Заһиров Наил Хәйбулла улы

ғалим-тау инженеры
(Загиров Наиль Хайбуллович битенән йүнәлтелде)

Заһиров Наил Хәйбулла улы (20 ноябрь 1925 йыл27 сентябрь 2014 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1958 йылдан Красноярск төҫлө металдар институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1959 йылдан — уҡыу уҡытыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор, 1962—1994 йылдарҙа мәғдән һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү кафедраһы мөдире. 2006 йылдан — Себер федераль университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1971). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1982), СССР-ҙың төҫлө металлургия отличнигы (1970, 1978). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Байраҡ (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1967) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры.[2]

Заһиров Наил Хәйбулла улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 ноябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Ураҙ, Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 сентябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (88 йәш)
Вафат булған урыны Красноярск, Красноярск крайы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Баҙалыҡ зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тау эше[1]
Эш урыны Дәүләт төҫлө металдар һәм алтын университеты
Уҡыу йорто Дәүләт төҫлө металдар һәм алтын университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Ғилми етәксе Агошков, Михаил Иванович[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Наил Хәйбулла улы Заһиров 1925 йылдың 20 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны[3] Ураҙ ауылында тыуған.

1925 йылда Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтын тамамлағандан һуң ошо юғары уҡыу йортонда эшкә ҡалдырыла, 1955 йылдан — бүлек мөдире.[4][5].

1955 йылда уран ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү буйынса илдә беренселәрҙән булып диссертация яҡлай.

1958 йылдан башлап Красноярск төҫлө металдар инcтитутында:

  • 1958-1959 — ректор,
  • 1959 йылдан — уҡыу һәм фәнни эштәр буйынса проректор,
  • 1962—1994 йылдарҙа мәғдән һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү кафедраһы мөдире.

2006-2014 йылдарҙа Себер федераль университетының (Красноярск) профессор‑консультанты.

2014 йылдын 27 сентябрендә вафат була. Красноярсктын Баҙалыҡ зыяратының Дан аллеяһында ерләнғән.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге ятҡылыҡтарҙы ер аҫтында эшкәрткәндә мәғдән табыу өсөн юғары һөҙөмтәле технологиялар индереүгә бәйле.

Ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу һәм экологик хәүефһеҙ технологияларҙы ҡулланып мәғдән ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы.

150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1967), “Почёт Билдәһе” (1961) орд. менән бүләкләнгән.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • К ВОПРОСУ ОЦЕНКИ ОБЕСПЕЧЕННОСТИ ТАШТАГОЛЬСКОГО РУДНИКА ПОДГОТОВЛЕННЫМИ И ГОТОВЫМИ К ВЫЕМКЕ ЗАПАСАМИ. Вохмин С.А., Загиров Н.Х., Курчин Г.С., Зайцева Е.В. Маркшейдерия и недропользование. 2014. № 3 (71). С. 44-51.
  • НОРМИРОВАНИЕ ПОТЕРЬ И РАЗУБОЖИВАНИЯ КАК МЕХАНИЗМ РАЦИОНАЛЬНОГО ПРИРОДОПОЛЬЗОВАНИЯ. Вохмин С.А., Загиров Н.Х., Требуш Ю.П., Курчин Г.С., Майоров Е.С. Вестник Магнитогорского государственного технического университета им. Г.И. Носова. 2013. № 1 (41). С. 7-10.
  • СИСТЕМА РАЗРАБОТКИ С ОБРУШЕНИЕМ С РОМБОИДАЛЬНОЙ ФОРМОЙ ЗАБОЯ И ЛИНЕЙНО-ТОРЦОВЫМ ВЫПУСКОМ РУДЫ. Загиров Н.Х., Малофеев Д.Е., Гильдеев А.М., Шерешевец А.С. Горный информационно-аналитический бюллетень (научно-технический журнал). 2012. № 2. С. 13-16.
  • РАСЧЕТ ПОКАЗАТЕЛЕЙ ИЗВЛЕЧЕНИЯ ПРИ ОТРАБОТКЕ ПРИКОНТАКТНЫХ ЗОН МЕСТОРОЖДЕНИЙ НЕРУДНОГО СЫРЬЯ. Вохмин С.А., Загиров Н.Х., Курчин Г.С., Требуш Ю.П. Маркшейдерия и недропользование. 2010. № 2. С. 18-20. 6
  • МЕТОДИЧЕСКИЕ ОСНОВЫ НОРМИРОВАНИЯ ПОКАЗАТЕЛЕЙ ИЗВЛЕЧЕНИЯ ИЗ НЕДР ПРИ ОТРАБОТКЕ РУДНЫХ И НЕРУДНЫХ МЕСТОРОЖДЕНИЙ ПОДЗЕМНЫМ СПОСОБОМ. Вохмин С.А., Загиров Н.Х., Требуш Ю.П., Курчин Г.С. Вестник Магнитогорского государственного технического университета им. Г.И. Носова. 2010. № 2. С. 10-15.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә