уның тырышлығы менән Башҡортостанда бөтә донъяға танылыу яулаған Өфө балет мәктәбе эшләй.

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Зәйтүнә Насретдинованың фиҙакәр хеҙмәте халыҡ-ара эксперттар тарафынан да юғары баһалана. Уның исеме Бөйөк Британиялағы Халыҡ-ара биографиялар үҙәге тарафынан нәшер ителгән «Кто есть кто» — «Сто известных женщин мира» бөтә донъя биографиялар энциклопедияһына индерелде. Донъя мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн 2006 йылда Халыҡ-ара биографиялар үҙәге советы (Кембридж, Бөйөк Британия) уға «Халыҡ-ара профессионал» тигән маҡтаулы исем бирҙе.

  • Өфөлә Зәйтүнә Насретдиноваға һәйкәл ҡуйыла[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Баш ҡалала легендар балерина Зәйтүнә Насретдиноваға һәйкәл ҡуйыла.  , 2017, 13 февраль (Тикшерелеү көнө: 13 февраль 2017)

Һылтанмалар

үҙгәртергә